“Тарамыш, табып бирсе уғрыны”13.09.2016
“Тарамыш, табып  бирсе уғрыны” Бүре тарамышын үртәгәндә әйтелә торған һамаҡ:

Бүре, бүре, бүрекәй,
Бәлә килде башыма.
Үҙең килсе ҡашыма,
Күҙем тулған йәшемә.

Бүре, бүре, бүрекәй!
Атым уғры ҡулында.
Ҡороп ҡайтһын юлында,
Шул ҡарғышым уйымда.

Бүре, бүре, бүрекәй!
Табып бирсе уғрыны.
Харап итмә тоғроно –
Бар теләгем шул ине.

Урланған әйбер табылмаһа, беҙҙең ауылдың ете урамының абруйлы ете ҡарсығы бергә йыйылып, бурҙы фаш итеүҙең иң ҡаты сараһын ҡулланырға – бүре тарамышын өтөргә һүҙ ҡуйыша. Шул ҡарар ете ҡарсыҡ ауыҙынан ете урамға тарала. Урлаған кешегә лә барып етә. Урланған әйберен алып барып бирмәһә, тотоноп өлгөрһә, шул хәбәрҙе ишетеү менән ауырый башлай. Ә бүре тарамышын өтә башлауға тартышырға, туларға тотона. Бур нығыраҡ ыҙаланһын өсөн тарамышты ҡапыл ғына өтмәйҙәр. Усаҡлыҡҡа киптерергә һөйәлгән утындар эргәһенә ҡуялар. Ул шунда йылыға әкрен генә борғолана, тартыша башлай. Бурҙың тарамышы ла шулайта.

“Башҡорт халыҡ ижады” китабынан.


Халыҡ әйтһә…
Беҙҙең халыҡта бүрегә бәйләп, кешегә ҡарата белдерелгән әйтемдәр байтаҡ. Ғорур, яуыз йыртҡыс аша борондан әҙәм балаһына уратып әйтер һүҙҙе еткергәндәр. Туранан-тура
“шулай итмә, былай ярамай” тигәнгә ҡарағанда, ул нығыраҡ барып еткән. Һүҙҙең мәғәнәһе төптә ятҡан, кешене уйланырға мәжбүр иткән. Бер нисә әйтемде беҙ ҙә яҙып үтәйек.
= Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.
= Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар.
= Араланған ҡуйҙы бүре алыр.
= Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
= Аш янында бүре кеүек, эш янында шүре кеүек.
= Береккән көтөү бүренән ҡурҡмай.
= Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай.
= Бүрене аяғы туйҙыра.
= Бүренән ҡурҡҡан урманға бармаҫ.
= Һанаулы ҡуйҙы бүре ашамаҫ.
= Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор.
= Яңғыҙҙы бүре ашар.
= Яу юҡ, тимә – яр аҫтында, бүре юҡ, тимә – бүрек аҫтында.



Вернуться назад