Коммуналь реформа үҙ һөҙөмтәһен бирерме?21.03.2012
Коммуналь реформа үҙ һөҙөмтәһен бирерме?Һуңғы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡты комплекслы реформалау тураһында төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдарында йыш һөйләйҙәр. Был аңлашыла, сөнки кешеләр өсөн лайыҡлы тормош шарттары булдырыу тармаҡты үҙгәртеп ҡороу менән айырылғыһыҙ бәйле. Икенсенән, коммуналь инфраструктураны үҫтереү, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты ваҡытында үткәреү ҙур ғына күләмдә инвестиция һалыуҙы ла талап итә.

Эшләгәнгә эш ҡарышмай


Һуңғы ун йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡта милек мөнәсәбәттәре лә һиҙелерлек үҙгәрҙе. Әле беҙҙең республикала торлаҡ фондының 92 проценты хосуси милекселәр ҡарамағына күскән. Коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар һәм идарасы компаниялар ҙа бөгөн хосуси ҡанундар буйынса эшләй. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ сығыштарында ҡат-ҡат белдереүенсә, бындай шарттарҙа торлаҡ фондына идара итеүҙе камиллаштырыу алғы планға сыға.
Был йәһәттән хөкүмәт даирәләрендә Туймазы муниципаль районының эш тәжрибәһенә күҙ һалыуҙары бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки иҡтисади ҡеүәте һәм инфраструктураһы яҡшы үҫешкән төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелә. 2008 йылда район республикала иң беренселәрҙән булып Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды программаһына индерелгәйне. Шунан башлап уға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 350 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Адреслы программа буйынса алынған инвестицияларҙы һөҙөмтәле файҙаланып, Туймазы районында дөйөм майҙаны 232 мең квадрат метрҙан ашыу күп фатирлы 69 йортта капиталь ремонт үткәрелгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: торлаҡ объекттарын яңыртҡанда энергия сығымдарын кәметеүсе технологиялар киң ҡулланыла. Атап әйткәндә, эре панелле йорттарҙың стеналары минераль-мамыҡ плитәләр менән йөҙләнә. Был инде йылылыҡ энергияһын тотоноуҙы 12–25 процентҡа кәметә.
— Коммуналь системаны тәртипкә килтереүҙә беҙгә тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләйһе бар, — ти район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин.
— Проблема һаман да киҫкен ҡала, әле беҙҙә дөйөм майҙаны 400 мең квадрат метрҙан ашыу күп фатирлы 234 йортҡа капиталь ремонт үткәреү, шулай уҡ эре панелле 12 өйҙөң стеналарын йылытыу талап ителә. Былтыр районға шул маҡсатҡа федераль фондтан һәм урындағы бюджеттарҙан 30 миллион һум аҡса бүленгәйне. Шуның иҫәбенә күп фатирлы дүрт йорт яңыртылды. Президент Д. Медведев белдереүенсә, Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды үҙ эшмәкәрлеген 2015 йылға ҡәҙәр дауам итәсәк. Инвестициялар бүленһә, беҙҙең подрядсылар киләһе йылда күп кенә торлаҡ объекттарында ремонт эштәрен йәйелдерәсәк.
Туймазы районы инде өс йыл рәттән граждандарҙы авария хәлендәге иҫкергән йорттарҙан күсереү программаһында ла ҡатнаша. Мөһим социаль бурысты ғәмәлгә ашырыуға барлығы 473 миллион һум аҡса тотонолған, 335 ғаилә яңы йортта өй туйлаған. Күп граждандар адреслы федераль программа сиктәрендә үҙҙәренең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға өмөт итә. Район биләмәһендә әле улар ныҡ туҙған 80 йортта көн күрергә мәжбүр. Бынан тыш, 50-се йылдарҙа һалынған ике ҡатлы йорттарҙы ла һүтеп, ундағы халыҡты уңайлы торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк, сөнки иҫке өйҙәрҙә коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыу ҙа урынһыҙ.
