Артабан һүҙ — халыҡҡа16.09.2016
“Һайлауға тулы әҙерлек менән киләбеҙ. Республикалағы был эш финиш һыҙығына сыҡты”, — тине республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында. Дөйөм алғанда, Хәйҙәр Арыҫлан улы ойоштороу эштәрен ыңғай баһаланы.

— Партияларҙың исемлеге билдәле, кандидаттар тураһында ла халыҡ хәбәрҙар. Артабан һүҙ — һайлаусыларға. Иң мөһиме – һайлауҙар асыҡ һәм ғәҙел үтһен, — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Дәүләт Думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса уҙғарыла: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округ буйынса һайлана. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға алты бер мандатлы округта 47 кандидат теркәлгән. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙарға килгәндә, кандидаттар ике округ — 2-се Инорс һәм 19-сы Нарыш һайлау округтары буйынса күрһәтелгән. Әлеге көндә был округтар буйынса һигеҙ кандидат теркәү үткән. Был көндө шулай уҡ ҡала һәм ауыл Советтары буйынса ла һайлауҙар була. Ҡыҫҡаһы, һәр кемгә тауыш биреү участкаһында бер нисә бюллетень тултырырға тура киләсәк. Уларҙың һаны, ҡала һәм ауыл биләмәләрендәге округтарға ҡарап, икенән алып бишәүгә ҡәҙәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһы халҡы федераль һайлауҙарҙа ғына ҡатнаша. Ә бына баш ҡаланың Калинин ра­йонында теркәлгәндәр биш бюллетень тултырасаҡ.
Әйткәндәй, Берҙәм тауыш биреү көнөндә быйыл тәүге тапҡыр Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк. Бында журналистар өсөн брифингтар, матбуғат конференциялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу, сәйәси партия вәкилдәре, эксперттар, политологтар менән осрашыуҙар ҡаралған.





Вернуться назад