Мичман Ишморатов иҫтәлегенә21.03.2012
“Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатовты яҡташтары онотмай. Йыл һайын Баймаҡ ҡалаһында уның иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге үткәрелә. Мерәҫ ауылы егете 2000 йылда “Курск” һыу аҫты кәмәһендә вафат була. Үҙ бурысына тоғро ҡалған моряк өлгөһө йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә, милли спорт көрәшен үҫтереүҙә ҙур йоғонто яһай.
Быйылғы ярышта 17 команда, 170-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы Таулыҡай ауылы көрәшсеһе Дим Ҡолонбаевҡа бирелде. Был юлы ярышыусылар 25 – 65 килограмм һәм 65 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көрәште. “Йәш батыр” номинацияһына Татлыбайҙан алты йәшлек Илһам Әлибаев лайыҡ булһа, ярыштың абсолют чемпионы титулын Салауат Сәлихов яуланы.