Өлкәнәйә барған һайын әҙәм балаһы тәрән уйлана, хәтергә йышыраҡ бирелә, артына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡарай. Һеҙгә күңелдә урғылған әйберҙәр менән мөрәжәғәт итергә булдым. Ураҡ менән бәйле фамилияны йөрөтәм – Ураҡаев тигән кеше булам. Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан картаһын һатып алғайным. Шунда Асҡын районында Шишмә-Ураҡай тигән ауылды күрҙем дә аптырашҡа ҡалдым. Минең фамилиям менән шул ауыл араһында берәй бәйләнеш юҡмы икән? Эҙләнәм, материал туплайым.
Әйткәндәй, тыуған ерем хозур тәбиғәтле Ейәнсура районындағы Иҙәш – үҙенә күрә ҙур ғына ауыл. Уның ҡап уртаһынан Иҙәш йылғаһы ағып ята. Тағы бер мәрәкә күренеш: Иҙәш тигән йылға Бүздәк һәм Баҡалы райондарында ла бар. Иҙәш һүҙе нимәне аңлата? Шул күңелгә тынғылыҡ бирмәй: нисек инде ул бер үк һүҙ төрлө районда һаҡланған? Шулай тим дә, әйҙә, игеҙәк исемдәр, аҙаш һүҙҙәр күберәк булһын, тип теләйем, уның һайын тормош та йәмлерәк күренә һәм күңеллерәк тойола бит.