Сабыйҙар ишле – эш күп13.09.2016
Сабыйҙар ишле – эш күп Тыуым бар ерҙә ҡул ҡаушырып ултырыу мөмкин түгел. Бойоғоу, зарланыуға ла ваҡыт юҡ, сөнки эш күп. Ә хеҙмәт кешеһенә дәүләт тә булышлыҡ ҡылырға әҙер. Мәҫәлән, тыуым буйынса республикала һәр саҡ тиерлек алдынғы рәттә барған бөрйәндәр башланғыстарына гелән ҡеүәт табып тора.

Миҫал өсөн, райондың уңған халҡы сираттағы уҡыу йылын да ҡыуаныстар менән ҡаршы алды. Ике меңдән ашыу уҡыусының 400-гә яҡыны беренсе класҡа барҙы. Райондың мәғариф өлкәһендәге иң ҙур ҡаҙанышы Иҫке Собханғол ауылындағы мәктәп-интернаттың яңыртыуҙан һуң сафҡа инеүе булғандыр. Белем усағы 550 урынға иҫәпләнгән. Заманса дүрт ҡатлы бинала уҡыу кабинеттарынан тыш ҙур спорт, тамаша залдары бар, пассажир һәм йөк лифттары эшләй. Мәктәп интернатын төҙөү әлегә дауам итә.
Йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға – район үҙәгенән алыҫ түгел урынлашҡан Баҙалда заманса шарттарға эйә ике ҡатлы балалар баҡсаһы сафҡа инде. Халҡының күпселек өлөшөн йәш ғаиләләр тәшкил иткән был биҫтәлә бер нисә йыл элек ошондай уҡ күркәм башланғыс мәғариф учреж­дениеһы асылып, ата-әсәнең байтаҡ проблемаһы хәл ител­гәйне. 150 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы урындағы тормошто тағы ла еңеләйтеп, йәнләндереп ебәрҙе.
Белем көнөндә районда 35 мәктәп эш башланы. Мәғариф учреждениеларын яңыртыу дауам итә. Әле, мәҫәлән, район үҙә­гендәге 1-се балалар баҡсаһын, Ҡотандағы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһын яңыртыу эше аҙағына яҡынлаша. Киләһе йылда тағы ла ҙурыраҡ проекттар сафҡа инәсәк – Яңы Собханғол ауылында һәм Ағиҙел биҫтәһендә заманса мәктәптәр асыласаҡ.









Вернуться назад