Ҡырғыҙ яланында башҡорт уғы һыҙғыра16.09.2016
Салауат Юлаев шулай тип яҙған бер шиғырында. Ул ваҡыттағы һыбай яу сапҡан, һунар иткән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал көткән башҡорт ир-егетен уҡ-һаҙаҡһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Икһеҙ-сикһеҙ далаларҙы иңләгәндә, ҡарурманлы тау-ташты артылғанда елдәй етеҙ, бөркөттәй үткер күҙле, саҡматаштай көслө ҡуллы булыр кәрәктер...
Ә бөгөнгө көслө зат киләсәк быуындар хәтерендә нисек кәүҙәләнер икән? Замандаштарыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй ҡан тарихын аңына һеңдергән? Әллә, киреһенсә, асылыбыҙға хыянат итеп, барыһын да юғалта барабыҙмы?..
Бүтән ҡәрҙәш халыҡтарҙа – ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡаларҙа – был юҫыҡта хәл нисек тора, улар ҙа замандың аяуһыҙ елдәренә дусар булғанмы?
3 – 8 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда уҙған
II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынында ҡатнашҡан йә иһә уны күҙәтеп барған кеше быға төплө яуап тапҡандыр. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырып ҡарап ҡына хәҡиҡәтте аңлайһың
бит ул...
Ҡырғыҙ яланында башҡорт уғы һыҙғыра Дала ҡылғаны еҫе... Күкшел тауҙар... Улар араһында 800-ҙән ашыу тирмә... Донъяның 60-тан ашыу илен бер майҙанда осраштырған II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре лә ҡатнаша. Милли кейемдәренә ҡарап, уларҙың кемлеген дә таныуы еңел түгелдер, сөнки күсмәнделәрҙең кейемдәре бер-береһенә тартым. Әммә башҡорт еләне, ир-егеттәренең кейемдәренең үҙенсәлеге барыһын да йәлеп итә: берәүҙәр әңгәмә ҡорорға саҡыра, икенселәр “фотоға төшәйек” ти, өсөнсөләр нағыштарҙың үҙенсәлеге менән ҡыҙыҡһына. Хәйер, Ысыҡкүл буйында Солпан-ата ҡалаһында үткән сара хаҡында унда ҡатнашып, милләт йөҙөн күрһәтеп ҡайтҡан “Любизар” хәрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Юлай ҒӘЛИУЛЛИН менән әңгәмә барышында барыһын да тәфсирләп һөйләр.


– Нисек йөрөп ҡайттығыҙ, Юлай? Ниндәй сара ул? Ҡасандан алып ойошторола?
– Арыу йөрөп ҡайттыҡ. Бара алға­ныбыҙға, ҡатнаша алғаныбыҙға шатбыҙ, сөнки Рәсәй уртаһында йәшәһәк тә, беҙ ҙә – күсмәнделәр, беҙҙә лә шул уҡ боронғо яугир, ғәскәри ҡатламы көслө булған милләттең ҡаны аға.
Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары быйыл икенсегә уҙғарылды. Тәүгеһе лә Ҡырғыҙстанда булған. Әгәр Олимпия уйындарында спортсыларҙы төрлө допинг һынауҙары менән ҡаҡшатып, мәғәнәһеҙ, кәрәк-кәрәкмәгән һынауҙар менән йонсотһалар, был сарала этник спорт төрҙәре, киреһенсә, спортсыларҙың тән сәләмәтлеген генә түгел, рухи таҙалығын да пропагандалай үҙенсә. Тәүге сарала ҡатнашыусылар һаны 14 ил тирәһе булһа, быныһында 62 дәүләт үҙ спортсыларын ярыш майҙанына сығарҙы. Этник уйындар халыҡты тамырҙарына ҡайтара. Гло­балләшеү осоронда милләттәрҙең үҙ башланғысына боролоп ҡарап, унан һут алыуы – үҙе үк халыҡты заман афәттәренән һаҡлап ҡалыу сараһы, минеңсә.
– Һеҙҙе махсус саҡырҙылармы? Әллә Республика халыҡ ижады үҙәге йәлеп иттеме?
