Күмер бөтһә, ҡояш бар16.09.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районына һәм Күмертау ҡалаһына эш сәфәре барышында етештереү һәм инфраструктура объекттарында булды, агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәрен барланы.

Көйөргәҙе районында төбәк етәксеһе Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында булды. Объекттың беренсе сираты былтыр декабрҙә сафҡа индерелгәйне. 2016 – 2017 йылдарҙа икенсе һәм өсөнсө сираттарҙы төҙөү күҙаллана. Артабан электр станцияһы проект ҡеүәтенә сығасаҡ. Инвестицияның дөйөм күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итә.
Рөстәм Хәмитов станцияның эш режимы, йыл миҙгеленә һәм һауа шарттарына бәйле электр энергияһы сығарыу күләме менән ҡыҙыҡһынды.
– Һуңғы ваҡытта электр энергияһына ҡытлыҡ кисерә башланыҡ, айырыуса Сибай, Баймаҡ районы төбәгендә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ермолаевка ауылында республика Башлығы “Лесагротранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Быйыл майҙа бында инерт материалдар һәм таш эшкәртеү буйынса ваҡлау-сортҡа айырыу ҡорамалы файҙаланыуға тапшырылды. Рөстәм Хәмитов сеймалдың сифаты, продукцияны ҡулланыусылар менән ҡыҙыҡһынды, предприятие етәкселеге менән үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе “Роторфлай” йәмғиәтенең Ермолаевка ауылы эргәһендә урынлашҡан осоу-һынау комплексын ҡараны. Ул шулай уҡ конструкторлыҡ бюроһында булды, инженерҙар менән аралашты. Рөстәм Хәмитов башҡарылған эшкә ыңғай баһа бирҙе, яңы машиналар етештереү зарурлығын билдәләне.
Маяҡ ауылында төбәк Башлығы май һығыу заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе. Объект тәүлегенә 1 200 тонна көнбағыш орлоғо эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. 2014 йылдан алып инвестициялар күләме өс миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Күмертауҙа Рөстәм Хәмитов “Күмертау-Арена” боҙ һарайын ҡарап сыҡты. Әле бында төп эштәр башҡарылған. Объекттың дөйөм хаҡы – 315 миллион һум. Эште тамамлау өсөн тағы ла 150 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Арена киләһе йыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Рөстәм Зәки улы ҡала етәкселеге менән башҡа спорт ҡоролмалары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау пландарын, уларҙы финанслау юлдарын тикшерҙе, ҡала һәм район активы менән осрашты.





Вернуться назад