Аҡыл-зиһендә – бөтмәҫлек ғилем16.09.2016
Аҡыл-зиһендә –  бөтмәҫлек ғилем Заман ағышында революцияға тиклемге осорҙағы милли әҙәбиәтебеҙҙең шәхестәрен барлағанда Сафуан Яҡшығоловтың исемен телгә алыу бушҡа түгел. Әле булһа халҡыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады өйрәнеп бөтөлмәгән, ҡайһы бер осраҡта белергә тейеш булып та белмәгән шәхестәре бихисап. Уйлап ҡараһаң, Сафуан Яҡшығоловтың ҡулъяҙма көндәлектәре бөгөнгәсә баҫылмаған сығанаҡ булыуы ла ихтимал.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты экспедицияһы сафында йөрөгәндә күп мәғлүмәтте Миәкәлә Илсеғол ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Әлфирә Ниғмәтуллина, Факия Илекәева апайҙар­ҙан тупланыҡ. Юл ыңғайы Әбйәлил районынан килен булып төшкән Ғәшүрә апай беҙҙе ауыл китапханаһындағы музейға әйҙәп, урындағы халыҡтың ярҙамы һәм үҙенең тырышлығы менән йыйылған материалдар, Мең ырыуының шәжәрә ағасы (юлдаш, туҡай, һарт, маҙан, йүкә, кәзән, бәкер аралары) менән таныштырҙы.
Иғтибарҙы йәлеп иткән икенсе әйбер сығышы менән ошо яҡтарҙан булған (Яңы Илсеғол – бөткән ауыл) Сафуан Яҡшы­ғоловтың латинса яҙылған ҡулъяҙма көндәлектәре һәм эстәлектәре әле булһа тулыһынса асыҡланмаған иҫке төрки ҡулъяҙмалар һәм боронғо китаптар булғандыр. Был боронғо яҙмалар уларҙы өйрәнгән махсус белгестәр өсөн бай сығанаҡ була алыр ине, моғайын. Ғәшүрә апай үҙе лә ҡулъяҙма һәм китаптарҙың эстәлеген аңларға тырышып ҡараған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арала уларҙы уҡый алған кеше табылманы. Яҙмаларҙы фотоға төшөрөп алдыҡ, улар тупланған башҡа мәғлүмәттәр менән бергә ғилми архивҡа тапшырыласаҡ. Экспедициянан ҡайтҡас, фотоматериалдарҙың береһен Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Павел Сергеевич Прожировҡа күрһәттем. Шуныһы ҡыҙыҡ: фотоға төшө­рөлгән иҫке китаптың 1900 йылда Санкт-Петербургта сыҡҡан һәм Нәҡшбәндиә суфыйсылыҡ тәриҡәте буйынса мәҙрәсә шәкерттәренә тәғәйенләнгән файҙалы мәғлүмәттәр, доғалар йыйынтығы булыуы асыҡланды. Тарихтан билдәле булыуынса, мәҙрәсә шәкерттәре өсөн яҙылған бындай китаптар XVIII-XIX быуаттарҙа Урта Азиянан сауҙагәр-каруандар, ғилем эстәп йөрөгәндәр, дәрүиштәр, хаж ҡылыусылар тарафынан мәҙрәсәләргә алып ҡайтыла һәм үҙ сиратында ҡулдан күсерелеп таратыла. Беҙ ҡулға алған был китап та, һуңғараҡ осорҙа илдә нәшер ителеп, мәҙрәсәләргә ебәрелгән, ҡанлы революция осорон кисереп, кемдеңдер һандыҡ төбөндә һаҡланған изге ҡомартҡы булғандыр, моғайын.
