Ул космонавтарҙы ҡотҡара20.09.2016
Ул космонавтарҙы ҡотҡара Летчик булып зәңгәр киңлектәрҙе иңләргә һәр малай бала сағында уҡ хыяллана. Тик осоусы булыу күптәргә бирелмәй шул, бының өсөн яҡшы физик әҙерлекле, белемле, ныҡышмал булырға, етди һынау аша үтергә кәрәк.

Миңдеш ауылы егете Динар Хажиевты ла бәләкәй сағынан зәңгәр күк үҙенә әйҙәй. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ул етди әҙерләнә: республика спорт мәк­тәп-интернатында белем ала, тхэквондо секцияһында шөғөл­ләнә, төрлө ярышта ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. Урта мәктәптән һуң маҡсатлы егет Сызрань хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Унда ла яҡташыбыҙ һынатмай, үҙен яҡшы яҡтан ғына танытып, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Артабан Динарҙы Свердловск өлкәһе Каменск-Уральский ҡалаһына ебәрәләр. Бөгөнгәсә ул был ҡа­лала уңышлы хеҙмәт итә. 3-сө класлы летчик, өлкән лейтенант Динар Роберт улы “Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан өсөн” миҙалы менән наградланған.
Яҡташыбыҙ, летчик-штурман булараҡ, “МИ-8” вертолетын йө­рөтә. Ул хеҙмәт иткән частың төп маҡсаты – космонавтарҙы эҙләү һәм ҡотҡа­рыу, уларҙы Йыһанға осороуҙа хәүеф­һеҙлек тәьмин итеү. Шулай уҡ Динар химик, авиация һәм инженер разведкаларында ҡатнаша, де­сантсыларҙы тейешле урынға алып барып ҡуя һәм башҡа етди бурыстарҙы үтәй.
Уның бар башланғыстарында тормош иптәше Гөлнара һәм ҡыҙҙары Ынйы дәртләндереп тора.






Вернуться назад