Малаяҙ башҡорт гимназияһы талантлы, эшһөйәр уҡытыусылары менән данлы. Шуларҙың береһе — тырыш мөғәллимә, үҙ эшенең оҫтаһы Людмила Тәҡиева 30 йыл ғүмерен башланғыс кластарҙа белем биреүгә бағышлаған.
Людмила Нур ҡыҙы Мәсетле ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нур Мөфтәх улы Камалов һәм уҡытыусы Разия Дәүләт ҡыҙы Дәүләтшиналарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ғүмер буйы химия, биология фәндәренән уҡытҡан әсәһенең тырышлығына хайран ҡалып, һоҡланып үҫкәнгәме, Людмила ла уҡытыусы булырға ҡарар итә.
Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, Күҫәләр башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, тәжрибә туплай. Ә инде 1992 йылдан Малаяҙға күсә. Һәр дәресен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп, балалар менән уртаҡ тел табып үткәрә. Бөтә уҡыусыларға ла тигеҙ ҡарап, һәр береһе менән айырым шөғөлләнә. Шуға ла уның уҡыусылары төплө белемле, һәләтле. Класы менән үткәргән мәҙәни саралар ҙа юғары кимәлдә үтә, уҡыусылары ла һәр сарала әүҙем ҡатнаша.
Булмышы менән бик ярҙамсыл, кешелекле ул Людмила Нур ҡыҙы. Йөҙөнән, һәр хәрәкәтенән ихласлыҡ бөркөлөп тора.
“Йыл уҡытыусыһы-2010” район конкурсында ҡатнашып, иң яҡшы биш уҡытыусы иҫәбенә инде. Ижади эшләүсе кеше булараҡ, асыҡ дәрестәр үткәреп, эш тәжрибәһен башҡа уҡытыусылар менән дә уртаҡлаша. Уҡыусылары район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурста уңыштар яулай.
Ошо көндәрҙә Людмила Нур ҡыҙы алтын юбилейын билдәләй. Йылмайыу китмәгән йөҙөнән, тилбер хәрәкәттәренән йәшлек дәрте ташып тора. Башҡаларға һис бер дәғүәһе булмаған, уйҙары, хеҙмәте менән игелекле булған кеше генә төҫ ташламайҙыр ул.
Ире Ишморат ағай менән татыу ғүмер кисереп, ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҙур, күркәм йорт һалып сыҡтылар.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн күп тә кәрәк түгел: хәстәрлекле ирең, балаларың, яратҡан эшең булыу — үҙе бәхет.
Дәртләнеп, янып, ең һыҙғанып эшләп, заман менән бергә атлаусы Людмила Нур ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.