Мосолман байрамдарында өҫтәл һыйҙан һығылып тороусан. Уңған хужабикәләр аҙыҡ-түлектең төрлөһөн әҙерләп, яҡындарына, ҡунаҡтарға ҙур ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырыша.
Милли ризыҡтарыбыҙ араһында бауырһаҡтың үҙ урыны бар. Ул борон-борондан бәхет, ҡояш билдәһе тип һаналған. Был ризыҡ менән иң ҡәҙерле кешеләрҙе һыйлағандар.
Бауырһаҡты әҙерләү өсөн ике аш ҡалағы шәкәр, биш-алты грамм ҡоро сүпрә, ике аш ҡалағы маргарин, 400 грамм он, ике стакан йылы һөт, бер сәй ҡалағы тоҙ, таҙартылған көнбағыш майы (ҡамырға – ике аш ҡалағы, ҡыҙҙырыу өсөн – 800 мл) кәрәк.
Йылы һөткә сүпрәне, шәкәрҙе һәм тоҙҙо һалып болғап, 15 минутҡа ултыртып торабыҙ. Унан шыйыҡсаға йомшартылған маргарин, он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер булғас, ике аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып, йәнә һәйбәт итеп иҙергә кәрәк. Аҙаҡ ҡамырҙы йылы урынға 40 – 45 минутҡа ҡаплап ултыртып торабыҙ. Ул ике тапҡыр ҡалҡып сығырға тейеш. Шунан һуң бәләкәйерәк өлөшөн бүлеп алабыҙ ҙа тултырмаға оҡшатып әүәләйбеҙ. Унан әстрхан сәтләүеге ҙурлығындағы киҫәктәр ҡырҡып алып, түңәрәктәр яһайбыҙ.
Артабан ҡаҙанда уртаса ҡыҙыулыҡта май ҡайнатыла. Уға 12 – 15 (ҡаҙандың ҙурлығына ҡарап) бауырһаҡты бер юлы һалып, туҡтауһыҙ болғап бешерергә кәрәк. Артыҡ майын һөртөп алыу өсөн әҙер ризыҡты тәүҙә ҡағыҙ таҫтамалға һалып тороу һәйбәт булыр. Унан бауырһаҡтар “тау”ға өйөлә, өҫтөнә шәкәр онтағы һибелә.