Сабыйҙарға матур бүләк20.09.2016
Сабыйҙарға  матур бүләк Ошо көндәрҙә Нефтекаманың яңы биҫтәһендә йәшәгән йәш ғаиләләр матур бүләк алды. Бында 220 урынлыҡ заманса балалар баҡсаһы асылды.

Нефтекама халыҡ һанының тәбиғи үҫеше буйынса республикала алдынғылар рәтендә. Бында һуңғы йылдарҙа ғына ике меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Был үҙ сиратында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ихтыяжды арттыр­ҙы.
Ҡала хакимиәте “Мәктәпкәсә белем биреүҙе яңыртыу” федераль про­грам­маһына ярашлы маҡсатлы эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа яңы биҫтәләрҙә заманса йыһазлан­ды­рылған дүрт балалар баҡ­саһының сафҡа индерелеүе лә – бының асыҡ миҫалы. Муниципаль кимәлгә килгән­дә, урындағы бюджет сығымдары ниге­ҙендә, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары ярҙамы менән ете балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөм­дәр булдырылды.
Яңы асылған баҡса ике йәштән һигеҙ йәшкәсә 220 баланы ҡабул итәсәк, шуларҙың 75-е – өс йәшкә тиклемге сабыйҙар.
Мәктәпкәсә белем биреү учреж­дениеһы мөдире Эльмира Мөнирова һүҙҙәренсә, бөтәһе 12 төркөм ойош­тороласаҡ. Әле баҡсала биш тиҫтә­нән күберәк хеҙмәткәр тупланған. Шулай уҡ махсус дәрестәр алып барасаҡ музыка һәм сәнғәт белгес­тәре, физик культура буйынса инструктор ҙа билдәләнгән. Улар башлыса быға тиклем ҡаланың башҡа мәктәпкәсә учреждениеларында эшләгән, барыһының да һөнәри белеме һәм тәжрибәһе бар. Әйткәндәй, Нефтекама педучилищеһын һәм Бөрө педагогия институтын тамам­лаған етәксе үҙе лә сабыйҙар тәр­биәләүгә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағыш­лаған, тәрбиәсенән мөдир вазифаһына тиклем хеҙмәт баҫҡыстары үткән. Бында төҙөлөш барған ваҡытта уҡ эш башлаған, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр менән баҡсаны тантаналы асыуға үҙ өлөшөн индергән.
Ҡаланың башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының байрамға килгән етәкселәре һоҡланып, иҫкерәк баҡсаларҙа эшләгәндәре хатта көнләшеүҙәрен йәшер­мәй яңы баҡса, ундағы бүлмәләр һәм кабинеттар, йыһаздар менән танышты. Заманса йыһазландырылған, ышаныслы техник ҡорамалдар ҡуйылған аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу бүлектәре, ысынлап та, таң ҡалырлыҡ. Бындайҙарҙы элегерәк сит ил киноларында ғына күрә инек. Шулай уҡ музыка һәм спорт залдары, интерактив таҡта, һәр төркөм бүлмәһендәге телеви­зорҙар балаларҙы мәктәпкә күп яҡлы һәм юғары кимәлдә әҙерләүгә хеҙмәт итәсәк.
Ижад кабинетында төрлө йәштә­геләр өсөн рәсем төшөрөү, әүәләү, конструкторлау эштәре менән шөғөлләнеү өсөн бар шарттар ҙа ҡаралған. Тыуған төбәкте өйрәнеү кабинетында тәрбиәләнеүселәр республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтар­ҙың мәҙәниәте, милли йолалары менән танышасаҡ. Хәүефһеҙ­лек бүлмәһендә сабыйҙарҙы юл ҡағиҙәләрен үтәргә, төрлө урында үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтеү ҡаралған. Ҡалала тәүге булған релаксация кабинетында балалар ҙа, баҡсаның төрлө кимәлдәге педагогик хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ теләк­тәре булған ата-әсәләр ҙә кәрәкле сеанс аласаҡ, сабыйҙарға кислород коктейле әҙерләнәсәк.
Яңы балалар баҡсаһының билә­мәһе лә һоҡланғыс: һәр төркөм өсөн айырым уйын майҙансыҡтары эшләнгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған. Һәр ерҙә күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр – былары йәш коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше.


Рәшит ДӘҮЛӘТОВ,
Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы:

– Йылдам үҫкән яңы биҫтәлә заманса балалар баҡсаһы – йәш ғаиләләр өсөн оло бүләк. Уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. 220 балаға мәктәпкәсә белем биреү өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Учреждение коллективы сабыйҙар үҙҙәрен өйҙәгесә хис итһен, ә ата-әсәләре бер ниндәй уй-хәсрәтһеҙ үҙ шөғөлдәре менән булһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалыр, тип ышанам.




Вернуться назад