Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала ауыл халҡының көнитмешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында урындарҙа коммуналь-көнкүреш конторалары ойошторола. Баҡалылар был башланғысҡа тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Шул рәүешле бында коммуналь хеҙмәттең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалына. Бөгөн республиканың коммуналь тармағында лайыҡлы урын биләгән, тиҫтә йылдар дауамында бай хеҙмәт традициялары тупланған “Коммунхоз” муниципаль унитар предприятиеһының тарихы шулай башлана.
Ғөмүмән, хәҙер район үҙәге һәм тиҫтәгә яҡын ауыл халҡының йәшәйешен предприятие хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. “Коммунхоз” халыҡты, предприятие һәм ойошмаларҙы йәшәү сығанағы булған һыу менән тәьмин итә, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә, торлаҡ фондынан һәм шәхси секторҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара. Урам һәм тротуарҙарҙы таҙартыу, юл һыҙаттарын һәм юл ситтәрен ҡарау, төҙөкләндереү эше лә уларға йөкмәтелгән. Үҙ мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланыу һәм предприятиеның финанс хәлен яҡшыртыу өсөн халыҡҡа, төрлө ойошмаларға һыу үткәрәләр, канализация һуҙалар һәм башҡа төр түләүле хеҙмәт күрһәтәләр. Был ике яҡ өсөн дә отошло.
Предприятие коллективы бар яҡлап та һөҙөмтәлелеккә ынтыла. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында барлығы 13091 мең һумлыҡ эш башҡарылған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 2027 мең һумға күберәк. 224 мең кубометр һыу таратылған һәм 94 мең кубометр ағынты һыу утилләштерелгән. Әлеге һандар артында – тотош коллективтың көндәлек тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте. Хәйер, эш һандарҙа ғына ла түгел.
– Бөгөнгө шарттарҙа күрһәтелгән хеҙмәттең сифаты, энергия һәм ресурстар һаҡсыллығы алғы планға ҡуйыла. Эштең һөҙөмтәлелеге үҙебеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа һәм тырышлығыбыҙға бәйле, – ти предприятие директоры Валерий Кириллов.
Һуңғы йылдарҙа селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса ҙур эштәр ғәмәлгә ашырылған. Йәйге осорҙа һыу үткәргестең айырым өлөштәренә реконструкция үткәрелгән. Барлыҡ эш майҙандарында, “Водоканал” һәм “Таҙартыу ҡоролмалары”нда ҡышҡы осорға әҙерлек саралары тулыһынса үтәлгән. Ҡышҡы шарттарҙа эшләйәсәк һигеҙ берәмек махсус техника шулай уҡ әҙерлек һыҙығында. Һәр хәлдә, ҡышҡы миҙгелде йылдағыса тейешенсә үткәрергә ныҡлы ышаныс бар.
Бөгөнгө иҡтисади шарттар һәм тармаҡта барған реформа был төр предприятиелар алдындағы бурыстарҙы шаҡтай ҡатмарлаштыра. Коллективта һәр эште көн талабынан сығып башҡаралар. Мәҫәлән, предприятиеның 2020 йылға ҡәҙәр энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыуының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән программаһы эшләнгән һәм уңышлы тормошҡа ашырыла.
Коллективта 60 кеше эшләй. Баш инженер Р. Сөләймәнов, участка начальнигы Д. Сиражетдинов, мастер С. Тушканова, кадрҙар инспекторы Р. Хәмиҙуллина, водителдәр А. Миңлебаев, И. Назаров, А. Курников, грейдерсы С. Макрополов, экскаватор машинисы А. Санников, тракторсы И. Хөснөтдинов, операторҙар Н. Лисин, Н. Обшарин, Н. Ғимаева, слесарь В. Чурбанов һөнәри оҫталығы, эшкә яуаплылығы менән башҡаларға үрнәк күрһәтә.
Әлбиттә, коллективтың уңыштары тәү сиратта етәксенең заманса әҙерлегенә, булдыҡлылығына бәйле. Валерий Кириллов нәҡ шундай сифаттарға эйә. Ул предприятие директоры итеп һигеҙ йыл элек тәғәйенләнгән.
– Етәксенән уңдыҡ, – ти хеҙмәттәштәре Валерий Мефодиевич тураһында. Ә коллегаларҙың баһаһы – иң хаҡлыһы.