Эшҡыуарлыҡ яңы һулыш ала21.03.2012
Туймазы районында хеҙмәткә һәләтле халыҡтың өстән бер өлөшө эшҡыуарлыҡта эшләй. Төбәк ҡаҙнаһының 25 процентын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тулыландыра.
Үҙ эшен асырға теләүселәргә районда финанс ярҙамы күрһәтелә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша һуңғы бер нисә йылда 123 кеше субсидия алған. Федераль программа эшләй башлағандан бирле районға шул маҡсатта 8 миллион һум аҡса бүленгән.


Вернуться назад