Яҙа белеү юлдан яҙҙырмаҫ13.09.2016
Ике йыл элек XI класс уҡыусылары өсөн яңы һынау ысулы барлыҡҡа килгәйне: улар БДИ алдынан йомғаҡлау иншаһы яҙа. Әгәр кемдер тейешле балл йыя алмай икән, төп имтиханға “асҡыс”тан мәхрүм ҡала.


Был эш ил етәксеһе Владимир Путиндың урыҫ теле һәм әҙәбиәтенә, грамоталылыҡҡа иғтибарҙы арттырыу мөһимлеге хаҡында әйткән һүҙҙәренән һуң тормошҡа ашырыла башланы. Белгестәр билдәләүенсә, яңы бурыс уҡытыусыларҙан ҙур оҫталыҡ, маһирлыҡ талап итә.
– Ни өсөн тигәндә, технологик үҙгәрештәр балаларҙың яҙыу һәләтенә кире йоғонто яһамай ҡалманы, – ти педагогтар. – Компьютерҙан айырылмаған, әҙер мәғлүмәткә өйрәнгән, тимәк, уйлауҙан мәхрүм ителгән уҡыусыларҙың күбеһе иншаны ярты биттән дә арттыра алмай башлағайны. Яҙыу – ифрат яуаплы хеҙмәт. Уның өсөн кеше тәү сиратта фекерләй белергә, уйлағандарынан дөрөҫ һөйләм төҙөргә, грамоталы булырға тейеш. Ошо талаптарҙың юғала барыуы, еңел-елпелек һөҙөмтәһен балаларҙың белем сифатында ғына түгел, ә яҙыуға бәйле башҡа тармаҡтарҙың эшмәкәрлегендә лә күрәбеҙ. Уйлай, фекер туплай, аҙымдарын анализлай белмәгән кеше, ғөмүмән, тормошта үҙ юлын таба алмай ҡаңғырыусан. Проблеманы “ауыҙлыҡлау”, күпмелер кимәлдә яйға һалыу йәһәтенән сығарылыш класс уҡыусылары өсөн йомғаҡлау иншаһы индере­леүе ғәйәт әһәмиәтле булды.
Ил мәктәптәрендә хәҙер был һынауға әҙерлек комплекслы алып барыла. Башланғыс клас­тарҙан уҡ инша яҙырға өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Әйтәйек, федераль стандарттарға ярашлы яңы дәреслектәрҙә ниндәйҙер ваҡиғаны сағылдырған һүрәтлә­мәләрҙең артыуы һис тә юҡҡа түгел. Бала уларға ҡарап текст төҙөргә өйрәнә. Яҙмаларҙың йөкмәткеһе педагогка һәр уҡыу­сының ижади һәләтен, фекерләү кимәлен билдәләргә, кемгә ҡайһы яҡтан булышлыҡ ҡылырға кәрәклеген аныҡларға ярҙам итә.
Артабанғы кластарҙа классик әҫәрҙәр буйынса инша яҙыу ныҡлы ҡулланылышҡа инә бара. Әҙәбиәттең бындай юғары өлгө­ләре, һис шикһеҙ, йәш быуынды һәр яҡлап тәрбиәләй, тормош асылы, йәшәү маҡсаты тураһында уйланырға мәжбүр итә. Эш ошолай эҙмә-эҙлекле алып барылһа, XI класта һынау тотоу, әлбиттә, ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
Педагогик үлсәүҙәрҙең федераль институты сайтында 2016/2017 уҡыу йылындағы йомғаҡлау иншаһының йүнәлеш­тәре менән танышырға мөмкин. Бына улар — “Аҡыл һәм тойғо”, “Намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ”, “Еңеү һәм бирешеү”, ”Тәжрибә һәм хаталар”, “Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ”. Һәр йүнәлештәге ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр уҡыусыларға киң фекерләү, мәсьәләне төрлө яҡлап тикшереү, уҡыған әҫәрҙәренең күбеһен файҙаланыу мөмкин­леген бирәсәк, тип билдәләгән институт белгестәре.
Ғәҙәттәгесә, инша яҙыу де­кабрҙең тәүге шаршамбыһына тәғәйенләнгән. Эш ваҡыты – өс сәғәт тә 55 минут. Унда теләк буйынса (һөҙөмтәне юғары уҡыу йортона ингәндә күрһәтеү өсөн) былтырғы сығарылыш уҡыусы­лары ла ҡатнаша ала. Темалар имтихан башланыуға 15 минут ҡалғас билдәле була. Ыңғай баһа алыуға өлгәшмәгәндәр, шулай уҡ һынауға билдәле сәбәптәр буйынса килә алмағандар феврал­дең һәм майҙың тәүге шаршам­быһында иншаны яңынан яҙа.
Әйткәндәй, М. Аҡмулла исе­мен­дәге БДПУ мәктәп уҡыусы­ларына үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Университеттың Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтындағы Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙер­лек үҙәгенең тәжрибәле педагогтары XI класс уҡыусыларына инша яҙыу серҙәрен өйрәтәсәк, фекерҙе аныҡлау өсөн ниндәй әҙәби әҫәрҙәрҙе файҙаланырға кәңәш бирәсәк.
Курс ике айға иҫәпләнгән. Дә­рес аҙнаһына бер тапҡыр үткәре­ләсәк. Теләк буйынса үҙеңә ярашлы төркөмдө һайларға була, айырым шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бар. Тәүге дәрес – 24 сентябрҙә.
Курска IX класс уҡыусылары ла килә ала. Уларҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән дәүләт имтиханына әҙерләү ҡаралған.



Вернуться назад