Яҙмыш һынауҙары һындырманы16.09.2016
Яҙмыш һынауҙары һындырманы Мәҡәләләремдә геройҙарымдың биографияһын һис ашатлап үтә алмайым, сөнки ул – геройҙың кеше булып формалашыуы, тормошо, булмышы, йәшәү рәүеше. Әле һеҙҙең менән таныштырасаҡ шәхес – ҡатмарлы тормош юлы үткән, яҙмышына төшкән һынауҙарға бирешмәйенсә маҡсатына ынтылған, яңғыҙы өс баланы тәрбиәләп, уҡытып кеше иткән билдәле яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова.


Әсәһенә ярҙам хаҡына

Ҡыйғы районының Абзай ауылы ҡыҙы Нажиә яҡты хыялдарға ни тиклем генә бай булмаһын, мәктәптә уҡыған сағында киләсәккә юл һайлағанда, яҙыусы һөнәре бер ҙә генә башына килмәгәндер, моғайын.
Әсәһе Ҡәтифәгә, тирә-яҡта уңғанлығы, ярҙамсыллығы менән хөрмәт ҡаҙанһа ла, өс баланы яңғыҙ үҫтереү бик еңел түгел шул. Уҡыу йылы башында мәктәп кәрәк-ярағы алыр өсөн генә лә күпме өҙгөләнә. Ярай әле, ҡыҙҙары тәүфиҡлы, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫеп килә. Өлкәне, Нажиәһе, айырыуса кешелекле, ҡулынан килмәгән эше юҡ: мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, йәшелсә, картуф үҫтереү, утын ярыу, туғандарына йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға өйрәтеү тулыһынса уның иңендә. Ҡәтифә апай үҙе колхоз эшенән бушай алмай. Өлкән ҡыҙын нисек тә юғары уҡыу йортона индереү яғында ул, сөнки “алғы тәгәрмәс” ҡайҙан тәгәрәй, арттағылары ла ошо юлдан китә тигәндәй, апаһына туғандары ла эйәрер ине.
Тик Нажиәнең уйы икенсерәк икән: “Әсәй, мин барыбер юғары белем аласаҡмын, ә әлегә тиҙерәк һөнәрле булып, бер аҙ эшләп алырға кәрәк. Әле үк вузға инһәм, һиңә бик ауырға тура киләсәк”. Ана бит, ниндәй аҡыллы фекер йөрөтә уның өлкәне. Өфөгә һөнәрселек-техник училищеһына китәм, тигәс, фатихаһын биреп, оҙатып ҡала Ҡәтифә апай ҡыҙын. Ҡайтып йөрөүҙәре йыраҡ та бит, ни хәл итәһең, шулай берәм-берәм тыуған ояларын ҡалдырыр инде ҡошсоҡтары.
Ә Нажиә өсөн ҡыҙыҡлы ла, яңы ла тормош башлана. Киләсәктә бөтәһе лә һәйбәт булырына ниндәй үҫмер ышанмаһын инде?! Аҡҡан һыуға ҡарап ихлас теләк теләй ҡыҙыҡай: “Юлдарым уң булһын, матур хыялдарым тормошҡа ашһын, училищела уҡып сығып, аҙаҡ вуз тамамлап, Өфөнөң бейек йорттарында уңайлы фатирҙа татыу, бәхетле ғаилә ҡороп, әсәйемә, туғандарыма ярҙам итеп йәшәргә яҙһын...”
Әлегә ҡыҙыҡай осоп-ҡунып училищела белем ала. Хеҙмәттең ни икәнен белеп үҫкән зирәк уҡыусы, бер йыллыҡ курсты ярты йылда үҙләштереп, үҙаллы эшләй башлай. Эш хаҡын самалап тотоноп, өҫ-башын ҡарарға ла, ауылға бүләк-күстәнәс алып ҡайтыр өсөн дә еткерә.