Күп осраҡта юғары уҡыу йорттары студенттарының ғилми эштәрендә бер үк темалар яҡтыртыла һәм улар ике тамсы һыуҙай бер-береһен ҡабатлай. Өйрә­нелмәгән өлкәне һайларға баҙнат итеүселәр бик аҙ. Ниңәлер дүрт-биш йыл уҡыу дәүерендә яҙылған ғилми эштәр ҡайтанан ҡаралып, үҙгәртелеп баҫыуға, ғәҙәти ҡағыҙ буяуға ғына ҡайтып ҡала. Ниңә беҙгә телебеҙ менән бергә әҙәбиә­тебеҙҙе, тормош һәм ижадына тулыһынса байҡау яһалмаған шәхестәребеҙҙең үҙенсәлекле ижадын ҡайтанан асҡан сығанаҡтарҙы яҡшылап өйрәнмәҫкә? Бөгөн милли әҙәбиәтебеҙ йөҙө тип әйткәндә, әҙәбиәт менән бергә әҙәби фәндең үҫешен, юғарыраҡ талаптар ҡуйып, үткәндәрҙә бер үҙгәрешһеҙ ҡала килгән ижади әҫәрҙәрҙең фәнни яҡтан тикшерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк түгелме?..
Илсеғол китапханаһынан сығып ары юлланабыҙ.
Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,
Тора-тора мендем башына,
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған,
Сәлимәкәй ҡаралау ҡашыңа...
тигән һүҙҙәр яңғырай күңелдә. Башҡорт халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе һәм “Йәшел нараттар” тигән йырҙы йырлап ишеттергән Нурия апай Шәрипованы ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәре менән бергә Нарыҫтау ауылындағы йортонда тап иттек. Ниндәйҙер бер халыҡсан моң, үҙенсәлек менән башҡарылды йырҙар, им-томдарҙы, һынамыш-юрамыштарҙы, “Йәшерәм яулыҡ”, “Наза” уйындарын да иҫенә төшөрҙө апай. Ырым-ышаныуҙарға бәйле һәр нәмәнең эйәһе булыуын, Хызыр Ильястың барлығын аңлатты ул. Мәҫәлән, өй эйәһе бала тыуыуы, һыйыр быҙаулауы тураһында еткерә, аҙбар эйәһе мал менән шаяра, һыу эйәһе яҡшы кешегә балыҡ булып, яман кешегә йылан булып күренә, тау-таштың эйәһе лә була икән.
Шуныһы ҡыуаныслы: элек ҡартинәйҙәре әйткәндәрҙең барыһын да ейәнсәрҙәре аҡыл-зиһененә һеңдергән. Уларҙың арпа, сөйәл сыҡҡанда, тел боҙолғанда, күҙ тейгәндә әйткән им-томдарын, ай күргәндә әйтер һамаҡтарын, ырым-ышаныуҙарҙы (тупһаға ултырма, өйҙә һыҙғырма – яманға була), “Айҙағы ҡыҙ” (“Зөһрә ҡыҙ”) әкиәтен, халыҡ уйындарын яҡшы белеүе һоҡ­ландыра. Бына бит ул ейән-ейәнсәрҙәр бәхете – өләсәйҙәр тәрбиәһе менән бала күңеленә һеңдерелгән аҡыл-зиһен күркәм­леге. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һаҡлаған өләсәй, олатай тәрбиә мәктәбенең булыуы бөгөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ошо уҡ ауылдан өй болдоронда улын көтөп ултырған Фәүзиә Искәндәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнованың һөйләгәндәрен тың­лайбыҙ: “…Йәш саҡта сөгөлдөр баҫы­уында эшләнек. Балаларымды ҡәйнәм ҡараны. Бала бер айлыҡ булғас, беҙҙе сөгөлдөргә ҡыуалар. Йәйәү йөрөйбөҙ, тауҙы аша төшөп, ҡайтып сәй эсеп, бала имеҙәбеҙ ҙә тағы китәбеҙ. Һике өҫтөндәге боҫмаҡҡа бәйләйбеҙ ҙә китәбеҙ, элек шулай булды... Ҡәйнәм телдән үҙе бик шәп ине, тиҫбеһен тартып, мөнәжәттәр әйтеп ултыра торғайны, беҙ кереп-сығып йөрөйбөҙ, ул әйткәндәр ҡолаҡҡа салынып ҡала. Мин хәҙер 82 йәштәмен. Ҡәйнәмдән ишеткәндәрҙе үҙем уҡып ултырам, балам, башҡа ошо йәштә беҙгә нимә кәрәк...” Ҡәйнәһенән отоп алғандарын барланы:
Ата хаҡын белдеңме, инә хаҡын
белдеңме,
Күрше күңелен күрҙеңме, күрше хәлен
белдеңме,
Этеп, гүргә ҡуйырҙар, ҡыр(ы)ҡ аҙым
ерҙәр киткәс,
Яуабыңды һорарҙар,
тигәс, ошоға яуап бирәләр:
Раббым – Аллам тиһәмсе, динем –
Ислам тиһәмсе,
Пәйғәмбәрем Мөхәммәткә яуап бирә
белһәмсе.
