Быйыл “Өсөнсө быуын өсөн халыҡ университеты”нда шөғөлләнеүселәрҙе яңы программалар көтә. Был хаҡта республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һәм үҫешенә арналған семинар-кәңәшмәлә билдәле булды.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры, социаль проекттар кураторы Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, иң элек дәрестәр исемлеген киңәйтеү күҙаллана. Әле өлкән йәштәгеләр өсөн дүрт төрлө йүнәлештә белем алыу мөмкинлеге бар. Бик теләп компьютерҙа эшләргә өйрәнәләр. Инглиз телен үҙләштереүселәр ҙә байтаҡ. Олоғая барған ағай-апайҙар өсөн ғаилә психологияһы нигеҙҙәре менән танышыуҙың да көнүҙәк булыуын яҡшы аңлайҙар. Дауалау физкультураһы менән дә ҡыҙыҡһыналар.
Әммә хоҡуҡтарын ныҡлы белмәү, үҙҙәрен яҡлай алмау сәбәпле, хаҡлы ялдағылар йыш ҡына ауыр һәм сетерекле хәлдәргә лә тарый. Көндән-көн үҙгәрә барған донъяла һәм заманса технологиялар киң ҡулланылған осорҙа финанс мәсьәләһендә алданыуҙары ла сер түгел. Шуларҙы иҫәпкә алып, финанс һәм хоҡуҡи белемдәрен арттырыу буйынса ла курс өҫтәмәкселәр. Шулай уҡ баҡсасылыҡ серҙәренә лә төшөндөрмәкселәр. Әйткәндәй, ошо йүнәлеш буйынса Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары программа эшләгән. Дәрестәрҙе республиканың юғары уҡыу йорттары белгестәре үткәрәсәк.
Былтыр 16 мең 200-ҙән ашыу пенсионер яңы проект сараларынан файҙаланған. Халыҡ университетының 60-лап филиалы бар. Әммә Р. Әхмәҙинуров әйтеүенсә, ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа улар исем өсөн генә эшләй, пенсионерҙар йәшәгән төбәктәрендә өҫтәмә уҡыу мөмкинлегенән файҙалана алмай.
“Был проект белем биреүҙән генә тормай, ә социаль әһәмиәткә лә эйә. Шуға күрә программаның барлыҡ урында ла тейешенсә тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Хәҙер баш ҡала халыҡ университеты булдырыла, ул Өфө буйынса уҡытыуҙы ойоштороуҙың берҙәм үҙәге буласаҡ”, — ти проекттар кураторы.
Күптән түгел 200-гә яҡын пенсионер һәм инвалид өсөн Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторолдо. Бындай иҫтәлекле сәфәрҙе уларға Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы бүләк итте. Дәүләкән, Бөрө, Иглин һәм Ҡалтасы райондары пенсионерҙары өсөн ысын мәғәнәһендә хәтерҙәрендә уйылып ҡалырлыҡ сағыу бер көн булды ул. Күптәренең йәшлек эҙҙәре баш ҡалала ҡалған, ҡайһыларының тормош юлдары ошонда башланған. Ғөмүмән, һуңғы осорҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәргән Өфө һәр береһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Экскурсия барышында ҡаланың иҫтәлекле урындарын күреү, театр тамашаларын ҡарау уларҙы яңынан йәшлек йылдарына алып ҡайтты, күңелдәрен йылы тәьҫораттар менән байытты.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА