“Өфө-II ҡаласығы” археология ҡомартҡыһында Көньяҡ Уралда тиңе булмаған күләмле фортификация ҡоролмаһы тикшерелде. “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡаласыҡтағы ҡәлғә соҡороноң үҙенсәлектәре асыҡланды. Мәғлүмәттәргә ярашлы, соҡорҙоң киңлеге – 25 метр самаһы, тәрәнлеге – 4,5 метр. Иң ҡыҙыҡлы табыштар – ике бронза таралғы (IV–V быуаттар), көмөш алҡа (VI–VII быуаттар) һәм салтово-маяцк мәҙәниәтенә ҡараған керамика фрагменттары (VIII быуат уртаһы – Х быуат башы). Шулай уҡ бында бахмутин, турбаҫлы һәм кушнаренко археологик мәғәниәттәренә ингән бик күп керамика өлөштәре, хайуандарҙың (шул иҫәптән дөйә) һөйәктәре, балсыҡтан һәм һөйәктән яһалған әйберҙәр табылған.
Материал Рәсәй һәм сит ил тикшеренеүселәрендә ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Быйыл июлдә Будапештағы Петер Пазмань исемендәге Католик университеты менән Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы араһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Күптән түгел “Өфө-II ҡаласығы” археология ҡомартҡыһына Венгрия археологтары килде.
Музей-ҡурсаулыҡ археологтары ҡаҙыу эштәре барышында табылған материалдарҙы ентекле өйрәнергә, урта быуаттарҙағы биләмә халҡының көнкүреше тураһында мәғлүмәт тупларға ниәтләй. Үҙенсәлекле табыштар археология коллекцияһын байытасаҡ. Артефакттар иһә күргәҙмәләргә ҡуйыласаҡ.