Әлбиттә, күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтың күпселеге бөгөн тарифтарҙың йылдан-йыл һиҙелерлек артыуына ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. Үкенескә ҡаршы, урындағы үҙидара органдары тармаҡтағы ошо хәлгә бер ниндәй ҙә йоғонто яһай алмай. Ә коммуналь предприятиелар тариф сәйәсәтендә үҙҙәренең монополиялы хоҡуҡтарынан файҙаланырға күнеккән, етмәһә, улар төрлө юл менән торлаҡ хужаларынан аҡсаны күберәк түләтергә тырыша.
— Эйе, муниципалитеттарҙың энергия сығанаҡтарына ҡуйылған хаҡтарға ҡатнашлығы юҡ һымаҡ. Әммә беҙ ҡорамалды, инженерлыҡ селтәрҙәрен яңыртыу иҫәбенә һыу һәм йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың сығымдарын кәметеүҙе хәстәрләй алабыҙ, — ти Рәшит Хөснулла улы. — Тик бындай проекттарҙы дәүләттең финанс ярҙамы менән генә тормошҡа ашырып буласаҡ, сөнки сығымдарҙы торлаҡ хужалары ширҡәттәре һәм идарасы компаниялар ғына күтәрә алмаясаҡ. Уларҙың иҫәбенә ингән аҡса энергия ресурстары өсөн түләүҙән артмай. Шуны иҫәпкә алып, беҙ йылылыҡ энергияһын һаҡсыл тотоноуға, сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән программа ҡабул иттек. Һуңғы йылдарҙа Туймазы ҡалаһында рентабелле булмаған өс ҙур ҡаҙанлыҡ ябылды. Улар урынына биҫтәләрҙә автоматика көйләгән блоклы ҡоролмалар урынлаштырылды. Яңы ҡаҙанлыҡтарҙа газ тотоноу йылына 4,7 миллион кубометрға, электр энергияһын ҡулланыу 1 миллион 840 мең киловатҡа кәмене. Беҙ был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Бер үк ваҡытта йылылыҡ селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу буйынса яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ. Әле шул эштәрҙе республиканың адреслы инвестиция программаһына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Кәңәшле йыйын тарҡалмаҫ

Юғарыла беҙ әлеге көндә торлаҡ-коммуналь хужалығы комплексында милек мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе, идарасы компанияларҙың да хосуси ҡанундарға таянып эшләргә ынтылыуы хаҡында телгә алып үткәйнек. Тик урынлы һорау тыуа: хәҙерге шарттарҙа торлаҡ хужаларының мәнфәғәтен кем яҡларға тейеш? Бының өсөн граждандарҙы торлаҡ фондына идара итеүгә әүҙем ылыҡтырырға кәрәк. Торлаҡ кодексына индерелгән үҙгәрештәр ҙә идарасы компанияларҙың эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү, коммуналь хеҙмәт күрһәтеүгә бәйле килешеүҙәргә талаптарҙы арттырыу мөмкинлеген бирә.
Быйыл республика Президенты башланғысы менән күп фатирлы йорттарҙа төҙөлгән советтарға, йәғни халыҡ йәшәгән урындарҙа барлыҡҡа килгән үҙидара органдарына, шундай ҙур вәкәләттәр бирелде лә инде. Туймазыла булғанда беҙгә торлаҡ хужаларының мәнфәғәттәрен күҙәткән йәмәғәт ойошмаларының тәүге аҙымдары менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.
