Телдән алда аҡыл йөрөр16.09.2016
“Һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Улары аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йәһәннәмгә йөҙтүбән оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған.
“Телегеҙҙең төрлө булыуы Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Изге китапта шулай уҡ Раббыбыҙҙың әҙәм балаларын бер ата-әсәнән яралтҡаны, улар бер-береһе менән аралашһын, фекер алышып йәшәһен өсөн төрлө ҡәүем итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән.
Телдең әҙәм балаһының тормошонда әһәмиәте ифрат ҙур. Аллаһ Тәғәләнең “һөйләү ҡоралы”н төптә урынлаштырыуының да хикмәте бар: ниҙер әйтер өсөн тәүҙә иренде, теште ҡыбырҙатырға кәрәк, унан ғына тел хәрәкәткә килә. Йәғни тәндең был ағзаһы ирекле рәүештә тышта торған булһа, аҡыл уйлап өлгөрмәҫтән, әллә ниҙәр һөйләп бөтөр ине.
“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәргәнде яратмай”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һөйләү һәм иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, тип өйрәтә динебеҙ.
Ғәйбәт иһә – ҙур гонаһ. “Кемгәлер ҡарата фекерҙең, дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки уның хаҡында йәшерен һөйләшелә, нахаҡ кәмселектәр ҙә өҫтәлә икән, был инде яла яғыуға инә”.