Ҡырғыҙ яланында башҡорт уғы һыҙғыра– Былтыр был сара ойошторолғанын ишеткәс, “Мәргән уҡсы” фестивален үткәрҙек, иң оҫта уҡсыларҙы һайлап алып, республика етәкселегенә тәҡдим иттек. Әммә Ҡырғыҙстан вәкиле республикабыҙға килеп, Башлыҡ исеменә хат ҡалдырғас та улар май айында уҡ исемлек төҙөп, махсус кейемдәр тектереп, билеттар алған булған икән. Шуға күрә Баймаҡ районы вәкилдәренән тупланған команда “Ылаҡ” ярышында, көрәштә ҡатнашырға әҙерләнһә, беҙ дүрт кеше үҙаллы был сарала ҡатнашырға ғариза ебәреп, Екатеринбург аша юлға сыҡтыҡ. Самолет шунан ғына оса ине. Әммә беҙгә лә аҙмы-күпме ярҙам ҡулы һуҙыусылар булды: “Сәләм” тапшырыуында сығыш яһағанда уҡ бер ҡатын шылтыратып, 15 мең һум аҡса бирәсәген әйтте. Ул тарихсы Венера Моратова апай булып сыҡты. Йәнә лә Люциә исемле ханым да бер ни тиклем ярҙам итте. Рәхмәт уларға. Бына шулай дәртләнешеп, милли кейемдәребеҙҙе алып, уҡ-һаҙаҡтарҙы тейәп, Гөлгөнә Баймырҙина, Артур Батыршин, Рушан Хәсәнов һәм мин Ҡырғыҙстанға юлландыҡ.
– Тағы ла ниндәй ярыштар булды?
– Бөтә ярыш төрҙәре лә, аңлап тороуығыҙса, күсмәнделәрҙең боронғо тарихынан алынған, күптәр бөгөн дә ошо уйындарҙы уйнай. “Ауҙарыш”, “Һөңгө ташлау”, “Ҡаҙаҡса көрәш”, “Ҡырғыҙса көрәш”, “Милли көрәш”, “Көрәш”(көрәштең алты төрө булды), “Мас-рестлинг”, “Бөркөтсөләр”, “Эттәр менән һунар”, “Аттан уҡ атыу”, “Ылаҡ”, “Уҡ атыу”, 80 саҡрымға атта сабыш – спорттың 24 төрөндә таһылдар, маһирҙар, батырҙар көс һынашты. Белеүегеҙсә, “Ҡаҙаҡса көрәш”тә Рөстәм Арыҫланов еңеү яуланы. Яҡташым өсөн сикһеҙ ҡыуандым.
Шунан, беләһегеҙме, ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар “Ылаҡ” ярышына тотош республикалары буйынса һайлаған спортсыларҙы, ә беҙҙән Баймаҡ районының йыйылма командаһы барҙы. Башҡаларҙан айырмалы, беҙҙә был этник спорт төрө тергеҙелә генә. Шул килеш тә егеттәребеҙ һынатманы, нисәмә ил араһында 4-се урынды яуланы.
Ҡырғыҙ яланында башҡорт уғы һыҙғыраТағы ла шуны әйтергә онотоп торам: баймаҡтар үҙҙәренең аттарын алып бара алмаған һәм ҡырғыҙҙарҙан ҡуртымға алып торған. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: таныш түгел, йөрөп өйрәнмәгән аттар сыҡһын әле ярышҡа. Башҡорт егеттәренең ҡандан килгән оҫталығын күрһәтте улар. Минеңсә, был – ҙур ҡаҙаныш! Улар, дәртләнеп, “Ылаҡ”ты үҫтереү ниәте менән ҡайтты Башҡортостанға. Ҡулдарынан килер, булдырырҙар, тип уйлайым. Тик ярыш, күнекмәләр өсөн майҙан да кәрәк бит инде. Уларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылыр, тип өмөт итәйек.
– Беҙҙекеләр ниндәй ярыш төрҙә­рендә ҡатнашты?
– “Көрәш”, “Ылаҡ”, “Уҡ атыу” ярыштарында көс һынаштыҡ. “Уҡ атыу”ҙа әллә ни ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаһаҡ та, артта ла ҡалманыҡ. Беҙҙә был спорт төрө тергеҙелә генә.
“Аттан уҡ атыу” буйынса ярышҡа әҙер егеттәребеҙ бар ине, әммә улар шул финанс сығымы арҡаһында бара алмай ҡалды.
