Башла көндө йылмайыуҙан – Йылмайыр бөтә донъя!16.09.2016
Башла көндө йылмайыуҙан – Йылмайыр бөтә донъя! Көндө нисек башлаһағыҙ,
Ул шулай тамамланыр.
Башла көндө иман менән –
Күңелең тулыланыр.
Башла көндө изгелектән –
Изгелек сәсер кеше:
Был тойғо бит аҡтамырҙай –
Яҡшылыҡ булыр эше.
Башла көндө йылмайыуҙан –
Йылмайыр бөтә донъя!
Ул яуызлыҡты бөтөрә,
Барлыҡ гонаһты юя.
Башла көндө һөйөү менән –
Һөйөү алырһың үҙең.
Күңелдәрҙе шатландырыр
Татлынан-татлы һүҙең.
Башла көндө шатлыҡ сәсеп –
Булыр көнөң илһамлы.
Матурлыҡтан йөҙөң балҡып,
Булырһың һин иманлы.

Р. ҒӘББӘСОВА.

Ислам – изгелек, матурлыҡ, мәрхәмәтлек дине. Тап ошо сифаттар йәшәйеш нигеҙен ныҡлы килеш һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта бөтөн ғәмәлдәребеҙҙең ихлас күңелдән башҡарылыуы мөһим. Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.
Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға булған. Ғәли хәҙрәт мөлкәтен ҙур ихласлыҡ менән бүлешкән. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡылған да юлын дауам иткән. Ғосман хәҙрәткә ингән. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәткән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡылған.
Быны күргән Ғәли хәҙрәт баҙап ҡалған. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һораған ул. “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың, – тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. – Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән бәләкәй генә уй ингәйне. Шуның өсөн “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе”, тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Ихласлыҡ – күңел нуры. Ул яһалма була алмай. Әйткән һүҙҙәрҙә, хәрәкәттә, холоҡ-фиғелдә, ҡарашта асыҡ сағыла. Бөтөн ғәмәлдәребеҙ изге ниәттә башҡарылһын, һәр көнөбөҙ ихлас йылмайыуҙан башланһын!




Вернуться назад