Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте21.03.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Өфө дәүләт авиация техник университеты президенты Кусимов Салауат Таһир улы “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде; Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Егоров Алексей Михайловичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Копсов Анатолий Яковлевич — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Пчелинцев Виктор Александрович — Халыҡтар дуҫлығы ордены, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан республика советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Габриелов Сергей Яковлевич, ошо уҡ совет ағзалары: Сибәғәтуллин Ростислав Имам улы, Шәйҙуллин Миҙхәт Һиҙиәт улы — “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” отличие билдәһе, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Андреев Глеб Андреевич, Нефтекама ҡалаһының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Байрамова Людмила Михайловна, Бәләбәй районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Болелый Владимир Антонович, Мәләүез районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан республика советы Президиумы ағзаһы Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Бөтә Рәсәй ойошмаһы советы рәйесе Карабанов Дмитрий Иванович, Әлшәй районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Кирәев Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы, Күмертау ҡалаһының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Морозов Иван Петрович, Стәрлетамаҡ ҡалаһының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Сафиуллина Әлмира Морат ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Хәбибуллин Мөҙәрис Вәлиулла улы, Ишембай районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Йомағужин Хәлил Моғаттар улы — Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан республика советы рәйесе Муллағәләмов Марат Сабит улы, Өфө ҡала Советы рәйесе Ниғмәтуллин Ирек Ғәзиз улы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад