Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ: “Журналист ишек асыусы ла, сүп-сар йыйыусы ла түгел, ул – заман ҡарауылсыһы”13.09.2016
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ: “Журналист ишек асыусы ла,  сүп-сар йыйыусы ла түгел,  ул – заман ҡарауылсыһы” Ғүмер… Уның башланыуына нимә сәбәпсе булған да ахырын кем белә? Елдең тыны, йылғаларҙың урғылып сыҡҡан инеше бар. Ғүмер үлсәмдәре. Уның һәлмәклеген самалау әмәлдәре кем ҡулында һуң?
Был һорауҙарға яуап бармы?
Ғәжәпләнерлек инде был донъя. Һәр кемдең тормошо, яҙмышы, уйлап ҡарағанда, яҙылмаған, тимәк, уҡылмаған китап булып ҡала. Кеше ғүмере, тотош ваҡыт, замана һымаҡ, һүҙгә лә, китаптарға ла, баһаларға ла һыймай.
Күренекле публицист, журналистикаға алты тиҫтәнән ашыу ғүмерен арнаған Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмовты гәзит уҡыусылар менән таныштырыуҙың кәрәге юҡтыр. Ваҡытлы матбуғат, һүҙ өсөн яуаплылыҡ ул мөхиттә эшләгән кешегә сәләмәтлек тә өҫтәмәй, донъя малын да бирмәй, дан-шөһрәт тә уны йыш ҡына урап үтә.
Йәнә шундай күҙәтеү бар: журналистар был фани донъяла бигүк тотҡарланмай. Бик күптәр ҡәләмен әүҙем хеҙмәттән ситләшкәс тә өҫтәл тартмаһына йәшереп ҡуя. Марсель Әҡсән улы иһә, етмеш биш йәшен теүәлләһә лә, яңғырауыҡлы итеп әйткәндә, һаман сафта ҡала. Шөкөр. Ошо һәм бүтән хәлдәр хәбәрсебеҙгә олоғайған ҡәләмгир менән бер ултырып һөйләшеүгә сәбәп булды.

– Ижад кешеләре күпселек бала саҡ, тыуған яҡ хәтирәләре менән йәшәй. Шунһыҙ ижад булмайҙыр ҙа инде. Һеҙ уҙған йылдар, Әбйәлил, буй еткергән ауылығыҙ тураһында йыш уйлайһығыҙмы? Иң сағыу тәьҫоратта­рығыҙ нимә менән бәйләнгән?
– Ауыр ғына һорау бирҙең бит әле һин, балаҡай. Әҙәм балаһы, яҙмыш уны ҡайһы тарафтарға ғына олаҡтырмаһын, һин хатта Тәңре тәхетенә яҡын бейеклектәргә күтәрелһәң дә, тыумыштан уҡ әсәйең ғөсөлләндергән һыуҙы, ул мейестән алған әпәкәй тәмен, талпынып-талпынып һайраған сыйырсыҡты онотоу мөмкин түгел. Ярамай ҙа. Гонаһ. Мин Әбйәлил районының Ирәндектең көнсығыш яҡтан армыттарына һыйынып ҡына ултырған Ҡалмаҡ ауылында (боронғо атамаһы – Мишәр) тыуғанмын, урман-тау араһында ятҡан Ҡаҙмашта үҫкәнмен. Быныһы инде олатайым төйәге. Ауыл алмаштырып йөрөү күсмәнде тормошона әүәҫлектән булмағандыр инде. Һуғыш… Атайымдың мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсенең башында фронтҡа алынып, шул уҡ йылдың авгусында ғәйеп булыуы әсәйемдең, ике апайым менән мине етәкләп, Ғарифулла олатайымдың беҙһеҙ ҙә ишле ғаиләһенә килеп йығылыуы, әсәйемдең донъяның көс еткеһеҙ йөгөн йән әсеһе менән тартыуы, юғалған атайҙы зарығып көтөү ололарса ҙур хәсрәт һәм балаларса аҙ ғына ҡыуаныстар булып уйылып ҡалған…
Ләкин һәр даим һағыш менән йәшәү ярамай. Мәңге уңалмаҫ яраға ҡағылыуы ҡыйын. Тик шул йыуандыра: яҙмыштың теләһә ҡайһы һынау­ҙарында ла кеше мәртәбәһен, иленә ихтирамын, бүтәндәргә ҡарата һөйөүен һаҡлап ҡала ала. Ҡайғы күңелгә тәрән үтеп инмәһен, унда, Аллам һаҡлаһын, тамырлана күрмәһен, юғиһә йәшәүе ҡурҡыныс буласаҡ.
