Бәләкәй саҡта машинаның руле ни өсөн уртала түгеллегенә аптырай торғайным. Был хаҡта өлкәндәргә һорау ҙа биргәнем хәтерҙә. Ғаиләлә иң кесе бала булараҡ, һәр ваҡыт урыным – артта. Моғайын да, ағай-апайҙарым шикелле минең дә атайымдың янында ултырғым килгәндер... Ә асылда автомобилдең руле йә уң яҡта, йә һулда була. Водителдең ҡайһы яҡтан машина менән идара иткәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Эйе, һорауҙы дөрөҫ ҡуйҙым – һул яҡтанмы йәки уңданмы? Ҡайһылай йәтеш икәнлеген белеү өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.Гөлсинә НИҒМӘТУЛЛИНА, менеджер:
– “Фиат” маркалы машинам – ярҙамсым да, серҙәшем дә. Руль, ғәҙәттәгесә, һул яҡта. Тиҙлекте яратам, йыш сәфәргә сығам. Беҙҙә автомагистраль уң яҡлап йөрөү өсөн махсуслаштырылған, шуға күрә, әйтәйек, оҙон юлға сыҡҡанда алдағы машинаны уҙып китеү йәһәтенән шул тиклем уңайлы. Саҡ ҡына башыңды бороп ҡараның да елдер генә.
Мират БАЙМОРАТОВ,
идарасы:
– Минеңсә, автомобилең “автомат” икән, шул саҡта ғына барыбер, ә тегеләй – мәшәҡәт. Минеке иһә – тап заманса: рулем уң яҡтан урынлашҡан. Ҡала янында йәшәгәс, эшкә барышлай һәр ваҡыт кешеләр ултыртып алып китәм. Уның уңайлылығын шунда күрәм: тәҙрәне астың да кемгәлер өндәштең, ә тегеләй булһа, һин – уны, ул һине ишетмәй.
Тайфур ИҪӘНБАЕВ, һаҡсы:
– Һәр отоуҙың була оттороуы, һәр бер теләк йөрөмәй һинеңсә, тигән принципҡа таянып эш итәм. Руль уң яҡтанмы, һулданмы, бер ҡасан да ашыҡмайым. Әйткәндәй, төрлөһөндә йөрөп ҡараным. Әммә миңә барыбер, бер ҡыйынлығын да күрмәнем. Әҙәм балаһы бар нәмәгә лә тиҙ яраҡлаша.
Ғәле ХӘЙЕРЗАМАНОВ,
слесарь:
– Тәүге машинамды һатып алғанда уҡ уң яҡ руллегә өҫтөнлөк бирҙем. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тыумыштан һулаҡаймын. Мине ашатҡан “ҡулым” менән рәхәтләнеп тиҙлекте көйләүсе “таяҡ”ты алға ла, артҡа ла борғослайым. Бына әле уйлап ултырам, руле һул яҡтан булған машина менән осрашһам, ни эшләрмен?
Әҡлимә ЗӘЙНИЕВА, уҡытыусы:
– Әлегә саҡ автомәктәптә уҡып йөрөйөм, тиҙҙән таныҡлығым, унан инде машинам буласаҡ. Беренсенән, автомат аласаҡмын. Икенсенән, руле һул яҡта урынлашҡан машинам буласаҡ, сөнки күпселектән артта ҡала алмайым.