Һөйгәне менән көтөлмәгән осрашыу

Башҡа хеҙмәт коллективтары менән бергә Нажиәнең иптәштәре лә Бөйөк Октябрь байрамында демонстрацияға сығырға тейеш. Тик ул Зина исемле бүлмәләш ҡыҙы менән бер аҙ һуңға ҡала. Тиҙерәк үҙҙәренекеләрҙе эҙләп табырға ниәтләнеп, ҡойма аша һикерәләр. Һәм... Нажиә оҙон буйлы бер егеттең ҡосағына ғына килеп төшә. Демонстрацияға тәртип һаҡларға сығарылған студент егет, әлбиттә, “күктән килеп төшкән” сибәр ҡыҙҙы башҡаса ҡулдан ысҡындырмай. Дүрт айҙан, 1967 йылдың мартында, сәстәрен сәскә бәйләп тә ҡуялар. Көткән мөхәббәтен ошо тип уйлағандырмы, ҡыҙ, йәғни бөгөнгө Нажиә Заһир ҡыҙы, был осрашыуҙы яҙмыш тип атай.
Студент ятағындағы һис ниндәй уңайлыҡтары булмаған бәләкәй генә бүлмәлә ике ғаилә йәшәп, үҙҙәре ике бәләкәй бала тәрбиәләү ауырлығын, моғайын, үҫкән саҡта уҡ түҙеп, эшләп, ниндәй хәлдә лә киләсәккә оптимизм менән ҡарап өйрәнгән кешеләр генә лайыҡлы кисерә алалыр. Атай кеше вуз тамамлағас, ҡайҙалыр эшкә урынлашып, фатир алып йәшәй башлағас, бөтәһе лә һәйбәт булыр, Алла бирһә, тип өмөт итә улар.
Ғаилә Баймаҡ районының Мерәҫ ауылына килеп урынлаша. Бында инде ҡыҙҙары Ләйсән менән Гөлфиәне апай итеп, улдары Айсыуаҡ тыуа.
Өс бәләкәй баланы ҡарап, өйҙә генә ятыу ҙа бик еңелдән булмаҫ ине йәш әсәгә. Ә уға бер нисә айлыҡ ҡына имсәк балаһын әле уҡырға ла төшмәгән апайҙарына ҡалдырып, мәктәпкә эшкә йөрөргә кәрәк. Ярай әле фатирҙары яҡын. Дәрестәр араһында берәй сәғәт ваҡыт табылһа, йүгереп кенә ҡайтып, кескәй улының йүргәктәрен алмаштырып, балаларҙың тамаҡтарын туйҙырып килергә тырыша. “Шул саҡтағы үҙемдең һәм кескәйҙәремдең хәле иҫкә төшһә, әле лә күҙ йәшемде тыя алмайым”, – ти Нажиә Заһир ҡыҙы.
1976 йылда ғаилә кире Өфөгә ҡайта. Атай кеше – гәзит редакцияһына бүлек мөдире, ә Нажиә Башҡортостан радио комитетына машинистка булып эшкә урынлаша.
Баш ҡала ҡолас йәйеп ҡаршыламай шул: фатир юҡ, прописка юҡ (шулай булғас, балаларҙы дауаханаға урынлаштырып та, балалар учреждениеларына йөрөтөп тә булмай), эштә лә “ҡош хоҡуғы”ндаһың. Аҡса етмәй, балалар өйҙә ҡарауһыҙ ҡала, йәки бер-ике айға ғына булһа ла баҡсаға урынлаштырырға тырышаһың. Унда ла өсөһөн дә түгел.
Ярай әле сослоҡ бар: машинкала баҫырға тиҙ арала өйрәнеп ала Нажиә. Күберәк хаҡ түләнерлек башҡа эштәр хаҡында хыял итерлек тә түгел: кем алһын ҡулында өс кескәй балаһы булған пропискаһыҙ, дипломһыҙ кешене?! Тормошоноң был осоро хаҡында Нажиә Игеҙйәнова минең хаҡта яҙған “Ҡояшлы ғүмер” мәҡәләһендә ошолай тасуирлай: “Балам менән Семен бабайҙың ике яҡтан көпләнеп, уртаһына тупраҡ тултырылған өйөндә, ә Гөлфиә Юнысовалар бер йорттоң подвалында фатирҙа йәшәйбеҙ. Йәй көнө хужалар өйгә яғырға ҡушмай. Йыуылған кейем кипмәй интектерә.
Тышта елләтерлек түгел, ул йылда ямғыр ҙа ямғыр булды! Балалар йүткерә башлағас, бер көндө Гөлфиә менән Ағиҙел йылғаһы буйына киттек. Ташҡындан ҡалған таҡта киҫәктәреме, сытыр-фәләнме, ни осрай – елкәбеҙгә йөкмәп алып ҡайтабыҙ. Зарланыу юҡ, әллә нимәләр һөйләп көлөшәбеҙ әле. Хужалар күрмәгәндәрәк яғырға тырышабыҙ инде мейескә лә. Бындай хәл йәй буйы тиҫтәләрсә тапҡыр ҡабатланды. Маҡсатҡа сат йәбешкән быуын булғанбыҙ ҙа”.
Был урында: “Ә ирҙәрегеҙ ҡайҙа ине һуң?” – тигән һорауға яуап биреп китергә кәрәктер. Ирем Мирас Иҙелбаевты Сибай ҡала­һындағы эшенән ебәрмәгәйнеләр, мин балалар менән алдараҡ киттем, фатирыбыҙҙы ла Өфөлә берәй бүлмәгә алмаштырырға кәрәк ине. Ә Нажиәкәйгә ире менән айырылып, балаларҙы яңғыҙ үҫтерергә тура килде. Йөрәккә ҡан һауҙырырлыҡ хәлдәр сәбәпсе булды был аҙымға барырға. Ҡәләмдәшемдең шул саҡтағы тормошон яҡындан белгәнгә, әле лә тетрәнмәйсә хәтерләп булмай. Хәҙер балаларының атаһы был донъяла юҡ инде, ауыр тупрағы еңел булһын!
Нажиә Заһир ҡыҙы юғалып ҡалманы. Балаларҙы үҫтереп, кеше итеү яуаплылығы, тормошто, кешеләрҙе яратыуы уны әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итте, рухын сыныҡтырҙы.
Тормош үҙе бирә темаларҙы

