Ер шарында бөтә донъяға йоғонтоһо булған ваҡиғалар булып тора. Әйтәйек, ай башында Владивосток ҡалаһында үткән II Көнсығыш иҡтисад форумының әһәмиәте лә илебеҙ өсөн бик мөһим. Нисек тиһегеҙме? Нәҡ ошо сара һумдың долларға ҡарата бер аҙ нығый башлауына сәбәп булды.Инвестиция компаниялары һәм банк аналитиктары күҙаллауынса, көҙҙөң беренсе аҙнаһы Рәсәй валютаһы өсөн ярайһы яҡшы башланған. Сентябрҙә һумдың нығыныуына тулы ышаныс бар, ти эксперттар.
Бының өсөн бер нисә фактор яуаплы. Беренсеһе – нефткә хаҡтың артыуы. Үткән аҙна башында Brent нефть маркаһының барреле 46,8 доллар кимәлендә һатыла ине. Ваҡытында нефть сығарған илдәрҙең баррель 25—30 доллар буласаҡ тигән күҙаллауҙарын да хәҙер берәү ҙә иҫкә төшөрмәй. Ә бит Рәсәй бюджеты тотороҡло булһын өсөн баррель 3-3,2 мең һум тирәһе торорға тейеш.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Сәғүд Ғәрәбстаны менән дипломатик һөйләшеүе лә эҙемтәһеҙ үтмәне. Һуңғылар нефть сығарыу кимәлен бер аҙ туҡтатып тороу тураһында килеште.
Икенсеһе – иҡтисадтың тотороҡланыуы. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре фаразлауынса, эске тулайым продукттың яҙын 0,1-0,2 процентҡа түбәнәйеүенән һуң көҙ уның күләме ул тиклем булмаһа ла, үҫә аласаҡ.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, май-июнь айҙарында илдә бөтә сәнәғәт продукцияһының сығарылышы 0,3 процентҡа үҫкән, былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк.
Әлбиттә, бының бөтәһе лә бер нисек тә стагнацияларҙы инҡар итмәй, әммә иң ҡыйын ваҡыттар артта ҡалды тигән фараз йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Илебеҙ үҫеш юлынан бара, ә Рәсәй валютаһына инвесторҙар араһында ышаныс арта.
Өсөнсө сәбәп — Дәүләт Думаһына һайлауҙар. Дөрөҫөрәге, был процестағы асыҡлыҡ. Эксперттар әйтеүенсә, Хөкүмәт етәкселегенең “тылсымсы” Чуров урынына Элла Памфилованың тәғәйенләнеүе халыҡ араһында ғына түгел, инвесторҙарҙың да Рәсәйгә ҡарата ышанысын уятҡан.
Дүртенсе фактор – Евросоюз илдәре менән араларҙы ҡабаттан яҡынайтыу. Ҡайһы бер Европа илдәренең Рәсәйгә ҡарата булған санкцияларынан баш тартыуы һәм мөнәсәбәттәрҙе элекке хәлгә ҡайтарыу тураһында сығыш яһауҙары быны иҫбатлай. Шулай итеп, августа һумдың түбәнәйеүен көткән эксперттарҙың фаразлауы бер ҙә аҡланманы.
Бөгөн һум долларға ҡарата — 64,38, евроға ҡарата — 72,40 һум. Brent нефть маркаһының бер барреле 3088,22 һум тәшкил итә.