1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған “Бөтә Рәсәй юҡҡа ғына хәтерләмәйҙер” тигән тикшеренеү эштәре конкурсы Йылайыр районында үтте. Унда Йылайыр, Матрай, Һабыр, Ҡашҡар, Юлдыбай, Кананикольский урта мәктәптәре, Йомағужа, Петровка, Үрге Ғәле, Япарһаҙ ауылдары, Надеждин утары уҡыусылары ҡатнашты.
Балалар Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарына, Рәсәй армияһына хәрби ҡорал әҙерләгән сәнәғәт предприятиелары (Преображенье ҡорос иретеү заводы) тарихына, башҡорт яугирҙәрен ҡоралландырыуға, шулай уҡ башҡорт сәнғәтендә 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырыуға бағышланған эштәр тәҡдим итте.
Конкурс (фәнни-ғәмәли конференция) йомғаҡтары буйынса Матрай урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Юлай Ҡасимов менән Ҡашҡар урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Ғәзим Аҡтаев еңеү яуланы.
Уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре конкурс йомғаҡтары буйынса нәшер ителәсәк “Бөтә Рәсәй юҡҡа ғына хәтерләмәйҙер” тигән йыйынтыҡҡа инәсәк.
М. ШУМИЛОВА.
Йылайыр районы.