Рәсәйҙәр нимәнән шөрләй?16.09.2016
Донъялағы тотороҡһоҙ иҡтисади хәл, террорсылыҡ, халыҡ-ара санкциялар һәм төрлө катаклизмдар халыҡта ҡурҡыу тыуҙыра.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл йәй ил граждандарын халыҡ-ара низағтар, Рәсәй менән башҡа илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлелек борсоған. Икенсе урынды хаҡтың артыуы, һаҡламға һалынған аҡсаның ҡиммәтен юғалтыуы биләй. Енәйәтселектән ҡурҡыу бер йыл эсендә ярайһы уҡ кәмегән. Тәбиғәт ҡазалары ла, реаль килемдең кәмеүе лә күптәрҙе әллә ни хафаға һалмай.
Тикшеренеүселәр шулай уҡ Рәсәй халҡында ышаныстың артыуын билдәләй. Был күп йәһәттән йәйге ял миҙгеленә, иҡтисадтың тотороҡлоғона бәйлелер, күрәһең. Әйткәндәй, тикшеренеүҙә 130 төбәктән 1 600 кеше ҡатнашҡан.

Ҡырым күперенә
хәүеф янамай

Рәсәй Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Керчь боғаҙы аша күпер төҙөүгә етди иғтибар бирелә. Проектта объектты һаҡлау саралары ла телгә алына.

Ҡырымға автомобиль һәм тимер юл транспорты өсөн ике күпер һалы­на. Улар әлеге паром юлынан көньяҡтараҡ урынлашасаҡ. Автомобиль күпере – 2018 йылдың де­кабрендә, ә тимер юлдыҡы 2019 йылда әҙер булырға тейеш. Күләм­ле төҙөлөш ныҡлы һаҡлана, һәр ерҙә контроль тикшереү пункттары ойош­торолған, Тузла утрауындағы Украи­наның элекке сик буйы застава­һында Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙә­ре урынлашҡан. Улар ара­һында водолаздар, шул иҫәптән “Росгвардия”­ның хәрби дайверҙары бар. Эксперт­тарҙың фекеренсә, Керчь боғаҙы аша күпер төҙөлөшө хәүефһеҙлекте тәьмин итеү дәрәжә­һе йәһәтенән беренсе категорияға ҡарай.
– Объектта терактҡа юл ҡуймау йәһәтенән бөтә саралар күрелә. Күпергә килгән персонал, транспорт, йөктәр, төҙөлөш материалдары ентекле тикшерелә, шартлатыу ҡулай­ла­маларын алып инеү мөмкинлеге юҡ, – тине Мәскәү төбәк-ара тәфтиш идаралығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Сергей Груздь.


Енәйәт
язаһыҙ ҡалмай

Стәрлетамаҡта 28 йәшлек ир-егет суд алдына баҫасаҡ. Ул “Нәфрәт һәм дошманлыҡ уятыу, кеше дәрәжәһен төшөрөү” статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был әҙәм бер нисә йыл дауамында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә экстремистик фотолар, милләт-ара низағҡа һәм нәфрәткә саҡырған видеолар, комментарийҙар урынлаштырған. Бындай ғәмәлдәр айырым халыҡтың дәрәжәһен түбәнһетә, милләт-ара низағ тыуҙырыуы ихтимал. Мате­риалдарға экспертиза үткәрелгән, әле егет ғәйебен тулыһынса таныған. Эш Стәрлетамаҡ ҡала судына тапшырылған.





Вернуться назад