Рухы ижадынан тарала13.09.2016
Рухы ижадынан тарала ...Үҙем үлһәм, минең йәнем йөрөр,
Күренмәйсә һеҙҙең арала.
Сағыу буяуҙарҙың нуры булып,
Рухым ижадымдан тарала!

Ризим ХАЖИЕВ.


Ижади союзға инмәгән рәссамдарҙы, талантына ҡарамаҫтан, кәмһетеберәк «үҙешмәкәр» тип йөрөтәләр. Әммә бындай рәссамдар араһында ла үҙ халҡының милли һыҙаттарын, геройҙарының рухи донъяһын бик нескә тоя белеп ижад итеүселәр аҙ түгел. Рәссам, скульптор, 200-ләп картина, 20-нән артыҡ графика әҫәре авторы Ризим Самих улы Хажиевҡа бөгөн 80 йәш тулыр ине.


Салауат районының Миндеш ауылында тыуып үҫкән Ризим тыумыштан тыуған тәбиғәтенә ғашиҡ, тип әйтергә кәрәк. Әммә ғүмер юлдары туп-тура ғына бармай. Шуғалырмы, мәктәпте тамамлағас, заводта ла эшләп өлгөрә. 1959 – 1962 йылдарҙа Ризим Самих улы ситтән тороп Н. Крупская исемендәге Мәскәү халыҡ сәнғәте университетының һынлы сәнғәт факультетын, ә 1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество-педагогика факультетын тамамлай.
Уның әүҙем ижад юлы 1963 йылда башлана. Ике йылдан үҙешмәкәр рәссамдарҙың республика күргәҙмәһендә ҡатнашып, II дәрәжә диплом яулай. Ҡазанда үткәрелгән «Төрки донъя» II халыҡ-ара һынлы, декоратив әҫәрҙәр һәм ҡул эштәре күргәҙмәһендә уны рәссам тип таныйҙар. Ризим Хажиев унан рәссамдарҙың «Алтын Урҙа» ассоциацияһының генераль ҡултамғаһы ҡуйылған диплом менән ҡайта.
Рәссамдың картиналарында милли һыҙаттар ярылып ята. Ул геройҙарының күңел кисерештәрен теүәл аса белә. Фольклор сюжеттарына нигеҙләнеп яҙған картиналарында кеше менән тәбиғәт араһындағы берҙәмлекте һүрәтләй. Ошо йәһәттән уның ижадында Ат образы ҙур урын алып тора. Башҡорт халҡының тарихын был малһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуғалыр, күрәһең, Ризим Хажиевтың да ат төшөрөлмәгән һүрәте һирәк.
Фажиғәле образдар тураһында картина яҙғанда, рәссам йәнәшәлә тәбиғәттең дә бәлә кисереүенә ишара яһай. Мәҫәлән, «Сәлимәкәй» картинаһында бәхетһеҙ йәш ҡатын янында олоно, ботаҡтары һынып төшкән ҡарағай менән ҡамсы тотҡан ҡарт кәүҙәләндерелгән. Шулай итеп, рәссам ҡатын-ҡыҙҙың үткән замандарҙағы әсе яҙмышын һүрәтләп, сәнғәт аша социаль ғәҙелһеҙлекте аса.
Ризим Хажиевтың тыуған ере Салауат Юлаев төбәгендә тигәйнек. Шуға ла милли геройыбыҙҙың бөйөк образы уның ижадында ҙур урын биләй. Картиналарҙың береһен — «Башҡорт һыбайлыһы»н – ул 1974 йылдан 1990 йылға тиклем яҙған. 16 йыл эсендә был һүрәте биш-алты тапҡыр үҙгәреш кисерә. Әҫәрҙән ниндәйҙер элементтар юйыла, ниндәйҙәрелер өҫтәлә бара. Өй архивында шулай уҡ Салауат образы менән бәйле, тамамланмаған картиналарға бик күп эскиздар һаҡланған: «Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин», «Салауат вәғәҙәһе», «Салауат йыры» һ.б. Ә Салауаттың 1994 йылда яҙылған портреты батырҙың тыуыуына 240 йыл тулыуға арналған.
