Сәсеүгә 296 мең тонна орлоҡ бар21.03.2012
Яҙғы сәсеү өсөн республикала орлоҡ етерлек кимәлдә әҙерләнгән. Ужымды ҡайтанан сәсергә тура килһә, страховка фондына һалынған орлоҡ етәсәк. Ул 35 мең тонна тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта һаҡлауға һалынған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғоноң 97 проценты, күп йыллыҡ үләндең 60 проценты, көнбағыштың 51 проценты сәсеү стандартына еткерелгән. Республиканың элиталы орлоҡсолоҡ хужалыҡтарында 35 мең тоннанан ашыу юғары репродукциялы орлоҡ бар.


Вернуться назад