Аллаһ, Аллаһ, тигән саҡта гүрем эсе
яҡтырһын,
Собханаллаһ, тигән саҡта ожмах
ишеге асылһын.
Эй, Хоҙайым, йәннәт бир,
йәннәтеңдән урын бир,
Әҙер тәҙрә төбөнән урын бир,
Кәүһәр йылғаларынан һыуһын бир.
Оло быуындың күбеһе йәш саҡтарында үҙҙәренең совхозда, оҙон көн буйына сөгөлдөр баҫыуында эшләүҙәрен иҫкә ала. Бәләкәй балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сөгөлдөргә сыға, ауырлы йөрөгәндәр, эштән һуң ҡайтып бала таба торғайнылар тип һөйләй апай-ағинәйҙәр. Ошоға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә иҫтәренә төшә. Нарыҫтауҙан Миңһылыу ағинәй: “Ҡәйнәм йәше лә тулмаған балаһын сәңгелдәккә һалып, баҫыуҙа эшләп йөрөгән, ялға туҡтағанда имеҙеп китер булған. Бер саҡ шулай, ҡояш байығас, эш бөтөп, арып-талып ҡайтырға сығалар. Ҡайтҡас, иптәше баланың ҡайҙалығын һорай икән. Иҫенә төшөп, баҫыу янында сәңгелдәктә йоҡлап ҡалған балаһын барып алғандар”, – тип хәтерләй. Унан ағинәй халыҡ йырҙарын йырлап, бәләкәй балаларға әйтелгән теләк, һамаҡтарҙы ла иҫенә төшөрҙө: “Яҙ көнө бәләкәй балаға ҡоштар тәпәй алып килһен, көҙ көнө ҡоштар тәпәй ҡалдырып китһен, тип теләйҙәр, ә ир баланы һикерткәндә,
Һикертегеҙ, һикертегеҙ
Һикертегеҙ ыланды*.
Һикһән ике йыл йәшәһен дә,
Йөҙөм-еләк ашаһын,
тип әйтә торғайнылар”.
Эпостар, бәйеттәр, уйын ҡоралдары тураһында һорағас, Ғирфан ағай: “Алпамыша”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарын беҙ үҫкән ваҡытта һөйләнеләр. “Саҡ-Суҡ” бәйетен әсәйем һөйләп, йырлап та ебәрә торғайны. Беҙҙә элек ҡумыҙ, тағы аулаҡ өйҙәрҙә шаярып, ҡабаҡ (Миәкә районының икенсе ауылдарында тараҡ уйнау тип әйтәләр) уйнанылар. Ҡабаҡ уйнау тигәнем, сүс тарай торған ҙур тараҡҡа, ҡағыҙ ҡуйып, өрһәң, үҙенсәлекле генә көй сыға. Ҡурайҙа элек бөтөнләйе менән уйнаманылар, ул Бөрйән яҡтарынан килгән уйын ҡоралы, бөрйән ырыуыныҡылар уйнай торғайны”, – тип яуап бирҙе.
