Башҡорттарҙа – юл күрһәтеүсе, һаҡлаусы, яҡлаусы13.09.2016
Киң таралған образ. Ышаныуҙар буйынса, бүре – башҡорт халҡын булдырыусы, уға юл күрһәтеүсе, һаҡлаусы, яҡлаусы зат. Башҡорт легендаларында ла бүре менән кешенән тыуған баланан теге йәки был ырыу тарала.


Икенсе бер легендала яу ваҡытында бөтә ырыу ҡырыла, тик бер бала ғына иҫән ҡала. Шул баланы инә бүре имеҙеп, үҙ балаһы кеүек итеп үҫтерә. Артабан унан башҡорттар таралып китә. Өсөнсө легендала иһә башҡорттарҙың бер ырыуы күскән саҡта аҙаша, юл юғалта. Шул ваҡыт күк бүре килеп сыға һәм юл күрһәтеп алып китә. Оҙаҡ барғандан һуң улар бик матур бер ергә килеп сыға. Был башҡорттарҙың әле төпләнеп йәшәгән Уралы була.
Шулай итеп, мифологияла бүре башҡорттарҙы барлыҡҡа килтерә, үҫтерә, уларға Тыуған илдәрен табырға ярҙам итә. Бүре менән бәйле башҡа ышаныуҙар ҙа бар. Мәҫәлән, бүре тырнағы, теше, йөнө бала бишегенә эленә. Бала ҙурайғас, улар уның кейеменә тегеп ҡуйыла. Ышаныуҙар буйынса, был осраҡта балаға яман заттар, ауырыу-сырхау килмәй. Шул уҡ әйберҙәрҙе һунарсылар ҙа йөрөтә. Шуға һунар уңышлы була, имеш.
Боронғо башҡорттар балалары үлеп торһа, яңы тыуған балаға бүре йәки эт имеҙгән, бүре элементлы Бүребай, Бүрехан, Күк бүре кеүек исемдәр ҡушҡан. Баланы тәүге мунсаға алып барғанда әйтелгән һамаҡта ла (“айыуҙай ағай бул, бүреләй бабай бул!”) бүрегә һаҡлау, ғүмерле итеү функцияһы һалынған. Ен-шайтандан һаҡланыу, ауырыу-сырхауҙан арыныу өсөн бүре ирененән эшләнгән үткәрмә ҡулланғандар.
Ышаныуҙар буйынса, йәш баланы ҡойондорғас, мотлаҡ бүре үткәрмәһе аша үткәрергә кәрәк. Был осраҡта ул ауырымай, бәхетле, ырыҫлы була, тиҙәр. Бүре үткәрмәһе аша бала тапмаған йә тыуҙыра алмай интеккән, йә һуңғылығы сыҡмаған ҡатынды ла үткәргәндәр.
Баланың тәне ҡутырлағанда бүре ыуы тип бүре тиреһенән тегелгән бейәләй менән ыуғандар. Бүре толоп кейеп, бүре ҡиәфәтендә туй һорарға ла килгәндәр, һуңғараҡ бүре толоптар бөткәс, уның урынына “бүре булып ҡурҡытам” тип, туй һорағанда һарыҡ тиреһенән тегелгән толопто әйләндереп кейгәндәр. Элек-электән халыҡ медици­наһында үпкә ауырыуына ҡаршы бүре үтен ҡулланғандар. Бала ҡатып илаһа, ҡатындың балаһы төшһә, йөнө менән ыҫлағандар.
Кәртә-ҡураға яман заттар килмәһен, мал-тыуарға теймәһен тип, бүре ҡойроғон, йөнөн элеү, ә башын ҡапҡа алдына күмеп ҡуйыу йолалары ла осрай башҡорттарҙа. Көтөүҙә бүре малдарға теймәһен тип, тәүге көн көтөүсегә йомортҡа биреү ырымы ла бар. Башҡорттарҙа бүре менән бәйле тыйыуҙар ҙа осрай. Мәҫәлән, “бүре” һүҙен әйтһәң, үҙе килә, малға тейә тип ҡурҡҡандар. Шуға ла улай әйтергә ярамаған. Уның урынына “эт-ҡош”, “ҡарышҡыр”, “ҡашҡар” һүҙҙәрен ҡулланғандар. “Бүре” һүҙе менән башҡорт телендә бүре ауыҙ, бүре ауыҙынан үткәреү, бүре бауыр, бүре йыҡҡыр, бүре алғыр, бүре ашағыр, бүре башы ашарҙай, бүре баш, бүре ыуы, бүре тырнағы, бүре олоу, бүре емеше, бүре табан, күк бүре, бүренең ауыҙы ашаһа ла, ашамаһа ла ҡан, яллы бүре, айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар кеүек һүҙбәйләнештәр, мәҡәл һәм әйтемдәр бар. “Бүре” – килеп сығышы яғынан төрки сығанаҡлы һүҙ.


Вернуться назад