Донъя мифологияһында ҡара көстөң сағылышы13.09.2016
Бүре төрлө халыҡ мифологияһында төрлөсә һүрәтләнә: ҡайһы бер милләттәр уны изге һанай, ҡайһыһы, киреһенсә, ҡара көскә тиңләй.

Мәҫәлән, украин мифологияһына күҙ һалһаҡ, бүреләр йылына бер тапҡыр балалай. Ә биш тапҡыр инә булғандарҙың көсөктәре һеләүһенгә әйләнә. Күп халыҡта һеләүһен һәм айыу ҙа ҡара көс әһелдәре тип йөрөтөлә. Насраниҙарҙың (христиандар) Пасхаль всемощная тип аталған көнөндә олоған бүре ит ашаған Раштыуанан алып Бөйөк посҡа тиклемге көндәр һаны тиклем бала таба икән.
Бүре “сит”, “ят” тигән мәғәнәлә лә йөрөй, йәғни ул әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең балсыҡтан әүәләнеүе уны йыландар менән “туғанлаштыра”, сөнки йыландарҙы шайтан бүрене яһағандан һуң ҡалған балсыҡтан, ағас йышҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш.
Мифологияла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡын­сыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара бәшмәкте һәм ағастың ҡара үҙәген “бүре” тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы “бүре өйөрө” тип йөрөтәләр.
Мифологияла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәт­ләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә.
Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. Ат ҡолонлаһа ла, һыйыр быҙаулаһа ла: “Был быҙау түгел, был — бүре”, — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б.
Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек.



Вернуться назад