Үҫеш юлындағы ҡалалар13.09.2016
Үҫеш юлындағы ҡалалар Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ял көндәрендә эш сәфәре менән Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында булды.

Нефтекамала “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә сығарыл­ған техника өлгөләре менән таныш­ҡандан һуң республика етәксеһе “Торос” хоккей клубының Боҙ һара­йын ҡараны, Ҡала көнөнә ар­налған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Нефтекама автозаводы үҙбушат­ҡыс автомобилдәр, цистерналар, тағылма арбалар, пассажир һәм вахта автобустары, ауыл хужалығы техникаһы һәм уларға запас частар етештерә. Ҡаланың эшкә яраҡлы халҡының һигеҙ проценты тир түккән завод урындағы бюджеттың 10 про­центҡа яҡынын тулыландыра. Йәмғиәттең быйылғы ете айҙа ҡулланыусыларға оҙатҡан про­дукция­һының хаҡы 5,5 миллиард һумға етә яҙған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 36 процентҡа күберәк.
Үҫеш юлындағы ҡалалар– Былтырғы менән сағыштыр­ғанда үҫеш шаҡтай ҙур, – тип бил­дәләне Рөстәм Хәмитов “НефАЗ”да сығарылған техника өлгөләре менән танышҡандан һуң. – Предприятие яҡшы эшләй, йыһаз-ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм моделдәр рәтен киңәйтеүгә бында йыл һайын 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Бөгөн яңы машиналар етештереүҙе йәйелдереү өсөн өҫтәмә эшселәр йәлеп итеү хаҡында һүҙ бара.
Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы “Торос” хоккей клубының 2000 тамашасыға иҫәпләнгән Боҙ һарайында булды, уның бәләкәй һәм ҙур ареналары, 300 урынлыҡ ябыҡ күнекмә майҙансығы, спорт комплексы һәм физиотерапия үҙәге менән танышты.
– Спортты үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә ҡалала ҙур иғтибар бүленә. Нефтекама вәкилдәре волейбол, гандбол, самбо, еңел атлетика, бобслей, скелетон буйынса йыл да юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Һәм, әлбиттә, хоккейҙа. Юғары лиганың иң юғары бүләге – Братина кубогын өс тапҡыр яулаған “Торос” командаһы республика хоккейының еңеүле традицияларын лайыҡлы дауам итә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Быйыл урындағы эшҡыуарҙар ярҙамы менән ҡалала яһалма япмалы футбол майҙансығы сафҡа ингән. Был – бизнестың социаль яуаплылығының яҡшы өлгөһө.
Спорттың матди базаһын нығы­тыу бурыстарына туҡталып, төбәк Башлығы ҡаланың 1981 йылда төҙөлгән “Торос” стадионын яңыр­тыуҙы Башҡортостан Республика­һының 100 йыллығына әҙерләнеү программаһына индереү кәрәклеген айырып билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, Ҡала көнөнә арналған байрам концертында булып, Нефтекаманың маҡтаулы граждандарын, предприятие, ойошма һәм учреждениелар вәкилдәрен ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт бүләктәре тапшырҙы.
– Барлыҡ республика өсөн мөһим булған бурыстарҙы үтәүгә ҙур өлөш индергән Нефтекама бөгөн Баш­ҡортостандың төп сәнәғәт, белем биреү, мәҙәни һәм спорт үҙәктәре иҫәбендә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы Стәрлета­маҡҡа эш сәфәре барышында Көнбайыш биҫтәләрҙә яңы торлаҡ кварталдарын төҙөүҙе тикшерҙе. 5-се биҫтәлә 3,2 мең кешегә иҫәпләнгән ете күп фатирлы йорт һалыу ҡарала. Рөстәм Зәки улы төҙөлгән өс йорттоң береһендә булды.
— Барыһы ла яҡшы. Йорттар күркәм, балалар майҙансыҡтары, спорт ҡоролмалары сифатлы. Халыҡ өсөн тейешле уңайлыҡтар тыуҙы­рылған, — тине ул.
Сәфәр барышында төбәк етәк­сеһе 4Б һанлы биҫтәлә былтыр йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыл­ған 230 урынлыҡ өр-яңы балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Уйын май­ҙансығына махсус япма һалынмау республика етәксеһендә ҡәнәғәт­һеҙлек тыуҙырҙы.
— Күрәһең, проектты үҙгәртергә кәрәктер. Әле йорттарҙы ҡарап сыҡтыҡ, ихаталарҙағы балалар майҙансыҡтары махсус япма менән тәьмин ителгән. Ә һеҙҙә — ҡара тупраҡ. Был — етди етешһеҙлек, — тине ул. — Аҡса сығымын ҡайтанан ҡарарға һәм заманса уйын майҙан­сыҡтары төҙөүҙе күҙалларға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Стәрле­тамаҡта мәктәпкәсә учреждениелар асыуҙы дауам итеү зарурлығын билдәләне.
— Һуңғы йылдарҙа 17 балалар баҡсаһы асылған. Шуларҙың дүрте­һе — өр-яңы. Әммә баҡсаларҙа урын­дар менән тәьмин итеү йәһә­тенән ҡалала мәсьәлә хәл ителеп бөтмәгән, сөнки бында сабыйҙар һаны даими арта. Йыл һайын Стәрлетамаҡта 4200-ҙән ашыу бала тыуа, — тине республика Башлығы.
Ҡалала Рөстәм Хәмитов 7Б һан­лы биҫтәлә яңы һалынған мәктәптә булды, уҡыу кластарын, ашхананы, тамаша залын, бассейн төҙөлөшөн ҡараны.
Был көндө Стәрлетамаҡта ҡала­ның 250 йыллығына арналған байрам саралары үтте. Төрлө майҙан­сыҡ­тарҙа, шул иҫәптән “Өйәҙ ҡала­һы”нда ла тантаналар ойошторолдо. Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотланы.
Төп байрам сараһында төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡтың үҫешенә тос өлөш индергән кешеләргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Үҙ хәбәрселәребеҙ.


Вернуться назад