— Мин һеҙҙе башта Островский урамындағы 3-сө йортҡа алып барырға теләйем. Ундағы “домком” рәйесе Борис Шильниковты беҙ йыш ҡына башҡаларға өлгө итеп ҡуябыҙ. Ул тиҙ арала торлаҡ хужалары һәм шулай уҡ үҙҙәрен хеҙмәтләндергән коммуналь предприятие менән уртаҡ тел тапты, — тине беҙгә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы” йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре Лилиә Камалова. — Шул йортта идарасы компания һыу торбаларын алыштырыуға тотонғайны. Борис Николаевич эш барышында үҙенең тәҡдимен индерҙе, бер юлы үҙебеҙҙең фатирҙарҙа ла махсус иҫәп приборҙарын ҡуйҙыртайыҡ, тине. Мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, барыһы ла уртаҡ фекергә килде. Подрядсы үҙ бурысын ваҡытында атҡарып сыҡты. Контролдең көсәйгәнен тойоп, хәҙер подрядсылар ҙа тапшырылған эшкә яуаплыраҡ ҡарай.
Йорт советы рәйесе булып инде күптән һайланған Борис Шильниковтың торлаҡ хужалары һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәр араһында абруй яуларға өлгөргәнлеге күренеп тора. Уның менән әңгәмәләшкәндә беҙ тағы бер яңылыҡ хаҡында ишеттек: рәйестең башланғысы менән былтыр капиталь ремонт өсөн фатир хужаларынан һәр квадрат метр майҙан иҫәбенән 5 һум аҡса йыя башлағандар.
— Барыһы ла ризалашты, — ти ул. — Беҙҙең йорт 23 йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Ә капиталь ремонт 25 йыл эсендә кәмендә бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Шуға беҙ, халыҡ менән һөйләшеп, үҙебеҙ аҡса йыйырға булдыҡ. Йорттоң аҫҡы ҡатында дүрт магазин урынлашҡан. Уларҙың хужалары ла капиталь ремонтҡа аҡса туплауға үҙ өлөшөн индерә. Йорт советының иҫәбенә йылына 60 мең һум тирәһе аҡса күсә. Был инде ниндәйҙер эштәрҙе атҡарырға мөмкинлек бирә. Быйыл халыҡ менән кәңәшләшеп, шул аҡсаға йортта иҫәп приборҙарын ҡуйҙырттыҡ.
— Бөгөн йорт комитеты ағзаларын икенсе бер проблема борсой, — тип һүҙен дауам итте Борис Шильников. — Беҙҙең туғыҙ ҡатлы өйҙә лифттарҙы файҙаланыу ваҡыты үткән. Тимәк, уларҙы алмаштырырға кәрәк, ләкин был эш торлаҡ хужаларының ғына көсөнән килмәй. Ике лифтты алмаштырыу өсөн 3 миллион һумдан артығыраҡ аҡса кәрәк. Подвалдағы дөйөм иҫәп приборҙары ғына 500 мең һум тора. Ул аҡсаны беҙ йыл ярым буйы йыйҙыҡ. Ә лифт мәсьәләһендә йорт комитеттарына һәм идарасы компанияларға республика бюджетынан ярҙам итһәләр, бик һәйбәт булыр ине.
Беҙгә Ленин урамындағы йортта төҙөлгән комитеттың эше менән дә танышыу форсаты тейҙе. Уның рәйесе — 71 йәштә булһа ла, көс-ҡеүәте ташып торған Ринат Халиҡов — йәмәғәт эшенә ҙур дәрт менән тотонған. Тормош иптәше, элекке педагог Ғәлиә Носрат ҡыҙы ла — советтың әүҙем ағзаһы.
