Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Урал аръяғында булды. Сибайҙа төбәк Башлығы көньяҡ-көнсығыш райондары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, эшҡыуарҙар, предприятие, ойошма етәкселәре менән осрашты. Билдәле булыуынса, тап Сибайҙа бынан бер-нисә йыл элек “Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы” ҡабул ителгәйне. Әле ул 2020 йылғаса оҙайтылды, һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел.– Алты йыл эсендә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 10 меңдән ашыу кешегә эш урыны булдырылды, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы 168 проект тормошҡа ашырылды, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына бүленгән грант, заемдарҙың өстән бер өлөшө Урал аръяғы эшҡыуарҙарына йүнәлтелде. Ауыл хужалығы тармағында ла күтәрелеш һиҙелә. Быйыл төбәктә гектар ҡеүәте уртаса 20 центнер, ә Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында был күрһәткес – 60-100 центнер, – тине үҙ сығышында Рөстәм Зәки улы.
Республика Башлығы шулай уҡ төҙөлөш, юл, туризм буйынса ла үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. “Киләсәктә берҙәм булғанда ғына ауырлыҡтарҙан сығыу юлын таба аласаҡбыҙ”, – тине ул.
Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Төбәк Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһын тәүгеләрҙән булып тамамлай. Барлығы 47 йорт сафҡа ингән, 672 фатирҙа 1652 кеше өй туйлаған. Күптән түгел “Оптима-С” йәмғиәте туғыҙ ҡатлы тағы бер йортто файҙаланыуға тапшырған.
Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Рөстәм Хәмитов ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған дүрт етемгә әлеге яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырҙы. Әйткәндәй, Данис Ғәзимов үҙе лә ошо төҙөлөш компанияһында эшләй, шуға күрә үҙ ҡулдарым менән төҙөгән йортта йәшәйәсәгемә икеләтә шатмын, ти ул. Данис кәләше Рита менән Зарина исемле ҡыҙ үҫтерә. Ә Эрнест Хәйруллин иһә Эльвира исемле һылыу менән күптән түгел никах уҡытҡан. “Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, яңы тормошто яңы йортта башлайбыҙ”, – ти йәштәр.
Төбәк Башлығы йәштәргә изге теләктәрен еткереп, яңы йортта сабый тауыштарының тынмауын теләне.
Артабан Рөстәм Зәки улы эш сәфәрен Баймаҡ районында дауам итте.