Ҡанатлы машина ла була09.09.2016
Ҡанатлы машина ла була Өс тәгәрмәсле автомобилдәр бигерәк тә ҡала ерендә күбәйә башланы, сөнки маневр яһау өсөн шул хәтлем уңайлы. Яғыулыҡты күп сарыф итмәй, тығындарҙы тиҙ йырып үтә, парковка өсөн борсолаһы түгел, теләгән урынға һыя. Ул Гиннесс рекордтар китабына индерелгән.
***
Кеше-амфибия ғына түгел, баҡтиһәң, машина-амфибия ла була икән. Ул ҡоро ерҙә нисек геү­ләтеп шәп йөрөһә, һыуҙа ла үҙен балыҡтай тота. Бындай авто­мобилдәргә күпер ҙә кәрәкмәй.
***
Кемдер ҡыйыҡлы булыу тура­һында ғүмер буйы хыяллана, ә икенселәрҙе ул һис тә борсомай, сөнки автомобилдәре бөтә уңай­лыҡ­тары булған өй ролен үтәй. Вәт рәхәт! Теләнең – сәйәхәткә сыҡтың, ҡайҙа туҡтаның – шул торған урының.
***
Машиналар башлыса бер-бе­реһенән айырылмай ҙа тиерлек. Моғайын да, ошо стереотипты боҙоу өсөн кемдер “тимер ат”ын төрлө йәнлеккә, ҡош-ҡортҡа оҡша­тып эшләй. Һеҙ күргән бесәй – шуға асыҡ миҫал.
***
Быйыл йәй ғәләмәт эҫе булды, үҙ сиратында Өфө урамдарында ла асыҡ кабиналы “ҡорос ат”тар һирәк-һаяҡ булһа ла осраны. Берәү миңә “үҙеңде мотоциклда йөрөгән шикелле хис итәһең” тигәйне. Уның менән килешмәү мөмкин түгел.
***
Ғәҙәттә, сит илдә ял итеүсе­ләрҙән иң иҫтә ҡалған күренештәр тураһында һорайһың. Күршем, мәҫәлән, биш ҡатлы автобуста ултырып йөрөгән дә иҫе китеп һөйләй шуны. “Ҡурҡыныс түгелме иң өҫкө ҡатта, бәүелмәйме?” – тип һорауыма: “Шөрләһәм, ултыр­маҫ инем”, – тип яуап бирҙе. Асылда күп кеше һыйҙырышлы бындай автобустар туристарҙы йөрөтә.

***
Баҡтиһәң, һыуҙа йөҙөп йөрөүсе генә түгел, ә ҡанатлы машина ла була. Рәхәт бит, әйтәйек, насар юл йонсота башлаһа, кәрәкле төймәгә баҫыуың була, шунда уҡ һауаға күтәреләһең. Юлды ҡыҫҡартыу өсөн бик тә уңайлы.





Вернуться назад