Юғары белем алыу бәхетенә лә өлгәште йәшлек хыялдарына тоғро була белгән Нажиә. Өс ба­лаһы уҡып йөрөгән БДУ-ға инеп, үҙе лә ситтән тороп фило­логия факультетын тамамланы.
– Күрәсәктәр бер-береһенә оҡшамаған һымаҡ, кешеләр ҙә төрлө: кемдер яҙмыш еле ҡайһы яҡҡа ташлаһа ла, шуға күнә, башын эйә, буйһона, ә бәғзеләр ҡойон-дауылға йән­тәс­лим ҡар­шылыҡ күрһәтә һәм еңә. Мине лә яҙмышым “Һәнәк” журналы редакцияһына алып килде. Яратып, күңел һалып, ихлас эшлә­нем. Нәҡ “Һәнәк”тә эшләгәндә сатира һәм юмор жанрында ҡыҫҡа хикәйәләр яҙа башланым, – ти Нажиә Заһир ҡыҙы.
Был осорҙо мин дә һәйбәт хәтерләйем. Ике редакцияла булһаҡ та, Матбуғат йортоноң бер ҡатында эшләйбеҙ. Көнөнә әллә нисә тапҡыр осрашып торабыҙ, хәл-әхүәл белешеп алабыҙ. Бер көндө Нажиә күҙ­ҙәре осҡонланып, йөҙөн бал­ҡытып минең кабинетҡа килеп инде лә алдыма машинкала баҫылған ҡулъяҙма һалды: “Ҡарап сығып, фекереңде әйт әле”.
– Нимә һуң был?
– Хикәйә яҙҙым. – Нажиә сыңғырлатып көлөп ебәрҙе. – Ниңә үҙең гел генә, һинең яҙыу ҡеүәң бар, фантазияң көслө, тормош тәжрибәң етерлек, ти инең бит. Бына яҙҙым, яҙыусыларҙан иң элек һиңә күрһәтеүем. Ләйсән ҡыҙыма оҡшаны. “Әсәй, һиңә ошондайыраҡ ыҡсым хикә­йәләр яҙырға кәрәк”, – ти.
Ике-өс битлек кенә яҙмаға шунда уҡ күҙ йөрөтөп сыҡтым, һәйбәт, тәжрибәле әҙип яҙғандан ҡайтыш түгел. Мин Нажиәне ҡосаҡлап алдым: “Афарин, булдырғанһың бит. Хәҙер инде туҡтап ҡалма, яҙ ҙа яҙ. Кеше материалдарын журналға әҙерлә­гәндә тәнҡит күҙлегенән ҡарап, анализлап, ҡайһыларына төҙәтмәләр индереп улты­рыуың бушҡа китмәгән икән. Темалар сығанағы ғына ҡоромаһын”. Нажиә айырыуса йәнләнеп китте: “Ә-әй, миндәге темалар көн-төн яҙышҡанда ла бөтөрлөк түгел. Тормош үҙе бирә бит уларҙы...”
– Тәүге әҫәреңде “Башҡортостан ҡы­ҙы”на бирәһеңдер бит?
– Үпкәләмә, дуҫҡай, быныһы – “Һә­нәк”кә. Һеҙгә икенсеһе булыр.
Оҙаҡламай, дөрөҫөрәге, 1980 йылдың мартында “Килен” исемле хикәйәһе “Һәнәк” журналында донъя күрҙе. Шунан һуң республика гәзит-журналдарында, “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарында даими баҫыла башланы өс үҫмер әсәһе булған йәш яҙыусының юмористик һәм сатирик хикәйәләре.

