“Бер ҡысҡырып илау ҙа етә...”09.09.2016
Сәлмән мәктәптән бик һуңлап ҡайтып ингән.
– Ниңә оҙаҡланың? – тип һораған атаһы.
– Светофор эшләмәй ине, бер әбейҙе урам аша сығарғайным... – тигән малай.
– Афарин, үҫкәнем! Ярҙамсыллығың өсөн бер шоколад һиңә!
Иртәгәһенә улы өйҙәренә класташ малайҙары менән ҡайтып инә.
– Атай, беҙ бер әбейҙе урам аша сығарҙыҡ, – тигән улы.
– Ә ниңә улай күмәкһегеҙ?
– Әбей теләмәһә лә, урам аша сығарҙыҡ...
***
– Улым, мәктәпкә йөрөү оҡшаймы?
– Оҡшай, автобусҡа ултырып бараһың, ултырып ҡайтаһың...
***
– Бәләкәй саҡта рәхәт булған: яңы машина алдырыу өсөн бер ҡысҡырып илау ҙа етә ине.
***
Германия. Трасса буйлап ике полицай матаста елдерә. Ҡараһалар, юл ситендә Рәсәй номерҙары яҙылған машина тора, ә водитель капотта соҡсона. Туҡтап сәбәбен асыҡламаҡсы була был икәү. Береһе машинаға яҡынлай ҙа иптәше янына кире килә.
– Оҙаҡламай юлын дауам итәсәк, – тигән ул.
– Һин рус телен беләһеңме әллә?! – тип аптыраған икенсеһе.
– Юҡ, теге кеше: “Ерунда всё, братва!” — тине. Әгәр: “Вот это да, приехали так приехали, земляк!” — тиһә, оҙаҡҡа туҡтаған булырҙар ине, – тип һығымта сығарған, ти.
***
Ике полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барған да, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас, начальниктарына шылтырата, ти.
– Нимә булған унда?! – тип екергән начальник.
– Үлтерергә маташыу. Бисәһе 38 йәшлек иренә яңы ғына йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте әле генә ирҙе дауаханаға алып китте.
– Ҡатынын ҡулға алдығыҙмы?
– Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!..
***
Атаһы “Газ”-игынан төшөү менән, бәләкәс ҡыҙы йүгереп килеп ҡаршы алған. Иркәләнә-иркәләнә:
– Ата-а-а-й, миңә мәммәм алып ҡайттыңмы? – тип һораған.
– Юҡ, ҡыҙсығым, өлгөрмәнем шул... – тигән атаһы.
Бала ирендәрен бүлтәйтеп, оло бүлмәгә сығып киткән һәм һалҡын ғына тауыш менән әсәһенә:
– Бар, ҡаршы ал, ана, һинең ирең ҡайтҡан!.. – тимәһенме.
***
Яңы урыҫ автосалонға машина алырға килгән.
– Миңә текә-ә-ә генә машина кәрәк!
– Бына “Форд Фокус”! Кәңәш итәм алырға! – ти менеджер.
– Ох, әй! Ә фокусы ниҙә һуң?!
– Ултырығыҙ, күрһәтәм!
Былар машинаға ултырып ҡала урамы буйлап сығып китә. Тиҙлекте сәғәтенә 200 километрға тиклем еткергәс, менеджер:
– Ана-а-ауы бетон бағананы күрәһегеҙме? Хәҙер шул бағана аша үтеп китәбеҙ! Күҙегеҙҙе йомоғоҙ! – тигән.
Урыҫ күҙен йома, менеджер бағананы урап үтә.
– Булды, күҙегеҙҙе асһағыҙ ҙа була!
– Шә-ә-ә-ә-әп! Алам!
Яңы урыҫ өйөнә ҡайта ла ғаиләһен, дуҫтарын йыйып ала. Бөтәһе лә машинаға тейәлешә, ҡуҙғалып китәләр. Ен шикелле ҡыуа был.
– Был фокус-машина! Анауы стенаны күрәһегеҙме? Хәҙер шуның аша үтәбеҙ! Күҙҙәрҙе йоморға кәрәк түлкә!
Бөтәһе лә күҙҙәрен йома, ҡапыл машина стенаға бәрелә. Урыҫ көскә-көскә һөйрәлеп машинанан сыға ла:
– Һеҙ, серек мейеләр! Кем күҙен асты, ә? – тип аҡырған.
***
Ире балыҡҡа йыйына. ”Жигули” багажнигына ике шешә шарап, икмәк, һуған-тоҙ, картуф, колбаса тултыра.
Ҡатыны сығып киткән иренең артынан:
– Ҡармаҡ-сыбығыңды оноттоң бит! – тип ҡысҡырған.
– Ю-ю-ю-юҡ, алып тормайым, йә юғалып ҡуйыр, – тигән ире.
***
Урамдан ике ауыл советы депутаты машинала китеп бара, ти. Эй бәхәсләшә икән был икәү. Беренсеһе:
– Һин, мырҙам, хаталанаһың! Беҙҙә конституция бар ул! Хәҙер мин һиңә быны иҫбат итәм! – тигән.
Шул мәл был икәү полицейский янында туҡтай.
– Эй, хөрмәтлем, әйт әле, беҙҙә конституция бармы?
Полиция хеҙмәткәре быларҙан араҡы еҫе аңҡығанын һиҙеп ҡалып:
– Хә-ә-ә, күрһәтәм мин һеҙгә конституцияны! – тигән.
– Әйттем бит! Әгәр “күрһәтәм” тигәс, бар, бар ул, бар! – тигән, ти, икенсеһе.
***
Маршрут автобусында өс-дүрт йәшлек малайы менән сибәр генә ҡатын ултыра. Күрше ултырғыста әҙерәк “ҡырын тейәгән” ир, күңеле нескәреп, теге малайҙан һорай:
– Балаҡай, исемең кем?
– Йәлил!
– Ҙурайғас кем булаһың, Йәли-и-ил?
Бәләкәс кенә булһа ла, теге малай, иргә диуанаға ҡараған кеүек ҡараш ташлап:
– Ҙурайғас та Йәлил булам! – тигән.


Вернуться назад