Башҡа кешеләрҙән дә бәйеттәр тура­һында һорағас, инәйемдең, ҡарт­инәйем белә торғайны, тип әйтеүен йыш ишетергә тура килде. “Саҡ-Суҡ” бәйетен ололарҙың иҫтәренә төшөрә алмауы, ул бәйеттәрҙе беҙҙән ололар йә боронораҡ әйтә торғайнылар тиеүҙәре борсоуға һалды, әлбиттә.
Шулай ҙа Нарыҫтауҙан Ямаҡаевтарҙың күркәм йортона инеп, “Саҡ-Суҡ” бәйетен яҙып алдыҡ, башҡа бай мәғлүмәттәр ҙә тупланыҡ. Ҡыҙыу эш мәлендә, әлбиттә, кеше өйҙә тормай, йорт хужаһы яҡындағы бесәнлегенән ҡайтҡансы, Юлай ағайҙың ҡатыны Менәүәрә апай инәһенән отоп алған бәйетте йырлап ишеттерҙе:
Бисмиллаһир-рахман-рахим,
тип башлайҙар.
Мәҙрәсәләрҙә быяла ишек,
Саҡ менән Суҡтың тауышын ишет.
Әнкәй ҡарғаны, әткәй белмәне,
Беҙҙең киткәнде бер кем күрмәне...
Үҙ һөйләштәренә хас һүҙҙәр менән, үҙенсәлекле итеп башҡарылды бәйет. Тимәк, урындағыларҙың хәтерендә ныҡ һаҡланмаһа ла, бәйеткә бәйле Саҡ-Суҡтың исеме әле булһа халыҡ телендә йәшәй.
Юлай ағайҙың башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсә­бәт­тәрен, Миәкә районының ауылдар тарихын, заманында ошо төбәккә күсерелгән башҡа халыҡтар тураһында һөйләгәндәре үҙе бер китапҡа торошло. “...Беҙҙең башҡорттар башҡа милләттән ҡыҙ алһа алған, тик үҙ ҡыҙҙарын бүтән халыҡҡа бирмәгән. Нәҫел дауам итеүгә һәм һаҡлауға ныҡ иғтибар иткәндәр...” Был матур йоланы үҙбилдәләнештәренә ихтирамлы ҡәрҙәш ҡаҙаҡ халҡында әле лә осратырға мөмкин.
Ямаҡаевтар күпләп мал, умарта тота. Яңы ғына килен төшөрөп, туй ҙа үткәреп ебәргәндәр. Туй йолаларына бәйле “кейәү ойоғо”, “кейәү келәте” тигән төшөнсәләрҙе ишетергә тура килде. Килен бүләгенән Менәүәрә апай беҙгә лә өлөш сығарҙы.
Туй, ғаилә ҡороуға ҡағылышлы үҙенсәлекле йола ла булған был яҡтарҙа. “Минең ҡартатайым 16 йәшендә 12 йәшлек ҡартинәйемде бүрек менән бәреп алған, – тип һөйләй Күл-Ҡаран ауылынан Маһира апай. – Йәше еткән ҡыҙҙарҙы арҡалары менән бер һыҙыҡҡа баҫтырғандар ҙа бүрек бәргәндәр. Бүрек аяғына тейеп, ҡыҙ сүкмәһә, кейәүгә бирергә әҙер тип һаналған. Олатайым ҡартинәйемде “бүрек менән бәреп алған кәләшем бит ул” тип гел шаярта торғайны”. Бүреккә мылтыҡтан аттырып, кейәү буласаҡ егеттең мәргәнлеген һынағандарын ишеткәнем бар, ә бүрек бәреп ҡыҙ алыу ошо яҡтарға хас боронғо йолаларҙың береһе булыуы мөмкин.