Ә тыуған яҡ ул, беренсе нәүбәттә, ауыл тип күҙаллана. Уны һағынғанда, күренекле бер шағирҙың яҙғанын үҙемсә үҙгәртеп һөйләнеп алам:
“Ауыл урамдары буйлап йөрөйөм,
Әллә кемде эҙләй күҙҙәрем…
Еүеш тупрағында япраҡ-япраҡ
Уйылып ҡалған йәшлек эҙҙәрем…
Әллә ниндәй матур ауылдар бар
Гөл-сәскәгә генә күмелгән…
Шатлыҡтан да, ҡайғынан да, ауылым,
Күҙ йәштәрем һиндә түгелгән…”
– Холоҡ-фиғелегеҙҙең ҡырыҫлығын күрә-ишетә йөрөп, улай хисле кеше икәнһегеҙ, тип уйламағайнымсы...
– Һорауыңа яуап алдыңмы һуң? Шағирмы кеше, сәсмә әҫәрҙәр яҙамы, күңеле публицистикаға тартыламы – ҡайһы йүнәлештә эшләһә лә, ижад йөрәкһеүһеҙ булмай ул.
– Әлеге һөнәрегеҙгә ниндәй юлдар менән килдегеҙ? Юғары уҡыу йортон һайлағанда икеләнеү булманымы? Кем һеҙгә йүнәлеш бирҙе?
– Юғары белемгә ҡағылғанда, миңә Өфөлә һәм Мәскәүҙә, ике вузда уҡырға насип булды. Икәүһендә лә, төрлө мөмкинлек менән, журналистика һөнәренә тартырға, мәғлүмәтле итергә, һөнәремде аҙаҡ оялып йөрөмәҫлек итеп үҙләштерергә тырыштылар. Башҡорт дәүләт университетында ла, Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлегендә лә, белем менән бергә, артабанғы ғилем сығанаҡтарына асҡыс тотторҙолар. Һәм уҡыуҙың төп мәғәнәһе лә шунда. Инглиз гуманист-ғалимы Фрэнсис Бэкон: “Мин бер нәмә тураһында ла хәбәрҙар булмауымды ғына беләм”, тигәнме? Вуз йәки мәктәп ҡасандыр биргән мәғлүмәт менән хушһынмай, йыбанмай, көн дә уҡый барһаң ғына, ғилем өҫтәлә, көнкүреш таһыллығы ла килә.
Бер генә һөнәргә лә түтә, таҡыр юл булмайҙыр ул. Әҙер һөнәр тотоп һине көтөп торған, оҫталыҡты алдыңа сығарып ҡуйған урын донъяла бармы икән? Балалыҡ, үҫмер сағыңдағы хыялдарың, мауығыуҙарың етди һөнәр рәүешен алһын өсөн, һанап бөткөһөҙ ҡыйынлыҡтарҙы үтәһең. Тәүге аҙымдарыңды яһағанда, эргәңдә кәңәш-төңәш итерлек өлкәндәр, остаз тип әйтерлек кешеләр булһа, бәхет. Шунһыҙ Хоҙай биргән һәләттәреңдең дә һүнеп ҡалыуы бар. Журналистикала хәлем ҡәҙәренсә эш күрһәтә алғанмын икән, һөнәри юлымдың башында Ҡаҙмаш ете йыллыҡ, Амангилде урта мәктәбе уҡытыусылары торғандыр, сөнки балаға, үҫмергә йүнәлеш биреү, кәрәкһә, ҡаматлап тороу өсөн зирәк зиһен, һиҙгер күңел, һис бер сифат менән дә алмаштырмаҫлыҡ кешелеклелек талап ителә.
Ҡаҙмашта уҡығанда уҡ, район гәзитендә хәбәрҙәр баҫтырып, ул саҡтағыса әйткәндә, “деткор” булып йөрөнөм. Урта мәктәптә иһә диуарға эленә торған гәзиттәр минең ҡәләм менән сыға торғайны. Мәҡәләләр яҙған кеше һәр кемгә лә һөймәлекле була алмай. Матбуғат менән яҡынаям тиһәң, шуны ла иҫтә тотаһың инде. Хәйер, бындай айыҡ аҡыл һиңә йылдар уҙа ғына килә. Байтаҡ ваҡыт күҙеңде романтика томаны ҡаплап тора.
– Журналистикала кемде уҡытыусығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ? Студент саҡта Мифтахетдин Аҡмул­ла ижады менән мауыҡҡанһығыҙ, тиҙәр. Фән юлынан китеү форсаты йә теләге килеп сыҡманымы?
– Бер йырҙа әүәлерәк: “Тормош юлдары ҡатмарлы, яңғыҙ үҙең юл үтмә”, – тигән һүҙҙәр бар ине. Ысынлап та, быуынға ултырҙым тигәндә лә, төрлө саҡтарҙа, кемдеңдер хәмиәт итеүе, йәғни ҡурсалауы мотлаҡ кәрәк була. Етди журналистика мина менән тыңҡысланған яланға оҡшаш. Яңылышыу ярамай, юғиһә йәмғиәткә лә зыян килтерәһең, үҙ яҙмышың да хәүеф аҫтында ҡала. Былай тип раҫлауым үҙемдең тиҫтәләрсә йыл дауам иткән, ҡайһы саҡ әсе тәжрибәмә нигеҙләнә. Журналист юлында рауза гөлөнөң хуш еҫле япраҡтары түгел, бәлки йышыраҡ сәнскеләр була.
Хеҙмәт юлымдың башында ла, артабан да остазым тип әйтерлек кешеләрҙән айырылманым. Әбйәлил районының “Осҡон-Искра” гәзитендә яуап­лы сәркәтип булып Мофаззал ағай Латипов эшләне. Фронтовик, офицер, ул саҡта ғилеме менән хайран иткән Мофаззал Мөхәмәтйән улынан мин редакция эшенең әтнәкәләренә бер аҙ өйрәнеп өлгөрҙөм. Был бик мөһим ине, сөнки партия өлкә комитеты бюроһы ошо гәзиткә мөхәррир итеп раҫлағанда йәшерәк инем шул. Ә былай артабанғы йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” республика гәзитенең мөхәррире (ул саҡ был вазифа “баш” тигән дәрәжәле һүҙ менән билдәләнмәй ине) Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев, партия өлкә комитетының идеологик эштәр буйынса сәркәтибе Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов, “Советская Башкирия” гәзите журналистары Марсель Абдрахман улы Ғәфүров, Василий Михайлович Перчаткин, Серафим Яковлевич Вайсман менән хеҙмәттәшлегем ижадыма ҙур йоғонто яһағандыр. Шулай ҙа публицистика өлкәһендә әүҙем генә эшләүемдә Мостай Кәримдең дәртләндереп тороуы һәм Ырымбур егете, өлкән дуҫым Мәргән Мырҙабәковтың йоғонтоһо хәтһеҙ булғандыр.
– Аҡмулла мәсьәләһендә бер ни ҙә әйтмәҫкә булдығыҙмы инде?