Ғәҙелһеҙлеккә сыҙамағандар сатира
һәм юморға тотона


Жанр һайлауҙа уның хеҙмәт урыны ла әһәмиәткә эйә булғанына шик юҡ. Тик улар бит әле үҙ күңелеңдә ҡайнап, бешеп сығырға тейеш. Был хаҡта ла авторҙың үҙенең фекерен белеү зарурҙыр:
– Яуыздарҙы, ғәйбәтселәрҙе (һанай башлаһаң, яман ғәҙәттәр бик күп) аяуһыҙ фашлаған “Һәнәк” журналында эшләү – яҙмышым бүләге ул, сөнки минең булмышым ғәҙелһеҙлекте күрә алмауҙан туҡыл­ған. Алдашыуҙы, ике йөҙлөлөктө кисерә алмайым. Хоҙай Тәғәлә тәғәйенләгән асылым шундай. “Тишек ҡайҙа – ел шунда, етем ҡайҙа – һүҙ шунда” – йәбер тигәнең дә йышыраҡ тейгәндер. Ғәҙеллек-ғәҙел­һеҙ­лек хаҡында бала саҡтан уйлана тор­ғайным. Бөгөнгө тормошобоҙ ҡапма-ҡар­шы­лыҡтарҙан ғына тора, һәм йәшәйе­шебеҙ сатирала көҙгөләге кеүек сағыла. Көнкүрешебеҙ ниндәй – сатира менән юморыбыҙ ҙа шундай. Нисек йәшәйбеҙ – шулай көләбеҙ. Үҙебеҙҙән үҙебеҙ көләбеҙ...
Сатира ҡыйыулыҡ һәм ғәҙеллек төшөн­сәһен аңлата. Ғәҙелһеҙлеккә сыҙамаған­дар ғына сатира, юморға тотона. Был аҙ әле. Зирәклек, зиһенлек тә кәрәк. Йәнә үткер күҙ ҙә, әсе, тапҡыр тел дә, үҙеңдең фекерең булыу ҙа зарур.
Нажиә Игеҙйәнованың икенсе әҙәби йүнәлеше – ул балалар өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәр. Ысынлап та, үҫкән йортонда өлкән апай булараҡ, аҙаҡтан әсә вазифаһында тәнәйҙәрҙең күңелен, ынтылыштарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын аңлаған әҙибә улар өсөн әҫәрҙәр ижад итмәһә, аңлашылмаҫ ине. Шуға ла яҙыусының был жанрҙа ла уңышлы эшләүе тәбиғи ҡабул ителә. Нажиә Игеҙйәнованың балаларға тәғәйенләнгән “Исемем матур икән” (1993 йыл), “Яҡты хыял” (2004 йыл) тигән китаптары донъя күрҙе. “Һандуғас моң” тигәне әле “Китап” нәшриәтендә сират көтә. Әҙибәнең өлкәндәр өсөн бер-бер артлы донъя күргән “Таныш булайыҡ”, “Көндәш”, “Тәҡдир”, “Йәшәп ҡалырға кәрәк”, “Алтын сылбыр”, “Һуңғы осрашыу” исемле йыйынтыҡтарына ингән хикәйә һәм повестарын да уҡыусылар яратып ҡабул итте.

Әсә йөрәгендә
яңы яралар


Фатир алып, балаларҙы уҡытып, ижад эше менән мәшғүл булып, ҡәҙимге донъя мәшәҡәттәре менән йәшәп ятҡанда, уның ҡәҙерле кешеһе, егәрле, изгелекле әсәкәйе глаукома ауырыуынан тома һуҡыр ҡалды. Тыуған районы Ҡыйғының икенсе ауылдарында йәшәгән һеңлеләренең мал-тыуарлы, күмәк балалы үҙ тормоштары. Нажиә балалары менән кәңәшләшә лә ғәзизен үҙҙәренә алып ҡайта. Ауырып-нитеп китһә лә, табиптар, дауаханалар эҙләп йөрөйһө юҡ, исмаһам, тип уйлай. Етмеш йәштән һикһән алтыға тиклем, ун алты йыл тәрбиәләй изгелекле ҡыҙы ауырыу әсәһен.
Балалар бер-бер артлы вуз тамамлап, диплом ала. Уларға туйға әҙерләнеү, бә­пес ҡаршылау мәшәҡәттәре өҫтәлә. Төпсөк улы Айсыуаҡ та башлы-күҙле булып башҡа сыға. Ҡыҙҙары тыуа. Яратып Айһылыу тип исем ҡушалар. Балаларына ҡарап Нажиә ғорурланып уйлап ҡуя: “Бушҡа үтмәне ғүмерем: ана бит сабый­ҡайҙарым ниндәй аҡыллы, матур, тәүфиҡ­лы булып үҫте. Үҙ-ара ла татыуҙар, бер-береһе, минең өсөн үлә яҙып торалар. Һеҙҙе үҫтергәндә етешмәгән мәлдәр, мәшәҡәттәр күп булһа ла, үҙегеҙ ҙә минең өсөн ниндәй ҙур терәк, ғүмерем йәме, йәшәүем маҡсаты булдығыҙ бит, һөйөк­лөләрем!”
“Күрәсәкте күрмәйенсә, инеп булмай гүрҙәргә” тигәндәй, көтмәгәндә тағы оло ҡайғы ишелеп төшә ғаилә өҫтөнә. “БАЛ” авиакомпанияһында стюард булып эшләгән, шул уҡ ваҡытта йәш стюардтарҙы һәм стюардессаларҙы башҡорт теленән уҡыт­ҡан Айсыуаҡ 2002 йылдың 2 июлендә Гер­манияның Юберлинген ҡалаһы янында шартлаған “Ту-154” самолетының экипажында була һәм фажиғәле үлемгә юлыға. Кешелекле, ғәҙел холоҡло, шиғриәт яратҡан, БДУ-ның биология факультетын тамамлаған ярҙамсыл оптимист егетте яратмаған кеше булмағандыр.
Айсыуаҡ Яҡшыдәүләтовтың һәләк булыуы туғандары, яҡындары, ҡатыны менән ҡыҙы өсөн ғүмерлек ҡайғы булды. Әсә йөрәгенә һарылған хәсрәтте, кисерештәрҙе аңлатырлыҡ үлсәм дә, көс тә юҡ донъяла.
Нажиә ханым улының тормошо, яҙмышы хаҡында уның үлеменә ун дүрт йыл үткәс тә тыныс ҡына һөйләй алмай. Әйткәндәй, әҙибәнең 2004 йылда донъя күргән “Яҡты хыял” исемле китабы улының бала сағын тасуир итә һәм уның яҡты иҫтәлегенә арналған.
Ошо көндәрҙә ғүмер юлының ете тиҫтәһен тултырған әҙибә Нажиә Игеҙ­йәнова, бер нисә йыл элек аяғын ауырттырғандан һуң, мәҙәни сараларға һирәгерәк йөрөһә лә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән өлкән ҡыҙы, кейәүе, балалары килһә, өй тағы ла йәмләнеп, йәнләнеп китә. Ә инде үҙе менән бергә йәшәгән ҡыҙы Гөлфиәнең һәм ейәне Дамирҙың һәр саҡ янында булыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай. Айсыуағының төҫө-емеше булған Айһылыуҙың һау-сәләмәт үҫеп килеүенә лә шатлана күпте кисергән өләсәй. “Бөтә ейән-ейәнсәрҙәрем дә тормошта үҙ юлдарын табып, бәхетле йәшәһендәр инде”, – тип изге теләктәр теләй. Өйҙәге эштәрен бөтөргәс тә, тиҙерәк яҙыу өҫтәленә ашыға әҙибә. Уның уҡыусыларына еткерергә теләгән уй-фекерҙәре, яҙаһы әҫәрҙәре бик күп әле. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нажиә Игеҙйәнованың илһам шишмәләре сылтырап ағып торһон, үҙе һау-сәләмәт булһын!

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Вернуться назад