– “Ылаҡ” та “Ылаҡ” тиһең, был ярыш төрө менән таныштырайыҡ әле гәзит уҡыусыларҙы ла...
– “Ылаҡ” – ул атта сабып барғанда кәзәне (алдан эсе тултырылып макет алына) ҡаршы команданың ҡаҙанына илтеп һалырға кәрәк. Әлеге ваҡытта был этник спорт төрө Баймаҡ районында ғына тергеҙелә. “Ылаҡ” – беҙҙең хәрби-тарихи үткәнебеҙгә бәйле спорт төрө. Мәҫәлән, яугир яраланды икән, уны күтәреп кенә алып, әсиргә эләкмәһен тип, атына һалырға тейеш булған ғәскәрҙәше. Хәрби күнекмә инде ул. Элек Башҡортостанда был уйын киң таралған булған, әммә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аттар кәмегәс, үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡҡан.
Бына, мәҫәлән, Ҡырғыҙстанда футбол майҙансыҡтары юҡ, ә “Ылаҡ” яландары һәр ауыл һайын бар, ер тапалып бөткән. Уларҙа, мәҫәлән, туй булһа, әртистәрҙе түгел, ә “Ылаҡ” командаһын саҡыралар. Был рухты күтәрә.
Ҡырғыҙстанда халыҡ үҙенең үткәненән айырылмаған да төҫлө. Әйтәйек, егет ҡаланан “Мерседес”ында ҡайтып төшә лә урманға, тауҙарға атҡа атланып китә. Бөтәһе лә унда һыбай йөрөй. Әбейҙәр, арҡаһына муҡсайын йөкмәп, һыбай үтеп китә. Беҙҙең халыҡҡа ла яңынан атҡа менергә кәрәк.
– Атҡа менһен әле милләтебеҙ, ти­һең инде?
Ҡырғыҙ яланында башҡорт уғы һыҙғыра– Эйе, тап шулай тим, сөнки был – беҙҙең милли үткәнебеҙ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Йылҡы ҡураһы” төҙөтөү хаҡындағы фекерен бик ҡыуанып ҡабул иткәйнем, моғайын, яҡын киләсәктә ул тормошҡа ашыр, тип уйлайым.
Эйе, Башҡортостанда хәҙер һәр ерҙә ҡымыҙ етештерәләр, әммә йылҡы менән менге аты айырыла бит. Беҙгә һыбай йөрөрлөк аттар үрсетергә кәрәк. Ошо рәүешле “Ылаҡ” ярышын да киң йәйел­дереп ебәреп булыр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер ауылдарҙа ат өйрәтерлек кеше лә юҡ бит. “Йылҡы ҡураһы” проекты тормошҡа ашырылһа, этник спорт төрҙәре лә үҫешер, малсылыҡ та киң йәйелер ине.
– “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Павел Воляның Әлшәй районында эшләгән селфиһы киң популярлыҡ менән файҙалана. Унда ауыл егете малдарҙы мотоциклда көтә...
– Эйе, күрҙем мин уны. Башҡортостан кейәүе өсөн был ҡыҙыҡлы күренеш булғандыр, әммә ул бит ат менгән көтөү­селәр юҡлығы хаҡында ла һөйләй. Ә бит Әлшәй – күпләп ҡымыҙ етештергән, йылҡы үрсеткән райондарҙың береһе. Тарихтан да беләбеҙ: унда Л. Толстой, А. Че­хов, М. Цве­таева кеүек яҙыусылар ҡымыҙ эсер өсөн килгән. Ҡулдан килмәгәнде етештереп интегергә кәрәкмәй, борондан ата-бабаларыбыҙ шөғөлләнгән кәсептәрҙе кире ҡайтарырға кәрәк. Малсылыҡта ла иң отошлоһо – ул йылҡысылыҡ, сөнки бер-ике йыл эсендә килем бирә. Быны зоотехниктар, белгестәр фекеренә таянып әйтәм. 100 проценттың 80-е үрсей. Биш баш һыйыр аҫрау малсылыҡ түгел ул. Беҙгә республикабыҙҙа йылҡы үрсетеүҙе киң йәйелдереү зарур. Был – заман талабы. Ошо рәүешле күпме халыҡты эш менән тәьмин итеп булыр, шул уҡ ваҡытта этник спорт төрҙәре үҫешенә лә ул ыңғай йоғонто яһар ине. Атлы башҡортобоҙ тора бит гербта, ана шуға ынтылырға кәрәк бар булмышыбыҙ менән.