– Ниңә улай тиһең? Мифтахетдин Камалетдин улының шәхесе лә, ғүмер юлы ла, ижады ла минең өсөн йәшлек мауығыуы, романтик эҙләнеүҙәр, үҙемсә асыш ҡыуанысы булып ҡалды. Студент саҡта, Татарстанда нәшерләнә торған “Совет әдәбияты” журналында татар ғалимы Миҙхәт Ғәлинең шағир тураһындағы мәҡәләһен уҡып, Аҡмулла менән һаташып киткәйнем. Хатта уның ижады тураһында 1963 йылда Урта Азия һәм Ҡаҙағстан студенттарының Бишкәк (әүәлге Фрунзе) ҡалаһында уҙғарылған ғилми конференцияла сығыш яһап ҡайттым. Әйткәндәй, 1962 йылдың йәйендә миңә “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип аталған мәшһүр шиғырҙы Учалы районының Аҙнаш ауылында йәшәгән Дәүләтша Мөхәмәтшин олатайҙан яҙып алыу насип булды. Аҡмулла ижадын өйрәнеүселәр һуңғараҡ минән бүтән дә күбәйҙе.
Ә фән юлы тураһында… Диплом эшемдең ғилми етәксеһе Кирәй Мәргән дә, артабан Миҙхәт Ғәйнуллин ағай ҙа аспирантураға бик өгөтләне, ләкин журналистика юлынан барыу теләгемә хыянат итә алманым. Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бүлгеләнеү-сәбәләнеүҙән фәтүә булмай.
– “Яҙышыусылар күп тә ул, журналистар ғына аҙыраҡ” тигән һүҙҙәрҙе һеҙ әйткән, тиҙәр. Былай тип раҫлар өсөн етди нигеҙ кәрәктер бит? Ғөмүмән, һеҙҙеңсә, журналист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Ул сифаттарҙы хәҙер теҙеп кенә әйтеп бирер тип көтмә. Әле һин хәтергә алған һүҙ телдән сараһыҙҙан ысҡынғандыр. Ғөмүмән, журналист һәм журналистиканың нисек булырға тейешлеге тураһында күп һөйләйҙәр, ғилми хеҙмәттәр ҙә бар. Мәскәүҙә лә, үҙебеҙҙә лә ифрат мөһим мәсьәләләрҙе күтәргән журналистар юҡ, тип раҫлай алмайым. Әммә Журналистар союзында ағза булып тороусылар күбәйгән һайын, журналис­тиканың ғөмүми сифаты ныҡ түбәнәйҙе. Һүҙ хатта жанрҙар ярлылығы тураһында ла түгел, элементар стилистика, грамоталылыҡ, тупаҫ хаталар хаҡында бара. Ҡайһы бер журналистарҙың телмәрен тыңлайһың да эс боша. Баҫма матбуғатта тәнҡиттең, етди аналитиканың осмото ла ҡалманы бит. Артабан да кәйеф-сафа менән генә йәшәрбеҙме ни? Хәҙер ҡәләмгирҙәр шул уйын-көлкөнө теркәп кенә бара.
– Уҫал әйтәһегеҙ, шуға күрә һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ борайым инде. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ тураһында сиселеберәк һөйләгеҙ әле.
– Мыжып ултырғансы, ҡарт маҡтанып алһын, тиһеңдер… Еңгәгеҙ ҙә, үҙем дә – етемлектә, юҡсылыҡта үҫкән балалар. Бәлки, шуға күрә икебеҙгә лә яҙмыш артабан мәрхәмәтле булғандыр. Билләһи, ғаилә бәхетебеҙ, беҙҙең яҡта әйтмешләй, таш ярып сыҡҡандыр ул. Сания Ғөзәйер ҡыҙы менән илле йылдан күберәк ғүмер итәбеҙ. Ғүмер баҡый мәктәпкә тоғро ҡалды, ҡырҡ ете йыл юғары кластарҙа, башлыса рус телле мәктәптәрҙә математиканан уҡытты. Ул әҙерләп, алтын миҙаллы булған балаларҙың иҫәбе-һаны юҡ, шәкерттәре Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм, әлбиттә, Өфөнөң иң абруйлы техник уҡыу йорттарында белем алды. Бик күптәре сит илдәрҙә эшләй, әммә мөғәллимәләрен, шөкөр, онотмайҙар.
