Урында хәл итә алмаһалар...13.09.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет етәкселәре ошо көндәрҙә Өфөлә республикабыҙ ауылдары һәм ҡалалары менән “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Һайлау алдынан халыҡтың әүҙемләшә төшкән сағы, шуға һорауҙар ҙа байтаҡ булды. Уларға яуап биреү депутаттарҙың үҙҙәре араһында ла әленән-әле фекер алышыу тыуҙырҙы, бәхәсле урындарға оҙағыраҡ туҡталырға мәжбүр итте.


Тәүге шылтыратыусыға Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев яуап бирҙе. Яңауыл ҡалаһынан Арыҫлановты үҙҙәре йәшәгән Пролетар урамында һаман булһа селтәрле газ үткәртә алмауҙары борсой. Халыҡҡа хәҙерге заманда ла баллондар ҡулланырға тура килә икән.
– Үҙ мохтажлыҡтары тураһында район ерендәге ойошмаларға яҙып ҡарағандар, ләкин тегеләре вәғәҙә биреүҙән ары китмәгән. Күрәһең, ундай мөмкинлектәре лә юҡтыр, – тип аңлатма бирҙе Румил Тәлғәт улы ошо сараға йыйылған журналистарға. – Ғөмүмән, шундай яҙылмаған ҡағиҙә бар: үҙе йәшәгән ерҙә проблемаһын хәл итә алмаған кеше генә беҙгә мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, газ үткәреү кеүек ҙур мәсьәлә бер көн эсендә уңышлы атҡарыла алмай.
– Газ үткәртеү – бик ҡатмарлы эш ул, – тип һүҙгә ҡушылды Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе Елена Родина. – Был сара тәүҙә ошо урамда йәшәгән һәр йорт хужаһының ризалығын алыуҙы талап итә, уларҙың матди хәле лә нисек бит әле, проектын төҙөргә һәм иҡтисади нигеҙләү яһарға ла кәрәк.
Артабанғы шылтыратыуға Елена Александровнаның үҙенә яуап бирергә тура килде: Өфөнөң Нижегородка биҫтәһенән бер ҡатын үҙҙәре йәшәгән ятаҡта капиталь ремонт эшләргә ярҙам итеүҙе һорай. Элек предприятиеларҙың милке булған, хәҙер муниципаль ҡарамаҡҡа тапшырылған торлаҡтың күпселе­гендә кисекмәҫтән төҙөкләндереү эше башларға кәрәк икәнлеге сер түгел, унда йәшәгән кешеләр өсөн коммуналь хаҡтар ҙа юғарыраҡ, сөнки дөйөм файҙаланыуҙағы майҙан ҙур. Депутат 83 ғаилә көн иткән был ятаҡҡа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Ике балаһына 10 йыл инде алимент түләттерә алмаған ҡатын да үҙ зарын бик борсоулы тауыш менән һөйләне – баҡһаң, элекке ирен ошо сәбәпле енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы ғаризаһын полиция ла ҡабул итмәй, суд приставтары ла кире ҡаға икән. Ни өсөн? Барыһын да телефон аша асыҡлап һәм дәлилләргә ярҙам итеп булмай, әлбиттә, шуға күрә депутаттар әсәне яҡындан күреп һөйләшеү теләген белдерҙе.
– Беҙҙә, Өфө районының Черкассы ауылында, һыу үткәргес бик насар эшләй, күп ваҡыт һыуһыҙ ултырабыҙ, ә түрә-ҡара йәшәгән урамда һыу ниңәлер һәр саҡ бар...
Был үтенесте лә иғтибарға алды депутаттар. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсьәләне хәл итеү еңелдән түгел, сөнки ул байтаҡ ҡына сығым талап итәсәк. Өфө районына хас күренеш был: төбәктә халыҡ арта бара, ә көнкүреште тәьмин итеүсе селтәрҙәр артта ҡала.
Һорауҙарҙың төрлөһө булды. Өфөнән 64 йәшлек ветеран, мәҫәлән, енәйәтте фаш итергә тейешле дәлилдәрҙе юҡҡа сығарған өсөн яуаплылыҡ тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индереләме икәне менән ҡыҙыҡһынды. Бер нисә йыл элек Дәүләт Думаһындағы бер депутат (шылтыратыусы уның исемен хәтерләмәй) ошо хаҡтағы тәҡдим менән сығыш яһаған икән, был башланғыстың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Пенсионерҙы нимә ҡыҙыҡһындыра – федераль ҡану­ниәтте камиллаштырыу теләгеме, әллә кемгәлер ярҙам иткеһе киләме? Уныһы “тура бәйләнеш”тә ҡат­нашыусылар өсөн сер булып ҡалды.
Депутаттар шулай уҡ башҡа күп кенә һорауҙарға ла яуап бирҙе, мөрәжәғәт итеүселәрҙе борсоған проблемаларҙың хәл ителешен контролдә тоторға вәғәҙә итте, ҡатмарлыраҡ мәсьәләләр күтә­реүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортона инеп сығырға саҡырҙы.







Вернуться назад