Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ объект20.09.2016
Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ объектБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда республиканың йөҙ йыллыҡ юбилейын ойоштороу комитетының тәүге ултырышын үткәрҙе. Сарала юбилейға әҙерлек һәм ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

– Юбилейҙы юғары кимәлдә ойоштороу мөһим. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы байрамға ҙур мәртәбә өҫтәй. Әлеге мәлдә федераль кимәлдә ойоштороу комитеты булдырыла. Республикала иһә “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Сараны йәмәғәтселек ҡушҡуллап күтәреп алды. Һәр район, ҡала үҙенең тәҡдимдәрен ебәрҙе. Уларға таянып, “юбилей объекттары” төҙөкләндереләсәк йә яңылары ҡалҡып сығасаҡ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Бынан тыш, юбилей сараларына билдәле яҡташтарыбыҙҙы саҡырыу, ҙур һәм сағыу мәҙәни программа төҙөү – көн талабы. Байрамды Башҡортостанға туристар йәлеп итерлек итеп үткәрергә бурыслыбыҙ, тип тә билдәләне республика Башлығы.


Вернуться назад