“Өсөнсө быуын өсөн халыҡ университеты” республика программаһы Балтас районында көнүҙәклеген йәнә раҫланы.
— Былтыр көҙ урындағы матбуғат аша халыҡҡа программаның маҡсатын еткерҙек һәм сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙыҡ. Өлкән быуын вәкилдәре (60 йәштән уҙған ир-ат һәм 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ) шунда уҡ ҙур теләк белдерҙе. Ике йүнәлеш буйынса уҡырға 180 кеше йыйылды, — тине Бөрө ҡалаһы һәм районы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының Балтастағы бүлеге белгес-эксперты Ләйсән Хижапова.
— 1-се Иҫке Балтас урта мәктәбе нигеҙендә информатика уҡытыусыһы Ринат Аллаяров компьютер менән эш итергә өйрәтте. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге белгесе Гүзәл Шафиҡова дауалау физкультураһы буйынса күнекмәләр үткәрҙе. Был сараларҙан төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе ағай-апайҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел, тиҙәр. Иҫке Балтас ауылында ғүмер иткән хеҙмәт ветераны, халыҡ университеты “студенты” булған Флорида Рәжәпова менән осрашҡас та шуға инандым.
Уҡытыусы һөнәрен яратып һайлаған һәм Яланғас урта мәктәбендә балаларға белем биргән, өлкән пионервожатый булып эшләгән Флорида апай 1984 йылда Иҫке Балтас ауылына күсеп килгән һәм 26 йыл 87-се һөнәрселек училищеһында тәрбиәсе, мастер, өҫтәмә белем биреү педагогы кеүек яуаплы вазифалар атҡарып хаҡлы ялға сыҡҡан.
— “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” программаһы буйынса уҡытыу тураһында ишетеү менән райондың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә ашыҡтым. Ғариза яҙҙым, документтар тапшырҙым һәм 10 октябрҙән 18 декабргә тиклем компьютер менән эш итеү серҙәренә өйрәндем. 120 кешегә ошондай дәрес бирелде, 60-ы дауалау физкультураһына йөрөнө. Аҙнаһына ике көн барҙыҡ, бөтәһе 20 сәғәт шөғөлләндек. Белгестәр өлкәндәргә бик иғтибарлы булды, барыһын да ентекләп аңлатты. Әгәр элек компьютер менән эш итергә баҙнат итмәһәм, дәрестәр алғандан һуң ҡыйыулығым артты. Ситтә йәшәгән элекке таныштарымдың, дуҫтарымдың, шулай уҡ туғандарымдың байтағын Интернет ярҙамында эҙләп таптым. Хәҙер ихлас аралашабыҙ, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Ф. Хижапова. — Ҡасан кәрәк, шул саҡта һауа торошон белә алам, гәзит һәм журналдарҙы ла электрон варианттан уҡыйым, яңылыҡтар менән танышам. Балаларым менән дә даими һөйләшеп торабыҙ. Республикала башланғыс алған программаны хуплайым. Өлкән йәштәгеләргә мөмкинлектән файҙаланырға кәңәш итәм,
— Әле тағы курсҡа йыябыҙ, өлкәндәр менән һәр күрешеү-аралашыуға шатбыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ, — ти бүлек белгесе Ләйсән Рәлиф ҡыҙы.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.