— Беҙҙе уҡыттылар, закон нигеҙендә ниндәй бурыстарҙы үтәйәсәгебеҙ тураһында һөйләнеләр, — ти Ринат Нурахман улы. — Мин Туймазыла республика Хөкүмәтенең торлаҡ фондына идара итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләһенә арналған күсмә ултырышта ла ҡатнаштым. Беҙҙе иң борсоғаны — ошо 70 фатирлы йортта инде 35 йыл йәшәйбеҙ, ә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелгәне юҡ. Был хаҡта бигүк телгә алыусы ла булманы. Торлаҡ хужалары исеменән шул мәсьәләне күтәрҙек һәм урындағы етәкселәргә үҙ талаптарыбыҙҙы еткерҙек. Әгәр 2012 йылда федераль фондтан аҡса бүлһәләр, һеҙҙең йортто адреслы инвестиция программаһына мотлаҡ индерәсәкбеҙ, тинеләр. Шундай өмөт менән йәшәйбеҙ инде. Икенсенән, йорт тирәһендәге майҙанда тәртип юҡ. Бер яҡта эйәһеҙ металл гараждар тора, ә был башта шәхси киоск эшләй, унда спиртлы эсемлектәр, тарта торған ҡатнашмалар менән сауҙа итәләр. Төрлө органдарға әйтеп ҡараныҡ, тик беҙҙең үтенесте яуапһыҙ ҡалдырҙылар. Күрәһең, шәхси эшҡыуар үҙенә кәрәкле ишектәрҙе аса белә. Ә бит эргәлә генә педагогия колледжы, 8-се урта мәктәп урынлашҡан.
Туймазыла үткән Хөкүмәт ултырышында шундай тәҡдим яңғырағайны: торлаҡ хужалары һыу, йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн тәьминәтселәргә үҙҙәре туранан-тура түләргә тейеш. Ринат Халиҡов етәкселегендәге йорт советы ағзалары был мәсьәләгә нисек ҡарай икән?
— Беҙ ҙә күрһәтелгән коммуналь хеҙмәт өсөн аҡсаны идарасы компанияға түгел, ә тәьминәтселәргә күсерергә теләйбеҙ, — ти Ғәлиә Носрат ҡыҙы. — Шул хаҡта белешер өсөн юрисҡа барҙыҡ, килешеүҙәрҙе таптыҡ. Ләкин бындай тәртипте индерер өсөн һәр фатирҙа иҫәп приборы ҡуйылған булырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә торлаҡ хужаларының әүҙемлеген күтәрергә кәрәк, сөнки ҡайһы берәүҙәр элекке психологиянан ҡотола алмай, фатирымда евроремонт үткәргәнмен, ҡалғанында минең ҡыҫылышым юҡ тигән принцип менән йәшәй. Беҙҙең йортта һыу һәм йылылыҡ энергияһы буйынса дөйөм иҫәп приборҙары ла юҡ. Шул проблеманы хәл итеү хаҡында уйлашабыҙ. Бәлки, алдағы йылда капиталь ремонт үткәрһәләр, иҫәпләү йыһаздарын ҡуйыу өсөн дә аҡса табырҙар, тип өмөт иткән булабыҙ.
— 2012 йылға тиклем беҙ дөйөм көс менән шул эште атҡарып сығырға бурыслыбыҙ, — тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе идарасы компания хеҙмәткәре Лилиә Камалова. — Әгәр йорттарҙы махсус иҫәп приборҙары менән тәьмин итеүгә бюджеттан аҡса бүлһәләр, торлаҡ хужалары менән бергә беҙ ҙә ҡыуаныр инек. Идарасы компания булараҡ, шуны аңлайбыҙ: йорттарҙың инфраструктураһын яҡшыртыуҙы, энергия һаҡлаусы технологияларҙы индереүҙе граждандарҙың иңенә генә йөкмәтеп ҡалдыра алмайбыҙ. Күп фатирлы йорттарҙа ойошторолған комитеттар үҙ эшен йәнләндерә бара. Беҙгә киләләр, тейешле документтарын таптыралар, коммуналь хеҙмәткәрҙәргә һис кенә лә тынғы бирмәйҙәр. Йорт советтарының эшмәкәрлеге, һис шикһеҙ, торлаҡ-коммуналь хужалығындағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тиҙләтеүгә, иң мөһиме — күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға, булған ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуға булышлыҡ итәсәк.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.


Вернуться назад