Рәссамдың пейзаждарында йылдың дүрт миҙгеле лә берҙәй һөйөү менән һүрәтләнә. Яҙ шатлығы («Умырзаялар», 1991; «Май ямғыры», 1975), йәй хозурлығы («Өршәк буйында», 1987; «Салауат ҡаяһы», 1990), көҙ моңһоулығы («Көҙ аҙағы», 1991; «Әбейҙәр сыуағы», 1991), ҡыш сафлығы («Янғантау ҡайындары», 1991; «Ҡышҡы юл», 1982)... Картиналарҙа барыһы ла сәнғәтсә балҡый, барыһы ла үҙ урынында, әҫәрҙәр йыйнаҡ композицияға эйә.
Ризим Хажиевтың ауыл пейзаждарында донъя именлеге, йәшәү шатлығы, күңел көрлөгө, хеҙмәт тантанаһы кеүек дөйөм, әммә мәңгелек темалар өҫтөнлөк итә. Әҫәрҙәрҙә — яңыса төҙөлгән йорттар, төҙөк кәртә-ҡуралар, ҡуралар артындағы бесән, һалам кәбәндәре. Донъя бында бәрәкәт, ырыҫ менән һулай.
Рәссамдың ижады милли колоритҡа бай. Уның тормош-көнкүреш темаларына яҙылған картиналарында («Йома көндө», 1967; «Өләсәйҙә ҡунаҡта», 1967; «Ҡартинәй», 1971) сигеүле-нағышлы таҫтамалдар, аҫалы балаҫтар, иҙән балаҫтары, кейеҙҙәр, түшәк-юрғандар башҡорт интерьерының жанрында ла («Сәксәк», 1974; «Имтихандар алдынан», 1970; «Гөлшат», 1980) фон мөһимлеген барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмай, уларға милли кейем дә килеп ҡушыла («Автопортрет», 1967).
Ризим Хажиев шулай уҡ көслө шәхестәрҙе һүрәтләүгә лә ҙур иғтибар бирә. Уның татар халҡының милли геройы Муса Йәлилдең үлемһеҙлеккә табан һуңғы аҙымдар яһауын һүрәтләгән картинаһын тулҡынланмай ҡарау мөмкин түгел. «Садиҡ ҡарт», «Ғәлиә», «Шәһит Хоҙайбирҙин», «Баһау Нуриманов» һ.б. эштәре лә бик сағыу буяуҙар менән яҙылған.
Рәссам скульптуралар яһау менән дә ихлас шөғөлләнде. Уның 25-тән артыҡ эше (һәйкәлдәр) Башҡортостандың төрлө район һәм ҡала­ларында урын алған.
Ижадсының күңеле бының менән генә сикләнеп ҡалмай, ул әллә ҡасан яҙылған картиналарына әйләнеп ҡайтып, уларҙың эстәлеген ҡабаттан байыта, камиллаштыра. Ошо тынғыһыҙ ижад араһында гармунында һыҙҙырырға ла, ҡумыҙ, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнарға ла, хатта шиғыр яҙырға ла форсат тапҡан Ризим Хажиев.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1997 йылда Ризим Самих улы арабыҙҙан китеп барҙы. Хәҙер рәссамдың күп картиналарын һәм графикаһын улы Ралим ҡәҙерләп һаҡлай. Ралим Ризим улының тырышлығы менән 1998 йылда Өфө ҡалаһының «Урал» галереяһында атаһының күргәҙмәһе үтте. Был күргәҙмәгә рәссамдың училищела бергә уҡыған дуҫтары һәм яҡташтары йыйылды.
Ә 2004 йылда Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейында күргәҙмә асыуға өлгәште. Ошо күргәҙмәнән һуң атаһының иҫтәлеге тип, ул музейға ике картина бүләк итә. Ул картиналар әле лә музейҙа һаҡлана. Рәссамдың эштәре Салауат районындағы бер нисә мәктәпкә лә бүләк ителгән. Унда күргәҙмә мөйөштәре булдырылған.
Шуны ла әйтергә кәрәк: рәссам иҫән саҡта Стәрлетамаҡ телевидение студияһы уның хаҡында документаль фильм төшөрҙө.
Ризим Хажиев үҙенең ижадында халҡыбыҙҙың үткәненә ҙур иғтибар биргән. Уның картиналары хаҡлы рәүештә тарихи ҡомартҡы дәрәжәһендә милли сәнғәтебеҙҙе байытты.




Вернуться назад