Тиҙҙән ҡыш... Ә һеҙ үткәнен хәтерләйһегеҙме? Моғайын, һәйбәт булғандыр, үҙебеҙ генә йүнһеҙерәкбеҙҙер. “Үҙебеҙ” тигәндән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һәм автомобилселәрҙе күҙ уңында тотам. Нисек кенә булмаһын, барып сумдым бер көн. Машина көрттә ҡорһағы менән эленеп тигәндәй ҡалды.
– Виууу… Виууу…
Файҙа юҡ. Нишләргә? Ташларға ла төбәп киленгән магазинға инергә лә китергә. Унда оҙаҡ ҡына булырға самалайым, аҙаҡ күҙ күрер. Ә ниңә, урамды таҙартмағандары өсөн мин ғәйеплеме ни? Транспорт һалымын ваҡытында һәм тулы күләмдә түләп барам. Башҡалармы? Урап үтерҙәр, трамвай түгелдәр.
Ләкин улай итмәнем. Ауыл тәрбиәһе тип әйтәйекме икән, холоҡ-фиғелебеҙ ғүмер буйы кеше күңелен уйлата шул: бүтәндәргә оронсоҡ булмаһын, тип кенә торабыҙ.
Машинанан бигерәк үҙем алға-артҡа сайҡала-сайҡала тағы моторҙы үкерткән сағымда тротуарҙан бер егеттең ҡулын болғай-болғай минең яҡҡа ҡабалан атлағанына иғтибар иттем. “Зыйылдатма, сыҡмай ул барыбер, аҡыллыраҡ эш итәйек”, – тиеүе инде.
Килеп етте лә:
– Көрәгегеҙ бармы? – тип һораны.
Ә ул юҡ. Ҡайҙан булһын инде, тормоштоң йылдан-йыл еңеләйә барырына, тәүтормош ҡоралының музейҙа ғына ҡалырына өмөтләнәбеҙ ҙәһә.
Ул хәтлемен үк һөйләп торманым, ғәйепле ҡиәфәттә башты ғына сайҡаным.
Быға егет юлы ҡапланған троллейбус йөрөтөүсеһеләй көйөп алып китмәне:
– Улайһа, әйҙәгеҙ, аяҡ менән ҡаҙыштырайыҡ.
Шулай иттек тә. Мин генә түгел, ярҙамсым да яҡшы аяҡ кейемен йәлләп торманы — ҡарҙы типте лә, этәрҙе лә, шылдырҙы ла.
– Ултыр, ағай, рулгә, – тине артабан ҡағына-һуғына. – Тик газға ныҡ баҫма.
Алға, артҡа, алға, артҡа… Бәүелә торғас, автомобилем, асығыраҡ ергә сығып, тынысланды.
Егет танышы менән хушлашҡандай йылмайып ҡул болғаны ла йүгерә-атлай китеп барҙы. Рәхмәтемде әллә ишетте, әллә юҡ.
Шулай, иптәштәр, донъяла кешелеклелек, шөкөр, бөтмәгән әле. Шуны ғына әйтәйем тигәйнем.