Рәсәйҙең Сүриәләге уңыштарына сит планета технологиялары ярҙам итә, тип шикләнә американдар. Уларҙың фекеренсә, дәүләтебеҙ был илдә ҡулланған ҡоралдарын сит планета вәкилдәре ярҙамында эшләгән. Бындай һығымтаға килеүҙең сәбәбе ябай ғына: Америка радарҙары беҙҙең торпедаларҙы сәпкә эләктерә алмай икән.Сүриәләге операцияға “күк кешеләре”нең ярҙам итеүе тураһындағы мәҡәләне доктор Престон Джеймс яҙған. Тап ул, Рәсәй ҡоралдарының килеп сығыуы сит планета вәкилдәренә бәйле, тип раҫлай. Бынан ике йыл элек “Су-24” самолетының “Дональд Кук” эсминецы өҫтөнән осоп үткәндә караптың радиолокация ҡоролмалары эшлектән сығыуын миҫалға килтерә доктор. Ул саҡта судно офицерҙарының байтағы, ҡоттары осоп, отставкаға китте.
Был фекерҙе Престон Джеймс ҡына әйтмәй, башҡа абруйлы баҫмалар ҙа күтәреп алды. Улар, Рәсәй ракеталарын баш етмәҫлек ҡорамалдар менән тик алға киткән цивилизация вәкилдәре генә йыһазландырырға мөмкин, ти. Йәнәһе, сит планета вәкилдәренең ике төркөмө бар: берәүһе Обаманы күҙәтә, икенсеһе Путинға ярҙам итә.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, Америка ғалимдары илдәренең Сүриәләге уңышһыҙлыҡтарын шулай аҡларға маташа. Шулай ҙа Ватаныбыҙ ҡоралын сит планеталар технологияһы менән тиңләүҙәре ғорурлыҡ тыуҙыра лабаһа! Хәйер, американдар тиҙҙән үҙебеҙҙе лә “күк кешеләре” тип атай башлар әле.