Әсәйгә хат...20.09.2016
Әсәйгә хат... Әле 2004 йылдарҙа уҡ Атом энергияһы буйынса халыҡ-ара агентлыҡта (МАГАТЭ) яман шеште дауалау программаһы ҡабул ителде. Кешелеккә янаған был ҡурҡыныс сир тәү ҡарамаҡҡа дауаһыҙ һымаҡ күренһә лә, унан ҡотолоуға өмөт бар. Аллаһы Тәғәлә ауырыуын биргәс, имен дә бирә, ти халыҡ. Ысынлап та, яман шеш башланғыс стадияла булғанда уны еңергә мөмкин.


Ә бит әле күп кеше үҙҙәрендә ул сирҙең яралғанын белмәй йөрөй, шуға ла һуңғы стадияһына еткәс кенә дауаланырға тотона, ...ләкин һуң була... Бөгөн беҙҙең планета халҡының 30 процентында яман шеш бар. Ә ҡалған 70 проценты башҡа сәбәптән донъя­нан китә йә ауырыу бар­лыҡҡа килеп өлгөрмәҫ элек вафат була, әммә шул 30 процент араһынан егермеһенең шәбәйе­үенә өмөт юҡ.
Һаулығыбыҙға битарафбыҙ шул. Эш, балалар тип, дауаха­наға күренеүҙе кисектерәбеҙ. Менталитетыбыҙ ҙа шулайыраҡ. Ауырымайым, әммә тикшере­лергә килдем тиһәң, уңайһыҙ тойола. Ә бит ошо беҙҙең ғәмһеҙлек арҡаһында күпме ғүмер ҡыйыла.

***
Ошо урында был яҡты донъя­ларҙан уҙған әсәгә яҙылған хатты тәҡдим итәм...
“Һаумы, әсәй! Һиңә бер ҡасан да хат яҙғаным юҡ ине. Был — тәүге хатым, ул һиңә барып етер тип ышанам.
Беҙ һинән ҡалғас, күп нәмә үҙгәрҙе, кешеләрҙең дә беҙгә ҡарашы үҙгәрҙе. Апайым менән бергә үҙебеҙ ҙә үҫтек, был донъя­ны, кешелекте нығыраҡ таный, үҙәгебеҙгә үтеп аңлай башланыҡ. Һин иҫән саҡта беҙ бәхетле балалар булып, бер нәмә лә аңла­май йәшәгәнбеҙ икән. Башта беҙгә ныҡ ҡыйын булды. Бөтә ергә ҡыуаныс менән килгән май айы ла, йәй ҙә һыуыҡ, йән өшөткөс ине. Өйөбөҙҙән йәм китте. Баҡсабыҙҙа һин ултыртҡан гөл-сәскәләр генә, ниндәйҙер бер әйтеп аңлатҡыһыҙ һағышлы матурлыҡ бөркөп, шыҡһыҙ донъябыҙға йәм өҫтәне.
Һин бит өйөбөҙҙөң ҡото инең, юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, әсәй. Әле генә бергәләшеп сәй эсә инек. Ә хәҙер һинең юҡлығыңа бер йыл да үтеп киткән. Һине иҫкә алмаған сағыбыҙ юҡ кеүек. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, һин эргә­беҙҙә генә йөрөйһөң, беҙҙе ҡурсалайһың.
Мин хәҙер Р. Ғарипов исе­мендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында 9-сы клас­та уҡып йөрөйөм. Бәләкәй генә ижадым да бар. Үҙемдең йырым сыҡты, иман, өмөт тура­һында йырланым. Нисектер беҙгә ҡара­та рәхимһеҙ булған был донъяны яҡшыраҡ, кешеләрҙе иманлыраҡ иткем килде.
Миңә шундай ҡыйын саҡтар булды, әсәй, һин шуны һиҙҙеңме, күрҙеңме? Кешеләрҙең һинең кеүек яғымлы, алсаҡ, киң күңелле түгел икәнлеген белдем. Һин бит иң шат әсәй инең был донъяла, ҡунаҡ саҡырһаҡ, табындың күрке булдың. Йырланың да, бейенең дә, кешеләргә үҙең бер ҡыуаныс тараттың. Һин мәктәптә күп уҡыу­сыларҙың иң яратҡан уҡытыусы­һы инең. Беҙҙе уҡытҡан дәрестә­рең һәр саҡ “көлөү” сәғәте була торғайны. Серҙәш тә, кәңәшсе лә, дуҫ та булдың. Хәҙер беҙгә һин төшкән видеоларҙы ғына ҡарарға ҡалды.
45 йәшлек юбилейың да әле генә гөрләп үтте. Ҡыйын мәлдә шуны ҡарап илайбыҙ. Һинең бит хыялың да бар ине. “75 йәшлек юбилейымды үткәреп, ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөп, түрҙә генә ултырһам ине”, – тип хыяллан­дың. Ниндәй матур хыял булған ул. Ләкин был донъя беҙҙеңсә генә булмай икән ул, яман ауырыуҙарҙан бигерәк унда бәғерһеҙ кешеләр ҙә бар. Һин ауырып түшәктә ятҡаныңда на­сар һүҙҙәр ишеттергән әҙәмдәрҙе һаман ғәфү итә алмайбыҙ, әсәй. Әммә беҙ һине ҡайғыртмаҫ өсөн, сер бирмәй, матур итеп йәшәргә тырышабыҙ.
Эргәбеҙҙә һәйбәт кешеләр ҙә бөтмәгән дә инде. Ошо хатымда уларға, бигерәк тә ауырығаныңда бер нимәгә ҡарамаҫтан һине тәрбиәләгән, эргәңдә булған Гөл­сәсәк инәйемә, инәй-бабайҙарға, күршеләребеҙгә ҙур рәхмәтемде яҙам.
Иң ҙур рәхмәт, әсәй, һиңә! Беҙҙе яҡты донъяға тыуҙырған­һың, әлегә аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып тормаһаҡ та, беҙгә кәңәш­тәреңде, фатихаңды биргән өсөн, бәхетле бала сағыбыҙ өсөн рәхмәт һиңә!
Бәләкәй сағыбыҙҙа һөйләгән әкиәттәреңдәге кеүек, хәҙер һин беҙҙе иртә һайын “Принцесса Феона” йәки “Айбикә килен, тор!” тип уятмайһың, әммә ғүмеребеҙ буйына беҙҙе фәрештәбеҙ рәүешендә ҡурсалап йөрөрөңә ышанабыҙ!”
***
Эйе, үҙ ихтыяжы менән түгел, Аллаһы Тәғәлә иркендә киткән­дәр ерҙәге яҡындарын һәр саҡ ҡурсып йөрөй, тиҙәр. Был хаттың авторы Нургизә Манапованың да ихлас теләктәре ҡабул бул­һын, әсәһенә еткерергә теләгән уй-ниәттәре ғәмәлгә ашһын ине. Беҙ, кешеләр, айырыуса өлкәндәр, ҡайһы саҡ шундай ҡаты бәғерле булып китәбеҙ, яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға иғтибарһыҙлыҡ күрһәтәбеҙ. Шуға ла, кешеләр, бер-беребеҙгә саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булайыҡ, был донъяны саҡ ҡына булһа ла йылыраҡ, яҡтыраҡ, мәрхәмәт­лерәк итергә ынтылайыҡ.




Вернуться назад