Телефон аша “дауалау”16.09.2016
Асҡын районында йәшәгән ҡатын йәйгеһен телевизорҙа бер рекламаға иғтибар итә: күрәҙәселәр телефон аша ғына бөтөн ауырыуҙарҙан да дауаларға вәғәҙә бирә. Һөҙөмтә ҡыуандырмаһа, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарабыҙ, тип тә ебәрәләр.
“Дауаханаға барып, сират көтөп ултырғансы, телефон аша ғына дауаланайым да ҡуяйым”, – тип, ул күрәҙәсенең номерын йыя. Тәүге сеанс бер нисә йөҙ меңгә барып баҫа.
Күрәҙәсе артабан да дауаланырға кәңәш итә. Ышаныслы пациенттарға компания фондынан 1 миллион 500 мең һумды дауаланыуға тотоноп була, тип ышандыра.
Төрлө дауалау сараларына яйлап-яйлап аҡса күсереүен дауам итә бер ҡатлы ҡатын. Йәмғеһе компанияны 1 миллион 300 мең һумға байыта ул. Көҙ башында иһә күрәҙәсе башҡа бәйләнешкә сыҡмай башлай, иҫәпкә күсерелгән аҡса менән бергә һыуға төшкән кеүек юҡ була. Бары шунда ғына ҡатын үҙенең алданғанын аңлай һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Әлеге мәлдә енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.