Ҡыҙҙарыбыҙ Дилбәр менән Гөлнара – медицина һәм иҡтисад өлкәләрендә ғалимәләр. Өлкәнебеҙ медицина университетында уҡыта ла, дауаханала ла эшләй. Һеңлеһе байтаҡ йылдар Иҡтисади үҫеш министрлығында етәксе вазифалар биләне, әлеге көндә “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең төп офисында ихлас эшләп йөрөй.
Ейән-ейәнсәрҙәрем тураһында көн буйына һөйләп ултырырға әҙермен. Азамат – урта мәктәпте алтын миҙалға, Өфө дәүләт нефть техник университетын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлап, тәүҙә Көнбайыш Себерҙә эшләгәйне, хәҙер – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә. Кандидатлыҡ диссертацияһын теүәлләй, егәрле, инсафлы егет. Һеңлеһе Йәмилә лә, алтын миҙал эйәһе, Башҡортостан дәүләт медицина университетында Башҡортостан һәм Рәсәй Президенттары стипендияһын алып уҡыны, фәнгә тартыла. Уның ҡулында хәҙер үк “Рәсәй Федерацияһы медицинаһының алтын фонды” тигән таныҡлыҡ бар. Азамат менән Йәмиләнең юғары уҡыу йорттарын хатта бер генә тапҡыр ҙа “дүртле”гә төшмәй үтеүен кешегә һөйләһәң, ышанмайҙар.
Ғәлиә исемле ейәнсәребеҙ Мәскәү дәүләт университетының хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетында уҡыуын дауам итә. Самат иһә әлегә мәктәптә. Дүртәүһе лә инглизсә яҡшы белә. Кемдер өҫтәп, ғәрәп, корей телдәрен өйрәнә. Ҡыҫҡаһы, замана балалары инде, бәхетле булһындар. Үҙебеҙ ҙә, кейәүебеҙ, техник фәндәр докторы, профессор Азат Исмәғил улы Ғәбитов та балаларҙы китап, белем, ныҡышмалы хеҙмәт мөхитендә, олоно — ололоҡлау, кесегә миһырбанлы булыу рухында тәрбиәләргә тырыштыҡ. Беҙҙең ғаиләләрҙә ваҡытһыҙ кәйеф-сафа, юҡ-бар менән мауығыу юҡ.
– Һеҙ – байтаҡ ҡына ғүмер кисергән кеше. Ижад юлығыҙға йомғаҡ яһағанда, тормош юлына әйләнеп баҡҡанда, ҡәнәғәтләнеү бармы, әллә үкенеүме?
– Ғүмер эңеренә килеп ингәс, “эх!” тип сәс йолҡоп ултырыуҙан ни файҙа? “Булған эш булған, үкенеүҙән уҙған”, тигәндәй, тормош юлын яңынан башлар, ҡабаттан үтер әмәлдәре булһа, күп хаталар ҡабатланмаҫ та ине. Тормош та һин теләгәнсә, һин уйлағанса ғына бармай шул. Һөйөнөс менән көйөнөс ҡушарлап йөрөй, ләкин кеше булып йәшәү бурысын беҙҙең иңдән бер кем дә алмаған.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.


РЕДАКЦИЯНАН. Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә Сания Ғөзәйер ҡыҙы вафат булып ҡалды. Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы Марсель Әҡсән улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, рух ныҡлығы теләйбеҙ.






Вернуться назад