Ғәҙәттә, ауылға исемде шәхес бирә, йә ауылға шәхестең исемен ҡушалар. Ауыл атамаларының килеп сығышы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Илсеғол ауылының барлыҡҡа килеүен XV-XVI быуаттар арауығына һәм, бер вариант буйынса, старшина Илсеғол Таймасов исеменә бәйләйҙәр. Нарыҫтауҙар үҙ атамаларын бөйөк шәхестәр ерләнгән Нарыҫ тауына ла, бик боронғо замандарҙа нарҫ-норҫ итеп йүгергән боландар менән дә бәйләй. Йәнле һөйләштә халыҡ Күл, Ҡаран ауылдары тип һөйләй. Шулай ҙа атамаларҙа Ҡунҡаҫ исеме ҡулланылыуы үҙенсәлекле. Тарихтан башҡорт халҡының Ҡонҡаҫ исемле сәсәне булыуы билдәле.
Ошо ауылдарҙың исеменә бәйле Түләк Ғирфанов үҙ фекерҙәре менән уртаҡ­лашты: “Элекке заманда Ҡунҡаҫ тигән ауыл булған. Ҡунҡаҫтан ун ауыл: Алдар, Балғазы (Әлшәй районы), Күл-Ҡунҡаҫ, Ҡаран-Ҡунҡаҫ, Бикҡол, 2-се Миәкәбаш, Сәтәй-Бөрйән (һуңынан Сәтәй тигән бөр­йән ырыуы кешеһе үҙ исемен биреп ҡал­дыра), Әбеш, Илсеғол ауылының яртыһы, Яңы Ҡунҡаҫ (бөткән ауыл) таралған. Ҡунҡаҫ күле лә бар. Салауат яуы заманында яугирҙәрҙе яуға әйҙәгән Ҡонҡаҫ исемле сәсән булған. Ҡунҡаҫ (Ҡонҡаҫ) атамаһының башҡа райондарҙа осрамауын иҫәпкә алып, мин был Ҡонҡаҫ сәсән беҙҙең яҡтың кешеһе булманымы икән, тип уйлайым”. Шулай ҙа халыҡ араһында Ҡонҡаҫ сәсән тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт биреүсе булманы. Кем ул Ҡонҡаҫ? Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында ошо сәсәнебеҙ хаҡында белеүселәр барҙыр.
Аҡыл-зиһендә – бөтмәҫлек ғилем, тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ. Йыйған сыға­наҡтарҙан күренеүенсә, халыҡ араһында ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән оло быуын кешеләре күп. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар күбе­рәк таҡмаҡтарҙы, халыҡ йырҙарын, һынамыш-юрамыштарҙы, әкиәттәрҙе, Нарыҫтау итәгендәге Изге шишмә-Зыяратлы ҡойо-Сәхәбәләр шишмәһенә бәйле күреп белгәндәрен бәйән итте, бәйет-мөнә­жәттәрҙе, им-том серҙәрен белеү­селәр бар. Ғилми эҙләнеүҙәребеҙҙең башы булған Башҡортостандың Миәкә, Дәүләкән райондары ерлегендә яҙып алынған “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” халыҡ эпостары тексына ҡағылышлы мәғлүмәттәр булманы. Информанттарҙың был юҫыҡта хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән оло быуындарҙың белеүе мөмкин ине тиеүе бер аҙ үкенесле. Шулай ҙа “Иҙеүкәй менән Мораҙым” тарихи эпосына бәйле риүәйәттәрҙе кеше белә, Иҙеүкәй батырҙың тарихи эҙҙәрен һаҡлаған Нарыҫтау итәгендә ҡәберлек барлығын да әйттеләр.
Ауылдарҙағы халыҡтан аҡыл-зиһен хазиналарын йыйып, торған еребеҙгә ҡайтыу юлында мәж килеп үткән көнгә анализ яһайбыҙ. Күпме яңылыҡ, халыҡ хәтерендә һаҡланған ижад өлгөләре, халыҡ аҡылы! Телдән-телгә күсә килгән хәтирәләр йомғағындағы аҫыл ептәр ул халыҡ хәтере.




Вернуться назад