– Башҡорттарҙы беләләрме?
– Белмәйҙәр, тиергә лә була. “Кемдәр һеҙ? Ҡайҙанһығыҙ?” – тигәндәр ҙә булды. Бигерәк тә милли кейемебеҙ иғтибарҙы йә­леп иткәс, килеп танышыусылар күп булды, ҡайһы бер төбәктәр үҙҙәренә ярыштарға саҡырҙы. Венгр ғалимы, антрополог, генетик Андрош Бирош күсмә халыҡтарҙың Венгрияла үтәсәк хәрби уйындарына өндәште. Ул, башҡаларҙан айырмалы, башҡорттарҙы белә, тарих менән ҡыҙыҡ­һына. Хатта Өфө ғалимы менән баш­ҡорттар һәм венгрҙар хаҡында китап яҙырға ла йыйынған булған улар, әммә, коллегаһы (күренекле ғалим Ринат Йосопов. – Ред.) вафат булыу сәбәпле, ҡулъяҙмалар юғал­ған. Бик үкенесле хәл уныһы. Әммә ул баш­ҡорт-венгр мөнәсәбәттәрен тергеҙеү яғында.
Күсмәнделәрҙең уйындары Ҡырғыҙстан менән генә сикләнмәй бит. Улар Кореяла, Төркиәлә, Польшала һәм башҡа дәү­ләттәрҙә үтә. Шуға күрә беҙгә ул ярыштарға әҙерләнер өсөн мәктәп булдырыу мөһим. Донъя кимәлендә этник спорт төрҙәре үҫтерелә. Һәр кем үҙенең килеп сығышы менән ҡыҙыҡһына. Уларҙа хатта үҙеңдең халҡыңа ғына хас милли уйын төрөн күрһәтеп тә ҡатнашырға була.
– Этник мәҙәниәт, тинең. Уны беҙ дөрөҫ аңлай­быҙмы?
– Минеңсә, юҡ. Сөнки мәҙәниәт тигәндә күптәр йыр, бейеү, һынлы сәнғәт төрҙәрен күҙ алдына килтерә. Уҡ-һаҙаҡ та, йүгән дә, эйәр ҙә – ул мәҙәниәт. Бишбармаҡ бешерәһең, ул да этник мәҙәниәт төрө. Тирмә ҡораһың икән – ул да этника. Әйткәндәй, Ҡырғыҙстандың 800 тирмәһенең бөтәһе лә ысын тирмәләр ине, брезенттан түгел. Беҙ үҙебеҙҙәге дерматин тирмәләргә инеп, пластик һауыттарҙан ҡымыҙ эсәбеҙ ҙә, этник мөхиткә сумдыҡ, тип уйлайбыҙ. Улай түгел. Этник мәҙәниәт ул һәр ҡалаҡ, балаҫ, кейеҙ биҙәлешендә сағылырға тейеш.
– Кешеләр унда ниндәй? Ҡунаҡ ҡабул итеү бармы?
– Халыҡ милли йолаларын тотоп йәшәй. Һәр ерҙә милли аш-һыу бешеп ултыра, милли сувенирҙар һатыла. Әммә ҡунаҡсыллыҡҡа килгәндә, моғайын, башҡорттарға еткән халыҡ юҡтыр. Күпме ерҙә тирмә күрҙек, ҡырғыҙҙар менән аралаштыҡ, әммә береһе лә үҙҙәренә саҡырып, бер йотом һыу ҙа эсермәне. “Ҡайһылай кейемегеҙ матур”, – тип беҙҙең янға килеп фотоға төшәләр йә тирмәләре эргәһендә аралашалар ҙа артабан китеп тә баралар. Беҙҙә булһа, халыҡ ҡунаҡты, ситтән килгән кешене алып инеп һыйларға, күңелен күрергә тырышыр ине, ә унда беҙҙәге кеүек киң күңеллелек юҡ.
– Маҡтанырлыҡ урындары булманымы ни?
– Булды, ниңә булмаһын, ти. Ҡырғыҙстан йыйылма командаһы алдына ил Президенты Алмасбәк Атамбаев сыҡты ла, әләмдәрен күтәреп, уларҙы эйәртеп алып китте, арттарынан халыҡтың аҡһаҡалдары атлай. Бөтәһе лә милли кейемдә. Шул уҡ ваҡытта ил башлығы бөтә күрше төбәктәргә, башлыҡтарға сараны ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен әйтте.
