Балыҡ бирергәме, әллә ҡармаҡ тотторорғамы?16.09.2016
“Атайым миңә йорт төҙөп бирмәне, – ти икән йәш ғаилә башлығы. – Шуға ла тормошом алға бармай”.
Ошондай осраҡта билдәле хикәйәтте иҫкә төшөрөү кәрәктер. Бай сауҙагәрҙең улы бер ниҙең ҡәҙерен белмәй икән. Хәҡиҡәтте нисек төшөндөрөргә һуң уға? Уйлана торғас, сауҙагәр улына аҡса эшләп килергә тәҡдим яһай. Егет ризалаша. Өйҙән сығып барғанында әсәһе уны йәлләп аҡса тоттора.
Улы ике-өс көндән ҡайтып инә лә “эш хаҡы”н сығарып һала. Атаһы иһә аҡсаны утҡа ырғыта. Егет иҫе лә китмәй ҡарап тик тора, ти. Икенсе тапҡыр ҙа ошо уҡ хәл ҡабатлана. Өсөнсө мәртәбә иһә әсәй кеше улына бер тин дә бирмәй. Ике-өс көндән әйләнеп ҡайтҡан егет аҡсаһын утҡа ырғытырға йыйынған сауҙагәрҙең ҡулына барып йәбешә: “Шул хәтлем көс түгеп табылған аҡсамды ни эшләтәһең ул, атай?!”
Миҫалдан күренеүенсә, ата-әсә балаһын һөнәргә, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерергә тейеш. “Үҙең тапҡан мал булмағас, атайҙыҡы йәл түгел”, “Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ бирергә түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк”, “Алған ҡулдан биргәне хәйерлерәк” кеүек әйтемдәр юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Бала ниндәйҙер ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, ул ата-әсәһе ярҙамында яуланған уңыштың ҡәҙерен белмәйәсәк. Исламда һөнәр өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтеңдең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары ҡуйылған. Был – дини ҡәрҙәштәребеҙ өсөн иң ҙур дәрәжә.