Мәҙәни үҙәккә әйләнер16.09.2016
Мәҙәни үҙәккә әйләнер Силәбе ҡалаһы 280 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә үҙәк урамдарҙың береһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылдарҙағы рус армияһының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асылыуы ҙур мәғәнәгә эйә.


Һәйкәл асыу башланғысы менән баш­ҡорт старшинаһы Аҫылғужа Бакировтың дүртенсе быуын ейәне Рафаил Рәшит улы сыға. Уның тәҡдимен хуплайҙар. Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский һәм Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамы менән был ниәт тормошҡа ашты.
Тарихи документтарҙағы мәғлүмәткә ярашлы, 1812 йылғы Ватан һуғышына ебәреү өсөн Силәбе өлкәһендә туғыҙ башҡорт һәм бер мишәр, дүрт Ырымбур казактары полкы төҙөлә. Яугирҙәрҙең батырлыҡтарын һүрәтләгән яҙма материалдар бихисап. Тап ошондай саралар аша улар хаҡында йәш быуынға еткереү мөҡәддәс бурысыбыҙ тип билдәләне тантанаға йыйылыусылар.
Башҡортостанда әүҙем эшләгән "Любизар" 1-се Башҡорт атлы полкы" ("Төньяҡ амурҙары") хәрби-тарихи клубы ағзалары башҡорт батырҙарының таҫыллығын сағылдырған күнекмәләр күрһәтте.
Силәбеләге был һәйкәл төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең төп мәҙәни үҙәгенә әйләнер әле.








Вернуться назад