Сарала бик күп илдәрҙең башлыҡтары ҡатнашырға тейеш ине, әммә Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов вафат булыу сәбәпле, күптәр шунда йөрөп ҡалды. Ә бына ҡырғыҙҙарҙың етәксеһенең милли уйындарға, этник мәҙәниәткә мөнәсәбәте тәрән һоҡланыу, улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Шунан йәлеп ителгән ирекмәндәр араһында ҙур конкурс булған. Ҡырғыҙ йәштәре ҡытай, инглиз, корея, француз, немец телен яҡшы белә. Ун һигеҙ мең ғариза яҙған кешенең биш йөҙө генә һайлап алынған. Улар өсөн был сарала ҡатнашыу – ҙур мәртәбә.
– Юлай, беҙ – Европа менән Азия осрашҡан төбәктә йәшәгән күсмәнделәр. Үҙебеҙ әҙербеҙме ошондай саралар уҙғарыуға?
– Әле әҙер түгелбеҙ, әлбиттә. Әммә эште бөгөндән башларға кәрәк. Беренсенән, Башҡортостанда туристарҙы йәлеп итеү өсөн тәбиғәт шарттары иҫ киткес шәп, был да бик мөһим.
Икенсенән, беҙҙең халыҡ-ара кимәлдәге аэропортыбыҙ бар, донъяның ҡайһы мөйөшөнән дә килеп етергә була. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты ғына ла күрһәтте ул мөмкинлекте.
Өсөнсөнән, ҡайһы этник спорт төрөн алһаң да, уларҙың һәр береһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙа ла булған. Мәҫәлән, мин бер ҡаҙаҡ ағайы менән таныштым. Бахыт Ҡарнаҡбаев ул, Бөтә донъя бөркөтсөләр йәмғиәте ағзаһы. Әйткәндәй, бөркөтсө булараҡ, ул Вилдан Хәсәновты яҡшы белә. Яҡташыбыҙ ошо сараға саҡырылған да булған, әммә йорто янып, ҡаза күргән замандашыбыҙ күсмәнделәр уйындарында ҡатнаша алманы.
Бына шул ҡаҙаҡ Бахыт әйтеүенсә, борон-борондан императорҙарҙы бөркөттәр менән башҡорттар тәьмин иткән. Ысынлап та, быны тарихи һүрәттәр ҙә раҫлай бит. Батша йортонан ул бөркөттәр Тбилисиға оҙатылған, ә инде унан Ғәрәбстанға, Ғосман төрөктәренә ебәрелгән. Бөркөтсөләрҙе үҫтерергә кәрәк.
Ат өйрәтергә теләйбеҙ икән, белгесебеҙ юҡ түгел: Ғафури районынан Фәррәх ағай Фәтҡетдиновты йәлеп итергә була был эшкә. Тағы ла беҙ белмәгән кешеләр табылыр ине. Уҡ-һаҙаҡ эшләүселәребеҙ ҙә юҡ һымаҡ, әммә Миәкә районында йәшәгән Ғәлинур ағай Зарипов тирмә эшләү менән генә түгел, ә ян етештереү менән дә шөғөлләнә.
Йәнә лә этник туризм тип күп һөйләйҙәр, әммә ул ҡырағай туризмға әйләнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Әгәр ошо рәүешле барһаҡ, тәбиғәтебеҙҙе тапатып бөтәсәкбеҙ. Этнотуризмды мин ошо төбәккә килгән кеше бындағы халыҡтың милли ашын ашап, тирмәһендә йәшәп, халыҡ уйындарын ҡарап китеүҙә күрәм. Былар барыһы ла бер-береһенә бәйле. Мәҫәлән, тыуған көнөн дә үҙебеҙҙең йолаларға ярашлы этноауылда, Өфөнән ситтә үткәрергә теләүселәр күп. Йәйләүҙәр ҡороп, сит ил туристарының иғтибарын йәлеп итергә кәрәк. Бында килеп түкһен улар аҡсаһын.
Бөгөндән эшкә тотоноп, ике йылға бер ойошторолған Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының бишенсеһен үҙебеҙҙә үткәрһәк ине ул.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад