Өфөнән Нәркәс Юлдашева “ТНТ-ла бейеү” телепроектында кастинг үтте. “Guzal-Dance“ коллективы солисы әсәһе Гүзәл Исламғолова-Юлдашева ҡуйған “Хан ҡыҙы” бейеүен башҡарҙы. Атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев иһә ҡыҙының сығышын музыкаль йәһәттән биҙәне. Нәркәстең сағыу милли кейеме, ҡурай моңо сығышҡа үҙенсәлекле колорит өҫтәне.
– Проект ойошторолғас та унда ҡатнашыу теләге тыуҙы. Башҡорт мәҙәниәтенең байлығын, матурлығын күрһәткем, нәҡ милли бейеү менән сығыш яһағым килде, – тине Нәркәс. – Ойоштороусылар әйтеүенсә, әлегә тиклем бындай сығышты күргәндәре булмаған.
Проекттың баһалама комиссияһына Рәсәйҙең танылған хореографтары Егор Дружинин, Мигель, актер Сергей Светлаков һәм Америка хореографы, “Шаг вперед” фильмын ҡуйыусы Филипп Пакман инә.