Бразилияла спорт донъяһында киң резонанс тыуҙырған Олимпия уйындарында еңеү яулаған Рәсәй спортсылары, йола буйынса, аҡ төҫтәге яңы автомобилдәр менән бүләкләнде. Быйыл еңеүселәргә BMW X6 моделе тәғәйен булһа, көмөш яулаусыларға – BMW X4, ә бронзаға өлгәшеүселәргә BMW X3 маркалы автомобилдәр эләкте.Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев тантаналы шарттарҙа спортсыларға дәүләт наградаларын һәм автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Бынан тыш һәр береһенә тағы аҡсалата премия ҡаралған: алтын миҙал өсөн – 4 миллион, көмөш миҙал өсөн – 2,7 миллион, ә бронза миҙал өсөн – 1,7 миллион һум.
2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙған Олимпия уйындарының миҙалсылары – Mercedes, ә Лондон ҡалаһында еңеүселәр Audi маркалы автомобилдәр менән бүләкләнгәйне.
Был күренеште хуплағандар ҙа һәм кире ҡараштағылар ҙа бар. Мәҫәлән, “АвтоВАЗ” компанияһының сит һәм эске коммуникациялар буйынса вице-президенты Раф Шакиров былай тине:
– Рәсәй заводтарында спортсыларға яҡшы бүләк булырлыҡ заманса автомобилдәр етештерелә. Киләсәктә спортсыларыбыҙҙы ватан машиналары менән бүләкләй башларбыҙ тигән өмөттә ҡалам.