Ваҡытында яуһын өсөн16.09.2016
Көҙҙөң ямғырлы булыуы яҡшы, тиҙәр. Ҡышҡа дым тартып ингән ер уңышты мул бирәсәк.
Ямғырҙың шифаһы ифрат ҙур, ләкин әҙәм балаһына бындай бәхет ураған һайын йылмаймай: иң кәрәкле ваҡытта яуым-төшөмдөң булмауы ихтимал. Ундай ваҡытта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ямғыр теләү намаҙын уҡырға ҡушҡан. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаһының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылған. Нух ғәләйһис-сәләм иһә: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.