Ихатаһы музей кеүек14.09.2016
Ихатаһы музей кеүек Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ныҡлы шәхси хужалыҡтарҙан фермерҙар үҫтерергә кәрәк тигән бурыс билдәләгәйне. Шөкөр, Башҡортостандың күп кенә төбәктәрендә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы эшмәкәрлек алып бара, күрһәткестәре лә ҡыуандырырлыҡ, уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Федераль һәм республика кимәлендәге төрлө программалар һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, әлбиттә.

Йәрмәкәй районының Ҡолбай ауылынан Фәнүр Мифтахов, Камчаткала “Океанрыбфлот” базаһында 15 йыл моряк һәм балыҡсы булып хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә урмансы була, аҙаҡ төрлө эштәрҙә йөрөй. Хатта баҙарҙа кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һатырға ла, еңел автомобилдәр менән сауҙа итергә лә тура килә. Бер осор Себер тарафтарына сығып китергә лә уйлай. Әммә күңеленә оҡшаған һөнәрҙе лә, шөғөлдө лә һис таба алмай. Шуға ла “мал

аҫрап, ерҙә эшләргә кәрәк” тигән уй егеттең башынан сыҡмай. Ул донъяның ниндәй генә төбәгендә булмай: Японияла, Яңы Зеландияла, Аляскала, Америка Ҡушма Штаттарында, Сингапурҙа, Канадала һәм башҡа бик күп илдәрҙе гиҙеп сыға. “Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Башҡортостан барыбер яҡын һәм ҡәҙерле. Сит тарафтарҙа ҡалырға ла мөмкинлек бар ине, әммә тәүләп тәпәй баҫҡан ерҙәр һәр саҡ саҡырып торғандай тойолдо”, – ти Фәнүр.

Республика Хөкүмәте тарафынан үҙ эшен асыусыларға, фермер хужалыҡтары ойоштороусыларға матди ярҙам бүленеүен ишетеп, Фәнүр Талип улы үҙен ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарарға уйлай һәм 2000 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға йөрьәт итә.

Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, техниканы биш бармағындай белгәс, уға эш башлап китеүе ауырға төшмәй. Туғандары ла, дуҫтары ла теләгенә ҡаршы килмәй, ярҙамдарынан өҙмәй. Шәхси ихатаһындағы малына ҡушып, тағы ла һыйыр малы, техника һатып ала. Ауыл халҡының пай ерҙәрен дә ҡуртымға алып, иген үҫтерә. Бөгөн фермерҙың ихатаһында – 150 баш йылҡы, 100-гә яҡын һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 40-ы – һауын һыйыры. Ишле малға ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләү өсөн ике мең гектарҙан ашыу ере лә бар. Яҙ көнө күп йыллыҡ үләндәр, бойҙай, һоло, арпа, көнбағыш, ҡарабойҙай, суданка үләне сәскән.

– Әлбиттә, мине тыуған яғымда бер кем дә ҡолас ташлап ҡаршы алманы, аҡсалы эш тә тәҡдим итмәне. Шуға ла яңы кәсепкә ҙур ихласлыҡ менән тотондом, алдынғы хужалыҡтарға барып, тәжрибә тупланым, уларҙың эшмәкәрлеген өйрәндем, – ти фермер.

Ауыл хужалығы буйынса махсус белеме булмаған егеттең эште алып китеренә тәүҙә ауылдаштары, билдәле, шикләнеп ҡарай. Әммә намыҫлы фермер үҙенең тырышлығы, булдыҡлылығы менән урындағы халыҡтың ышанысын яулауға өлгәшә. Үҙенән байтаҡ өлкән һәм тәжрибәле хужалыҡ етәкселәрен хайран ҡалдырып, йылдан-йыл хужалығын үҫтерә бара, бер нисә ауылдашын эш менән тәьмин итеп, башҡа тармаҡтарҙы үҙләштерә. Бөгөн Фәнүр Талип улын аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе тип һис икеләнеүһеҙ атарға мөмкин.

2015 йылда Фәнүр Талип улы аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшә һәм был сумма тотошлайы менән хужалыҡты үҫтереүгә тотонола – яңы техника, һөтсөлөк фермалары өсөн заманса ҡорамалдар, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы, яғыулыҡ-майлау материалдары, элиталы орлоҡ һатып ала.

Бөгөн фермер көнөнә 500 литр һөт һауып, әҙер продукцияны Бәләбәй һөт комбинатына оҙата. Килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, хужалыҡтың башҡа кәрәк-ярағына тотонола. Әйткәндәй, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға ла бесән-һаламы бүленә, теләүселәргә эш хаҡы иҫәбенә мал да бирелә.

– Халыҡ беҙҙә уңған, эш һөйөүсән, уларҙың тырышлығы менән генә юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин, – ти Фәнүр Талип улы.

Фәнүрҙең ихатаһы совет осорондағы ауыл хужалығы техникаһы музейын хәтерләтә. Бында ниндәй генә “тимер ат” юҡ – “ДТ-75”, “МТЗ” һәм башҡалар. Шуныһы ҡыуаныслы: сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһы менән бер рәттән иҫке техника ла бында яраҡһыҙ ултырмай. Оҫта ҡуллы егеттәр уларҙы ремонтлап, эшкә егә.

Ҡатыны Гөлнара – Фәнүрҙең яҡын ярҙамсыһы ла, кәңәшсеһе лә. Хәләле лә үҙ эшен булдырып, ауылда ике магазин тота, ауылдаштарын сифатлы һәм арзан хаҡҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. “Ярай әле Мифтаховтар бар, беҙҙе эшле, кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, рәхмәт инде”, – ти ауыл халҡы. Балалары ла буш ваҡыттарында ата-әсәһенә ныҡлы ярҙамсы, Себерҙә эшләгән оло улдары Линар ғаиләһе менән оҙайлы ял осоронда ауылға ҡайтып, баҫыу эштәрендә ярҙам итә. Берҙән-бер ҡыҙҙары Эльнара – Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты, ә төпсөктәре Ильнар Йәрмәкәй һөнәрселек училищеһында белем ала. “Башлаған эшемде улдарыма

ҡалдырырға уйлайым, шуға ла бөгөндән уларҙы ауыл хужалығы өлкәһенә ылыҡтырам да инде”, – ти Фәнүр Мифтахов.

Бәләкәй сағынан милли көрәш менән шөғөлләнгән егет район һабантуйҙарында ла көсөн һынап ҡарарға ваҡыт таба. Әйткәндәй, әле лә йәштәргә бил бирмәй ул. Шуныһы һөйөнөслө: ауыл малайҙарын да милли көрәш серҙәренә өйрәтергә ваҡытын йәлләмәй. Бының өсөн үҙ йортоноң подвалында бәләкәй генә спорт залы булдырып, спорт кәрәк-яраҡтары һатып алған. Бынан тыш ҡыш көнө балалар Фәнүр ағайҙары төҙөп биргән хоккей ҡабында рәхәтләнеп хоккей уйнай.

Фәнүр Мифтахов – ауылдың ныҡлы таянысы, ауыл биләмәһе хакимиәтенең ышаныслы ярҙамсыһы.






Вернуться назад