“Ватан” саҡыра09.09.2016
12 сентябрҙә Ҡорбан байрамы уңайынан Өфөнөң “Ватан” этнопаркында өр-яңы дини фестиваль үткәрелә. Төп ойоштороусылар – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты, Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Сараның программаһы киң. Унда спорт ярыштары (көрәш, волейбол, уҡ атыу, регби, пейнтбол), балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар, Ҡөрьән уҡыусыларҙың оҫталыҡ класы, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың сығышы, концерт ҡаралған.
Бында хәләл аҙыҡ-түлек тәҡ­дим ителәсәк, йәрминкә ойош­тороласаҡ. Фестивалдә йыйылған аҡса “Потерь.нет” ауыр сирле балаларға ярҙам фондына күсерелә.


Вернуться назад