Һүҙ виноград тураһында сыҡты. Был тәбиғи ҙә, миҙгеле шулай бит: өҫтәлдә, ана, көҙ муллығы иркен ҡупайыша. Табындаштарҙың береһе – бала сағын Урта Азияла үткәргән бәләкәй эшҡыуар. Атаһы хәрби кеше булғанлыҡтан, шулай гарнизондан гарнизонға күсенеп йөрөгәндәр икән. Әлбиттә, бындай тормош интектереп, йонсотҡандыр ҙа, ләкин малай емешкә рәхәтләнгән генә…
Яйы сыҡҡанда бының менән маһайып та ала үҙе:– Һо-о, унда-а-а-а… Бындағы һымаҡ түгел ҡалай ҙа, әтеү ни, картуфтың картуфын да август башында уҡ ҡырау бәрә бит!..
Бөгөнгө ҡорҙа ла шунһыҙ булманы: ҡулын болғай-болғай тегендәге әкиәти, иҫ киткес татлы тәлгәштәрҙе маҡтарға тотондо.
Күршеһе, үҙ төйәгенә һис тел тейҙермәҫ оло йәштәрҙәге уҙаман, был өҙөк-йолҡоҡ тел шартлатыуҙы, ғәҙәтенсә, ипле генә тыңлап ултырҙы ла:
– Һин, әйҙә, минең баҡсаға кил, өс төрөн ашатырмын уның, бына тигәндәр, – тип ҡуйҙы.
– Ну, эйе-е, хәҙер бында ла үҫтерергә өйрәнә башланылар. – Ғәжәп, әммә көтөлмәгәнсә ыңғай яуапланы был. Ләкин тулыһынса еңелмәне, – барыбер ҙә тегендәге ише түгел инде. Унда-а-а, уларҙа-а-а…
Ҡарт баҡсасы ла һүҙһеҙ ҡалманы:
– Хәҙер генә лә түгел. Ана, питомникта, һуңғы бер утыҙ йыллап барҙыр инде, булышалар. Ҡырҡ булмаһа.
– Эйе, сағыштырҙың! – Сауҙагәр ҡулдарын йәнә киң һелтәне, яңылыш тейеүҙән һыңар ботло бейек һауытта көләс тумпайышып ятҡан алмаларҙың береһе өҫтәл буйлап тәгәрәп китте. Ләкин быға ул иғтибар ҙа итмәне. – Ул бит питомник, унда шарттар бөтөнләй икенсе!..
Әңгәмәсе тәгәрәгән алманы салфетка менән һөрткөләп урынына һалды.
– Ә миндә тағы ла һәйбәтерәк. – Баҡсасының был һүҙҙәрен ишетеп, ҡорҙаштар дәррәү йылмайыу менән хуплап ебәрҙе, уларға өҫтәлдәге емештәр ҙә берҙәм ҡушылғандай булды, баяғы алма уттай балҡыны. Йәнәһе, ҡайһылай шәп әйтте, барыбер ҙә һүҙен аҫтын ҡалдырманы.
Әммә бабай быны һүҙ көрәштерер өсөн генә белдермәгән икән:
– Ысын әйтәм. Питомник та бит асыҡ ялан. Ә виноград – йылы һөйөүсән нәмә, ҡырыҫлыҡтан ҡурҡа, наҙлы тәрбиә кәрәк уға. – Уҙаман ҡулын һауала йомшаҡ бәүелтеп алды, шул рәүешле булмаған бесәй балаһының арҡаһынан һыйпағандай итте.
Эшҡыуар был мәлдә ултырғысынан ҡалҡына бирҙе, йәнәһе, ул да шуны тылҡый ҙа баһа! Әммә өндәшмәй ҡалды. Дөрөҫ эшләне.
– Минең баҡсала улар елдән һаҡланып ҡына ултыра: бер яҡлап мунса ышыҡлай, икенсе яҡлап – бейек ҡойма, – тип нигеҙләп ҡуйҙы артабан ҡарт.
Бының ғилми яҡтан дөрөҫмө-түгелме икәнлегенә бер кем дә шик белдермәне. Был инде мөһим дә түгел ине. Сөнки унан алда “һәйбәтерәк” тигәне бик йәтеш килеп сыҡты, матурлығы менән ул бар нәмәне еңде.